Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ғүмер ҡәҙерен белә
Күңелдәрҙә матур тәьҫораттар ҡалдырып, һағынып иҫкә алырҙай кешеләр була.
Мин уны осраҡлы ғына урамда тап иттем дә, күрешмәгәнгә утыҙ йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, төҫ ташламаған күркәм йөҙөнә ҡарап таныным.



Ул саҡта, уҙған быуаттың 90-сы йылдар урта­һында уҡ, гәзитебеҙҙе бөтә хеҙмәткәрҙәренә лә яҙҙырған “Юлдаш” магазины директоры, Баш­ҡорт­остандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре Рәйсә Мирғәли ҡыҙы Ғәлимова (Бикәнәсова) һымаҡ тоғро матбуғат дуҫтары күп булды. Яңыраҡ 75-ен ваҡлаған был апайҙың үҙ-үҙен тотошона, ышаныслы аҙымдарына һоҡланмау мөмкин түгел. Һай­лаған һөнәренә килгәндә инде, ул мәктәптә уҡып йөрөгәндә, каникул ваҡытында, Стәрле­та­маҡта йәшәгән һәм «Сода»ны төҙөүсе ағаһының балаһын ҡарашырға бында килгән була. Ћуғыш­тан һуңғы аслы-туҡлы заманда магазинда икмәк­те грамлап бүлеп торған бөхтә кейенгән һатыусы апайға ҡарап: «Эх, мин дә уның һымаҡ булһам­сы!» – тип уйлай ул. Моғайын, ошо балалыҡ хыялы Хоҙайҙың амин тигән сағына тура кил­гәндер.
Ауырғазы районының Усман ауылында тыуып үҫкән ҡыҙға ата-әсәһе лә өлгө була. Атаһы ғүмер буйы сельпо рәйесе, әсәһе почтальон булараҡ халыҡ араһында абруй яулаған, заманына күрә уҡымышлы кеше булып танылған. Үкенескә ҡар­шы, уларҙың тәүге ете балаһы төрлө сирҙән ва­фат булған. Иҫән ҡалғандары барыһы ла юғары белем алып, илебеҙҙең төрлө тармаҡтарында эшләп ихтирам яулаған шәхестәр. Улар араһында уҡы­тыусы, табип, профессор, етәксе, министр­лыҡта юғары вазифа биләүселәр ҙә бар.
Рәйсә апай ауылда бухгалтер, һатыусы, магазин мөдире була. Тормошҡа сыҡҡас, иптәше Ғи­луан Кәрим улы менән Мишкә районында йә­шәйҙәр. 1971 йылда ғаилә Стәрлетамаҡҡа кү­сеп килә. Ҡалабыҙҙың төрлө аҙыҡ-түлек магазиндарында Рәйсә Мирғәли ҡыҙы үҙен һайлаған һөнәренең оҫтаһы итеп таныта. Бүлек мөдире, директор урынбаҫары, ә 1984 йылда “Юлдаш” магазинына директор итеп тәғәйенләнә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләй.
— Рәйсә апай, һеҙ эшләгән саҡтағы менән әлеге ваҡыттағы сауҙа тармағы айырмаһын нисек билдәләр инегеҙ? — тигән һорауымды биргәс, ул:
— Элек бөтә ауыр эш үҙебеҙҙең елкәлә булһа ла, беҙ “тәгәрмәскә” эшләнек, йәғни тауар килеп торҙо — китеп торҙо. Тауар әйләнеше лә үтемле булды. Ә хәҙер сауҙа селтәрҙәре лә күп, тауар ҙа етерлек. Тик ул үтмәй, сөнки сифаты түбән.
— Һеҙҙең, совет заманы вәкиле булараҡ, бөгөнгө эшһеҙлеккә һылтанып, ҡул ҡаушырып ул­тырыусыларға ҡарата үҙ мөнәсәбәтегеҙ барҙыр?
— Бигерәк тә ауылдарҙа эскелеккә бирелеп, донъя көтмәүселәргә йән көйә. 150 бәпкә алып, шуны 6 ай ғына ҡарағанда ла әллә күпме табыш килер ине. Ере, йорт-ҡураһы булған кешенең үҙ-үҙен, ғаиләһен тәьмин итерлек кенә хәле бар бит. Бер бирелгән ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, матур йәшәп ҡалырға өлгөрөргә кәрәк, — тип һүҙен йомғаҡлай әңгәмәсем.
Әйткәндәй, Рәйсә апайҙың тормош иптәше Ғилуан Кәрим улы Ғәлимов та ҡалабыҙҙа хирург-травматолог булараҡ танылған кеше. Үкенескә ҡаршы, ҡаты сир уны яҡты донъянан бынан дүрт йыл элек алып киткән. Уларҙың сәскә һымаҡ ике ҡыҙы, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлап, ғаилә ҡороп, бынамын тигән улдар үҫтерә. Лилиәнең өлкән улы Булат Баш­ҡорт дәүләт медицина университетын тамам­лаған, ул Американың Брандейс уни­верси­тетында уҡыуын дауам итә. Вилданы ҡалабыҙҙың 2-се гимназияһында башланғыс класта уҡый. Венераның улы Артур ҙа медицинаны һайлаған, әле ул – Президент стипендиаты. Рәйсә апай ейәндәре менән сикһеҙ ғорурлана, сөнки уның тамырҙары нәҡ ошо күҙ ҡараһы кеүек ҡурсалап, тәрбиәләп үҫтергән ғәзиз балаларына, буласаҡ ғаилә башлыҡтарына барып тоташа ла инде.





Автор: Римма ҒӘЛИМОВА. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә