Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ылауға һөйөндөләр
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарының финанс ярҙамы менән ойошторолған гуманитар йөк тейәлгән ылау Ҡырым Республикаһының Белогорский районына барып етте.

Республика парламенты депутаттары йыйған аҡсаға ошо райондағы етем балалар өсөн кейем-һалым, канцелярия кәрәк-ярағы һатып алырға ҡарар итте. Бынан тыш, мәктәп китапханалары өсөн 1758 китап – энциклопедиялар, мәктәп про­грам­маһында ҡаралған нәфис әҙәбиәт, уҡыу әсбаптары ебәрелде.
– Мәктәп, спорт формалары, дәфтәр, ручка, ҡәләм кеүек канцелярия әйберҙәре, шулай уҡ яңы уҡыу йылының төп атрибуты — рюкзактар тантаналы рәүештә районыбыҙҙағы 95 балаға тапшырыласаҡ, — тине Белогорский район хакимиәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Николай Стегачев. — Уларҙың берәүҙәре — ғаиләләрҙә, икенселәре балалар йорттарында тәрбиәләнә. Әйтергә кәрәк: райондағы мәғариф учреж­де­ниеларының китап фонды һуңғы тиҫтә йылда бындай күләмдә тулыланғаны булманы. Әҙәбиәттең исемлеген өйрәндем һәм, элекке мәктәп директоры булараҡ, балалар өсөн бик шатмын.
Уның әйтеүенсә, 1 сентябргә тиклем әсбаптарҙың барыһы ла 30 мәктәп араһында бүленәсәк. Николай Стегачев район етәкселеге, халыҡ һәм балалар исеменән күрһәтелгән ярҙам өсөн коллегаларына ҙур рәхмәт әйтте.
Депутаттар тарафынан Белогорский районына ярҙам йөҙөнән йыйылған аҡсаның дөйөм күләме, быйыл апрелдә “ГАЗель” автомобилен һатып алыуға бүленгән аҡсаны ла индереп, 1 миллион 600 мең һум тәшкил итә.


Автор: Л. ИҪӘНҒОЛОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә