Батыр рухы үлемһеҙ09.08.2014
Халҡыбыҙҙың мәңге уңалмаҫ йөрәк яраһын оноторға хаҡыбыҙ юҡ: арҙаҡлы шәхестәребеҙ Салауат батырҙың, атаһы Юлай Аҙналиндың һәм уларҙың көрәштәштәренең Рогервик ҡәлғәһенә оҙатылыуына нисәмә быуаттар уҙыуға ҡарамаҫтан, бөгөн дә тәндәрең зымбырлап китерлек! Тарих биттәренә күҙ һалыу менән йән өшөткөс мәғлүмәттәргә тап булабыҙ.
Ғүмерлек һөргөнгә оҙатылыр алдынан аяҡ-ҡулдары бығаулы Салауатҡа Эҫем заводында, Юлай, Лаҡлы ауылдарында, Красноуфимск, Көнгөр, Уса һәм Нөркәлә 25-әр тапҡыр ҡамсы менән һуҡтыралар. Юлай Аҙналинды Эҫем заводында, Ҡатау-Тамаҡ, Ҡатау-Иван, Орловка ауылында 45 тапҡыр ҡамсы менән язалайҙар. Орловкала — Юлай Аҙналиндың, Нөркәлә Салауаттың ҡолаҡ, танау япраҡтарын ҡырҡып алып, маңлайҙарына, яңаҡтарына ҡыҙҙырылған тимер менән “З”, “Б”, “И” (“Злодей”, “Бунтовщик” һәм “Изменник”) тамғаларын баҫалар. Бындай йөрәк өҙгөс яза ике тапҡыр атҡарыла. Салауат менән Юлай 1775 йылдың 2 ноябрендә Рогервик ҡәлғәһенә оҙатыла.
Тән ғазабына йән ғазабы өҫтәлгән түҙеп торғоһоҙ оҙон ауыр юлды ике айға яҡын үтәләр. Ҡораллы һаҡ аҫтында икеһен ике ылауҙа Өфө — Миңзәлә — Ҡазан — Түбәнге Новгород — Мәскәү — Тверь-Новгород — Псков-Дерпь (хәҙерге Тарту) — Ревелдән (хәҙерге Таллинндан) Балтик буйы портына – Палдискиҙың Рогервик ҡәлғәһенә килтерәләр. Оҙайлы юлда тотҡондарҙы, айырыуса Салауат менән Юлайҙы, күҙ ҡараһындай һаҡлау хәстәрлеге күрелә:
“Бөтә яуыз йәндәрҙе, айырыуса Салаватканы һәм уның атаһын, иң мөһим тотҡондар булараҡ, диуарға сынйырлап беркетеп, аяҡ-ҡулдарын бығаулап, үҙегеҙҙең ҡаты һаҡ аҫтында тоторға”.
Тереләй йөрәген һурып алғандай, башҡорт илкәйенән айырып, ил азаматтарының аяҡ-ҡулдарын бығаулап, һөргөнгә оҙатҡанда, ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәндәрен күҙ алдына килтереүе лә ауыр... Хатта ошо хаҡта уйлауҙан ғына ла тамаҡҡа әсе төйөр тығыла, күҙгә йәш тула. Үҙенән-үҙе Мостай Кәрим әҫәрендәге Салауат һүҙҙәре телгә килә:
“Һуңғы ҡарашымды һиңә төбәйем, Башҡортостан! Һәр үләнең, һәр һуҡмағың, һәр януарың менән хушлашам...”
Нисәмә быуаттар элек Салауат батырҙың ирендәре нәҡ ошо һүҙҙәрҙе шыбырлағандыр... Бөркөттәй утлы ҡарашы һуңғы тапҡыр нәҡ ошо ерҙәргә төбәлгәндер. Уның йөрәк әрнеүҙәре шиғри юлдар булып яралған:
“Уралымдан йыраҡ киткән һайын
Күңелемдә ут та ялҡындыр...”
Бөтәһе лә әле генә булған кеүек күҙ алдында. Һәр ерҙә ватандаштарыбыҙ менән күпме ихлас осрашыуҙар булмаһын, ошо тойғо күңелде һулҡылдатып тик торҙо... Беҙ, бынан нәҡ ун бер йыл элек “Салауат батыр эҙҙәренән” ойошторолған ижади экспедицияла ҡатнашҡан Башҡортостан журналистары, Салауаттарҙың, тән ғазабынан бигерәк йән ғазабы кисереп, ике ай буйы санала үткән михнәтле юлдарын уңайлы “Нефаз” автобусында уҙҙыҡ. Төп маҡсатыбыҙға – эстон еренә – яҡынлашҡан һайын йөрәк күкрәктән сығырҙай булып ярһып тибә. Ниһайәт, һәр кем тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған Палдиски ҡалаһы! Рогервик ҡәлғәһе! Салауатыбыҙҙың аяҡ эҙҙәрен, күҙ ҡарашын һаҡлаған ерҙәр, Балтик диңгеҙе!.. Көләс, яҡты ҡояш нурҙарынан мәхрүм ҡатлы-ҡатлы таш ҡәлғәләрҙе күреү менән генә лә тын ҡыҫыла. Урал тауҙарына, Йүрүҙәненә, Ағиҙелгә ғашиҡ, азатлыҡ һөйгән шағир күңеле таш диуарҙар эсендә сирек быуат буйына нисек түҙгәндер ҙә үҙендә ҡайҙан рухи көс тапҡандыр?!.
Эстон ерендә башҡорт һүҙҙәре ишетелгәндә, ҡурай моңо, думбыра сыңы яңғырағанда, һәйкәлеңә тыуған илеңдең, халҡыңдың сәләме итеп алып килгән тупраҡ менән сәскәләр һалғанда, 25 йыл буйы ғазап сигеп тотҡонлоҡта гүр эйәһе булғас, сит-ят ерҙәрҙә тилмергән рухыңа аҙ ғына булһа ла еңеллек килгәндер, Салауат!..
Палдискиҙа, Балтик ярҙарында булғанда һине солғап алған берҙән-бер теләк: күңелдәр мөлдөрәмә тулышып, үҙ уйҙарың менән тын ғына япа-яңғыҙ ҡалып онотолоу, уйҙарыңда ғына булһа ла Салауат батыр рухы менән осрашыу...
Эстон ере – Салауат батырыбыҙҙы үҙ ҡуйынына һыйындырған изге ер. Борон-борондан батырҙар ерләнгән төйәк изге һаналған. Ололарҙың һөйләүенсә, арҙаҡлы шәхестәрҙең һуңғы төйәге шул ергә үҙенең ҡөҙрәтен бирә, уны һаҡлай. Ысынлап та, шулайҙыр. Был ерҙәргә аяҡ баҫҡас, әйтеп аңлатҡыһыҙ эске тетрәнеү, рухи сафланыу, яңырыу кисерәһең. Шатлыҡ һәм һағыштан яралған әсе күҙ йәше битеңде өтә. Нисәмә быуат үтһә лә, легендар Салауатыбыҙҙы эстон ере хәтерләй, эстон халҡы ҡәҙерләй.
Палдискиҙағы Салауат Юлаев баҡсаһында йөрөгән кешеләрҙең, олоһоноң да, кесеһенең дә яныбыҙҙан битараф ҡына үтмәүе, эргәбеҙҙә туҡтап, ихлас һөйләшеүҙәре беҙҙе ысынбарлыҡҡа ҡайтара. Уларҙың Салауат батыр тураһында белеүе, ихтирам менән һөйләүе йөрәк әрнеүен аҙ ғына булһа ла баҫҡандай. Балаларҙың Салауат Юлаевтың шиғырҙарын яттан белеүе бигерәк тә һоҡландыра.
— Салауат Юлаев – башҡорт халҡының милли батыры. Уҡытыусыбыҙ дәрестә уның тураһында күп һөйләне. Батырҙың һәйкәлен төрлө ҡалаларҙан, сит илдәрҙән күрергә киләләр, — ти Даша Сакциева менән Лиза Лахти.
— Беҙ бында йәшәйбеҙ. Салауат баҡсаһы һәм һәйкәле һәр саҡ ҡараулы, йәйгеһен сәскәләргә күмелеп ултыра. Шыршылар үҫә. Үткән һайын иғтибар итәбеҙ: ҡышҡыһын да һәр саҡ ҡарҙан таҙартып торалар, — тип һөйләне яныбыҙға килгән Палдиски халҡы.
Нина Юрьевна Гуминскаяның телмәрен иһә шатланып та, ғорурланып та тыңланыҡ. Аҫыл шәхесебеҙ тураһында сит ерҙә икенсе милләт вәкилдәренән ошондай фекерҙәр ишетеү икеләтә мәртәбәле:
— 1949 йылғымын. Таллинндан күсеп килгәндә миңә ете ай булған. Ошонда мәктәптә уҡыным. Салауат тураһында тарих дәресендә өйрәндек. Уның хаҡында “Салауат Юлаев” тигән китап та бар. Бында һәйкәлгә кешеләр йыш килә, ҡарайҙар, ҡыҙыҡһыналар. Палдискиға әхирәтем килгәйне, уны шунда уҡ Салауат һәйкәленә алып килдем. Бында йәшәйбеҙ икән, тарихыңды белергә кәрәк. Салауат Юлаев сәйәси хәрәкәт лидеры була, азатлыҡ өсөн көрәшеүсе. Салауаттың йөҙө ни өсөн был яҡҡа, диңгеҙ мороно тарафына ҡараған? Сөнки уның күҙ ҡарашы тыуған иленә төбәлгән, тиҙәр. Ошо хаҡта күптәрҙән ишеттем. Һуңғы һулышына ҡәҙәр тыуған яҡтарын ҡайтып күреү теләге менән янғандыр...
Үҙен хаҡлы ялдағы уҡытыусы тип таныштырған сал сәсле мөләйем ханымдың да һөйләгәндәрен тыныс ҡына тыңлау мөмкин түгел:
— Салауат Юлаев һәйкәле эргәһенән үткән һайын йөрәккә ҡан һауа. Күпме михнәт күреп һәләк булған, азатлыҡ һөйгән шәхестең образы күҙ алдына килеп баҫа. Һәр ваҡыт уға ҡарап уйланам. Күҙгә йәш эркелә...
Палдиски ҡалаһындағы урыҫ гимназияһында эшләгән Валентина менән Вячеслав Волковтар — Салауат Юлаев музейына нигеҙ һалыусылар. Салауаттың тормош юлын, хәрби эшмәкәрлеген һәм ижадын егерме йылдан ашыу өйрәнәләр. Музей асыуға күп көс һала улар. Вячеслав Волковтың һөйләгәнен ишеткәс, күңел шатлана:
– Башҡортостандан беҙгә рәсми делегация ла, туристар ҙа килә. Улар шунда уҡ магазиндарға йүгермәй, ә бөтәһе лә иң беренсе һәйкәл эргәһенә ашыға. Килеү менән уларҙың тәүге һорауҙары: “Салауат музейы, Салауат һәйкәле ни хәлдә?” Батырҙың тормошона, эшмәкәрлегенә арналған конкурстар, экскурсиялар үткәрелеп тора. Балалар түңәрәктәрҙә ҡыҙыҡһынып һәм энтузиазм менән шөғөлләнә. Башҡорттар үҙенең милли батыры Салауатҡа оло ихтирам менән яратып, ҡәҙерләп ҡараған кеүек үк, һәр халыҡ та үҙ батырҙарына шундай мөнәсәбәттә булһын ине.
Боронғо башҡорт йырҙарын башҡарыу өсөн башҡорт булып тыуырға кәрәк, тиҙәр. Әммә Эстонияның милли опера солисы Виллу Валдмааның Салауат Юлаевтың “Уралым – тыуған төйәгем” йырын башҡорт һәм эстон телдәрендә башҡарғанда ир-егеттәрҙең дә күҙҙәренә йәштәр эркелә. Йөрәгеңдә Салауат батыр рухы булмаһа, арҡа һөйәгең зымбырҙап китерлек итеп йырлап буламы һуң башҡорт йырын?!. Виллу Валдмааны үҙ итеп юҡҡа ғына эстон башҡорто тимәйҙәр.
— Салауат тураһында тәьҫораттарым артҡандан-арта бара. Мин үҙемде башҡорт итеп тоям. Был йырҙы башҡарыуҙың серен нисек таптым: Салауат батырҙы күҙ алдына килтерҙем. Уның 25 йыл ғүмере бөтөнләй сит-ят ерҙә һөргөндә үтә. Бына ул Балтиҡ диңгеҙе ярында ултыра, ҡарашы йыраҡтарға төбәлгән. Батыр үҙенең тыуған иле, ғәзиз халҡы тураһында уйлай, өҙөлөп һағына... Әгәр мөмкин булһа, аяҡ-ҡулдарындағы бығауҙарҙы өҙөп ташлап, тыуған яҡтарына ҡош кеүек осоп ҡына ҡайтыр ине!.. Йырҙы башҡарған һайын ошо тетрәндергес күренеш күҙ алдыма килеп баҫа.
Эстон ере Салауат батырыбыҙҙың һуңғы төйәге булыуы, уның һынмаҫ рухын һаҡлауы менән беҙҙең өсөн ҡәҙерле урын. Йәшен дә, олоһон да үҙенә тартып, ылыҡтырып тороусы рухи мәккә ул. Беҙ Башҡортостан журналистарының “Салауат батыр эҙҙәренән” ижади экспедицияһы буйынса күрше өлкә-республикаларҙа, эстон илендә кемдәр менән генә осрашһаҡ та, аралашһаҡ та, шуға инандыҡ – Салауат батырыбыҙ рухы үлемһеҙ!
(Аҙағы бар).