Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Батыр рухы үлемһеҙ
Халҡыбыҙҙың мәңге уңалмаҫ йөрәк яраһын оноторға хаҡыбыҙ юҡ: арҙаҡлы шәхестәребеҙ Салауат батырҙың, атаһы Юлай Аҙналиндың һәм уларҙың көрәштәштәренең Рогервик ҡәлғәһенә оҙатылыуына нисәмә быуаттар уҙыуға ҡарамаҫтан, бөгөн дә тәндәрең зымбырлап китерлек! Тарих биттәренә күҙ һалыу менән йән өшөткөс мәғлүмәттәргә тап булабыҙ.


Ғүмерлек һөргөнгә оҙатылыр алдынан аяҡ-ҡулдары бығаулы Салауатҡа Эҫем заводында, Юлай, Лаҡлы ауылдарында, Красноуфимск, Көнгөр, Уса һәм Нөркәлә 25-әр тапҡыр ҡамсы менән һуҡтыралар. Юлай Аҙналинды Эҫем заводында, Ҡатау-Тамаҡ, Ҡатау-Иван, Орловка ауылында 45 тапҡыр ҡамсы менән язалайҙар. Орловкала — Юлай Аҙналиндың, Нөркәлә Са­ла­уат­тың ҡолаҡ, танау япраҡтарын ҡырҡып алып, маңлайҙарына, яңаҡтарына ҡыҙҙы­рылған тимер менән “З”, “Б”, “И” (“Злодей”, “Бунтовщик” һәм “Изменник”) тамғаларын баҫалар. Бындай йөрәк өҙгөс яза ике тап­ҡыр атҡарыла. Салауат менән Юлай 1775 йылдың 2 ноябрендә Рогервик ҡәл­ғәһенә оҙатыла.
Тән ғазабына йән ғазабы өҫтәлгән түҙеп торғоһоҙ оҙон ауыр юлды ике айға яҡын үтәләр. Ҡораллы һаҡ аҫтында икеһен ике ылауҙа Өфө — Миңзәлә — Ҡазан — Тү­бәнге Новгород — Мәскәү — Тверь-Новгород — Псков-Дерпь (хәҙерге Тарту) — Ре­велдән (хәҙерге Таллинндан) Балтик буйы портына – Палдискиҙың Рогервик ҡәлғәһенә килтерәләр. Оҙайлы юлда тотҡондарҙы, айырыуса Салауат менән Юлайҙы, күҙ ҡараһындай һаҡлау хәс­тәрлеге күрелә:
“Бөтә яуыз йәндәрҙе, айырыуса Са­лават­каны һәм уның атаһын, иң мөһим тотҡондар булараҡ, диуарға сынйырлап беркетеп, аяҡ-ҡулдарын бығаулап, үҙегеҙҙең ҡаты һаҡ аҫтында тоторға”.
Тереләй йөрәген һурып алғандай, баш­ҡорт илкәйенән айырып, ил азаматтары­ның аяҡ-ҡулдарын бығаулап, һөргөнгә оҙат­ҡанда, ниҙәр уйлап, ниҙәр ки­сер­гәндәрен күҙ алдына килтереүе лә ауыр... Хатта ошо хаҡта уйлауҙан ғына ла тамаҡҡа әсе төйөр тығыла, күҙгә йәш тула. Үҙенән-үҙе Мостай Кәрим әҫәрендәге Салауат һүҙҙәре телгә килә:
“Һуңғы ҡарашымды һиңә төбәйем, Баш­ҡортостан! Һәр үләнең, һәр һуҡ­ма­ғың, һәр януарың менән хушлашам...”
Нисәмә быуаттар элек Салауат батыр­ҙың ирендәре нәҡ ошо һүҙҙәрҙе шыбыр­лағандыр... Бөркөттәй утлы ҡарашы һуңғы тапҡыр нәҡ ошо ер­ҙәр­гә төбәлгәндер. Уның йөрәк әрнеүҙәре шиғри юлдар булып яралған:
“Уралымдан йыраҡ киткән һайын
Күңелемдә ут та ялҡындыр...”
Бөтәһе лә әле генә булған кеүек күҙ алдында. Һәр ерҙә ватандаштарыбыҙ менән күпме ихлас осрашыуҙар булмаһын, ошо тойғо күңелде һулҡылдатып тик тор­ҙо... Беҙ, бынан нәҡ ун бер йыл элек “Салауат батыр эҙҙәренән” ойошторолған ижади экспедицияла ҡатнашҡан Башҡорт­остан журналистары, Салауаттарҙың, тән ғазабынан бигерәк йән ғазабы кисереп, ике ай буйы санала үткән михнәтле юлдарын уңайлы “Нефаз” автобусында уҙҙыҡ. Төп маҡса­тыбыҙға – эстон еренә – яҡын­лашҡан һайын йөрәк күкрәктән сығырҙай булып ярһып тибә. Ниһайәт, һәр кем тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған Палдиски ҡалаһы! Рогервик ҡәлғәһе! Сала­уаты­быҙҙың аяҡ эҙҙәрен, күҙ ҡарашын һаҡлаған ерҙәр, Балтик диңгеҙе!.. Көләс, яҡты ҡояш нурҙарынан мәхрүм ҡатлы-ҡатлы таш ҡәлғәләрҙе күреү менән генә лә тын ҡыҫыла. Урал тауҙарына, Йүрүҙәненә, Ағиҙелгә ғашиҡ, азатлыҡ һөйгән шағир күңеле таш диуарҙар эсендә сирек быуат буйына нисек түҙгәндер ҙә үҙендә ҡайҙан рухи көс тапҡандыр?!.
Эстон ерендә башҡорт һүҙҙәре ишетел­гәндә, ҡурай моңо, думбыра сыңы яңғы­рағанда, һәйкәлеңә тыуған илеңдең, хал­­ҡыңдың сәләме итеп алып килгән туп­раҡ менән сәскәләр һалғанда, 25 йыл буйы ғазап сигеп тотҡонлоҡта гүр эйәһе булғас, сит-ят ерҙәрҙә тилмергән рухыңа аҙ ғына булһа ла еңеллек килгәндер, Салауат!..
Палдискиҙа, Балтик ярҙарында булған­да һине солғап алған берҙән-бер теләк: күңелдәр мөлдөрәмә тулышып, үҙ уйҙарың менән тын ғына япа-яңғыҙ ҡалып онотолоу, уйҙарыңда ғына булһа ла Салауат батыр рухы менән осрашыу...
Эстон ере – Салауат батырыбыҙҙы үҙ ҡуйынына һыйындырған изге ер. Борон-борондан батырҙар ерләнгән төйәк изге һа­налған. Ололарҙың һөйләүенсә, арҙаҡлы шәхестәрҙең һуңғы төйәге шул ергә үҙенең ҡөҙрәтен бирә, уны һаҡлай. Ысынлап та, шулайҙыр. Был ерҙәргә аяҡ баҫҡас, әйтеп аңлатҡыһыҙ эске тетрәнеү, рухи сафланыу, яңырыу кисерәһең. Шатлыҡ һәм һа­ғыштан яралған әсе күҙ йәше битеңде өтә. Нисәмә быуат үтһә лә, легендар Сала­уатыбыҙҙы эстон ере хәтерләй, эстон халҡы ҡәҙерләй.
Палдискиҙағы Салауат Юлаев баҡса­һында йөрөгән кешеләрҙең, олоһоноң да, кесеһенең дә яныбыҙҙан битараф ҡына үтмәүе, эргәбеҙҙә туҡтап, ихлас һөйләшеү­ҙәре беҙҙе ысынбарлыҡҡа ҡайтара. Улар­ҙың Салауат батыр тураһында белеүе, ихтирам менән һөйләүе йөрәк әрнеүен аҙ ғына булһа ла баҫҡандай. Балаларҙың Салауат Юлаевтың шиғырҙарын яттан бе­леүе бигерәк тә һоҡландыра.
— Салауат Юлаев – башҡорт хал­ҡы­ның милли батыры. Уҡытыусыбыҙ дәрес­тә уның тураһында күп һөйләне. Ба­тырҙың һәйкәлен төрлө ҡалаларҙан, сит илдәрҙән күрергә киләләр, — ти Даша Сакциева менән Лиза Лахти.
— Беҙ бында йәшәйбеҙ. Салауат баҡ­саһы һәм һәйкәле һәр саҡ ҡараулы, йәйгеһен сәскәләргә күмелеп ултыра. Шыршылар үҫә. Үткән һайын иғтибар итәбеҙ: ҡышҡыһын да һәр саҡ ҡарҙан таҙартып торалар, — тип һөйләне яны­быҙға килгән Палдиски халҡы.
Нина Юрьевна Гуминскаяның телмә­рен иһә шатланып та, ғорурланып та тыңла­ныҡ. Аҫыл шәхесебеҙ тураһында сит ерҙә икенсе милләт вәкилдәренән ошондай фекерҙәр ишетеү икеләтә мәртәбәле:
— 1949 йылғымын. Таллинндан күсеп кил­гәндә миңә ете ай булған. Ошонда мәктәптә уҡыным. Салауат тураһында тарих дәресендә өйрәндек. Уның хаҡында “Салауат Юлаев” тигән китап та бар. Бында һәйкәлгә кешеләр йыш килә, ҡа­райҙар, ҡыҙыҡһыналар. Палдискиға әхи­рәтем килгәйне, уны шунда уҡ Салауат һәйкәленә алып килдем. Бында йәшәйбеҙ икән, тарихыңды белергә кәрәк. Салауат Юлаев сәйәси хәрәкәт лидеры була, азатлыҡ өсөн көрәшеүсе. Салауаттың йөҙө ни өсөн был яҡҡа, диңгеҙ мороно тарафына ҡараған? Сөнки уның күҙ ҡарашы тыуған иленә төбәлгән, тиҙәр. Ошо хаҡ­та күптәрҙән ишеттем. Һуңғы һулышы­на ҡәҙәр тыуған яҡтарын ҡайтып күреү теләге менән янғандыр...
Үҙен хаҡлы ялдағы уҡытыусы тип та­ныштырған сал сәсле мөләйем ханымдың да һөйләгәндәрен тыныс ҡына тыңлау мөмкин түгел:
— Салауат Юлаев һәйкәле эргәһенән үткән һайын йөрәккә ҡан һауа. Күпме михнәт күреп һәләк булған, азатлыҡ һөйгән шәхестең образы күҙ алдына ки­леп баҫа. Һәр ваҡыт уға ҡарап уйланам. Күҙгә йәш эркелә...
Палдиски ҡалаһындағы урыҫ гимназия­һында эшләгән Валентина менән Вячес­лав Волковтар — Салауат Юлаев музе­­йына нигеҙ һалыусылар. Салауат­тың тормош юлын, хәрби эшмәкәрлеген һәм ижадын егерме йылдан ашыу өйрә­нәләр. Музей асыуға күп көс һала улар. Вячеслав Волковтың һөйләгәнен ишеткәс, күңел шатлана:
– Башҡортостандан беҙгә рәсми делегация ла, туристар ҙа килә. Улар шунда уҡ магазиндарға йүгермәй, ә бөтәһе лә иң беренсе һәйкәл эргәһенә ашыға. Килеү менән уларҙың тәүге һорауҙары: “Салауат музейы, Салауат һәйкәле ни хәлдә?” Батырҙың тормошона, эшмәкәрлегенә ар­налған конкурстар, экскурсиялар үткә­релеп тора. Балалар түңәрәктәрҙә ҡы­ҙыҡ­һынып һәм энтузиазм менән шө­­ғөл­ләнә. Башҡорттар үҙенең милли батыры Салауатҡа оло ихтирам менән яратып, ҡәҙерләп ҡараған кеүек үк, һәр халыҡ та үҙ батырҙарына шундай мөнәсәбәттә булһын ине.
Боронғо башҡорт йырҙарын башҡарыу өсөн башҡорт булып тыуырға кәрәк, тиҙәр. Әммә Эстонияның милли опера солисы Виллу Валдмааның Салауат Юлаевтың “Уралым – тыуған төйәгем” йырын башҡорт һәм эстон телдәрендә башҡарғанда ир-егеттәрҙең дә күҙҙәренә йәштәр эркелә. Йөрәгеңдә Салауат батыр рухы булмаһа, арҡа һөйәгең зымбырҙап китерлек итеп йырлап буламы һуң башҡорт йырын?!. Виллу Валдмааны үҙ итеп юҡҡа ғына эстон башҡорто тимәйҙәр.
— Салауат тураһында тәьҫорат­та­рым артҡандан-арта бара. Мин үҙемде башҡорт итеп тоям. Был йырҙы баш­ҡарыуҙың серен нисек таптым: Салауат батырҙы күҙ алдына килтерҙем. Уның 25 йыл ғүмере бөтөнләй сит-ят ерҙә һөр­гөндә үтә. Бына ул Балтиҡ диңгеҙе ярын­да ултыра, ҡарашы йыраҡтарға тө­бәл­гән. Батыр үҙенең тыуған иле, ғә­зиз халҡы тураһында уйлай, өҙөлөп һағына... Әгәр мөмкин булһа, аяҡ-ҡул­дарындағы бығауҙарҙы өҙөп ташлап, тыуған яҡтарына ҡош кеүек осоп ҡына ҡайтыр ине!.. Йырҙы башҡарған һайын ошо тетрәндергес күренеш күҙ алдыма килеп баҫа.
Эстон ере Салауат батырыбыҙҙың һуңғы төйәге булыуы, уның һынмаҫ рухын һаҡлауы менән беҙҙең өсөн ҡәҙерле урын. Йәшен дә, олоһон да үҙенә тартып, ылыҡтырып тороусы рухи мәккә ул. Беҙ Башҡортостан журналистарының “Салауат батыр эҙҙәренән” ижади экспедицияһы буйынса күрше өлкә-республикаларҙа, эстон илендә кемдәр менән генә осрашһаҡ та, аралашһаҡ та, шуға инандыҡ – Салауат батырыбыҙ рухы үлемһеҙ!


(Аҙағы бар).


Автор: Флүрә СОЛТАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды 31.01.2026 // Йәмғиәт

[thumb]https://bash.bashgazet.ru/uploads/posts/2026-01/251b3b72-af63-41b1-ae81-424294496c3f ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә