Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарының финанс ярҙамы менән ойошторолған гуманитар йөк тейәлгән ылау Ҡырым Республикаһының Белогорский районына барып етте.
Республика парламенты депутаттары йыйған аҡсаға ошо райондағы етем балалар өсөн кейем-һалым, канцелярия кәрәк-ярағы һатып алырға ҡарар итте. Бынан тыш, мәктәп китапханалары өсөн 1758 китап – энциклопедиялар, мәктәп программаһында ҡаралған нәфис әҙәбиәт, уҡыу әсбаптары ебәрелде.
– Мәктәп, спорт формалары, дәфтәр, ручка, ҡәләм кеүек канцелярия әйберҙәре, шулай уҡ яңы уҡыу йылының төп атрибуты — рюкзактар тантаналы рәүештә районыбыҙҙағы 95 балаға тапшырыласаҡ, — тине Белогорский район хакимиәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Николай Стегачев. — Уларҙың берәүҙәре — ғаиләләрҙә, икенселәре балалар йорттарында тәрбиәләнә. Әйтергә кәрәк: райондағы мәғариф учреждениеларының китап фонды һуңғы тиҫтә йылда бындай күләмдә тулыланғаны булманы. Әҙәбиәттең исемлеген өйрәндем һәм, элекке мәктәп директоры булараҡ, балалар өсөн бик шатмын.
Уның әйтеүенсә, 1 сентябргә тиклем әсбаптарҙың барыһы ла 30 мәктәп араһында бүленәсәк. Николай Стегачев район етәкселеге, халыҡ һәм балалар исеменән күрһәтелгән ярҙам өсөн коллегаларына ҙур рәхмәт әйтте.
Депутаттар тарафынан Белогорский районына ярҙам йөҙөнән йыйылған аҡсаның дөйөм күләме, быйыл апрелдә “ГАЗель” автомобилен һатып алыуға бүленгән аҡсаны ла индереп, 1 миллион 600 мең һум тәшкил итә.