Күңелдәрҙә матур тәьҫораттар ҡалдырып, һағынып иҫкә алырҙай кешеләр була.
Мин уны осраҡлы ғына урамда тап иттем дә, күрешмәгәнгә утыҙ йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, төҫ ташламаған күркәм йөҙөнә ҡарап таныным.
Ул саҡта, уҙған быуаттың 90-сы йылдар уртаһында уҡ, гәзитебеҙҙе бөтә хеҙмәткәрҙәренә лә яҙҙырған “Юлдаш” магазины директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре Рәйсә Мирғәли ҡыҙы Ғәлимова (Бикәнәсова) һымаҡ тоғро матбуғат дуҫтары күп булды. Яңыраҡ 75-ен ваҡлаған был апайҙың үҙ-үҙен тотошона, ышаныслы аҙымдарына һоҡланмау мөмкин түгел. Һайлаған һөнәренә килгәндә инде, ул мәктәптә уҡып йөрөгәндә, каникул ваҡытында, Стәрлетамаҡта йәшәгән һәм «Сода»ны төҙөүсе ағаһының балаһын ҡарашырға бында килгән була. Ћуғыштан һуңғы аслы-туҡлы заманда магазинда икмәкте грамлап бүлеп торған бөхтә кейенгән һатыусы апайға ҡарап: «Эх, мин дә уның һымаҡ булһамсы!» – тип уйлай ул. Моғайын, ошо балалыҡ хыялы Хоҙайҙың амин тигән сағына тура килгәндер.
Ауырғазы районының Усман ауылында тыуып үҫкән ҡыҙға ата-әсәһе лә өлгө була. Атаһы ғүмер буйы сельпо рәйесе, әсәһе почтальон булараҡ халыҡ араһында абруй яулаған, заманына күрә уҡымышлы кеше булып танылған. Үкенескә ҡаршы, уларҙың тәүге ете балаһы төрлө сирҙән вафат булған. Иҫән ҡалғандары барыһы ла юғары белем алып, илебеҙҙең төрлө тармаҡтарында эшләп ихтирам яулаған шәхестәр. Улар араһында уҡытыусы, табип, профессор, етәксе, министрлыҡта юғары вазифа биләүселәр ҙә бар.
Рәйсә апай ауылда бухгалтер, һатыусы, магазин мөдире була. Тормошҡа сыҡҡас, иптәше Ғилуан Кәрим улы менән Мишкә районында йәшәйҙәр. 1971 йылда ғаилә Стәрлетамаҡҡа күсеп килә. Ҡалабыҙҙың төрлө аҙыҡ-түлек магазиндарында Рәйсә Мирғәли ҡыҙы үҙен һайлаған һөнәренең оҫтаһы итеп таныта. Бүлек мөдире, директор урынбаҫары, ә 1984 йылда “Юлдаш” магазинына директор итеп тәғәйенләнә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләй.
— Рәйсә апай, һеҙ эшләгән саҡтағы менән әлеге ваҡыттағы сауҙа тармағы айырмаһын нисек билдәләр инегеҙ? — тигән һорауымды биргәс, ул:
— Элек бөтә ауыр эш үҙебеҙҙең елкәлә булһа ла, беҙ “тәгәрмәскә” эшләнек, йәғни тауар килеп торҙо — китеп торҙо. Тауар әйләнеше лә үтемле булды. Ә хәҙер сауҙа селтәрҙәре лә күп, тауар ҙа етерлек. Тик ул үтмәй, сөнки сифаты түбән.
— Һеҙҙең, совет заманы вәкиле булараҡ, бөгөнгө эшһеҙлеккә һылтанып, ҡул ҡаушырып ултырыусыларға ҡарата үҙ мөнәсәбәтегеҙ барҙыр?
— Бигерәк тә ауылдарҙа эскелеккә бирелеп, донъя көтмәүселәргә йән көйә. 150 бәпкә алып, шуны 6 ай ғына ҡарағанда ла әллә күпме табыш килер ине. Ере, йорт-ҡураһы булған кешенең үҙ-үҙен, ғаиләһен тәьмин итерлек кенә хәле бар бит. Бер бирелгән ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, матур йәшәп ҡалырға өлгөрөргә кәрәк, — тип һүҙен йомғаҡлай әңгәмәсем.
Әйткәндәй, Рәйсә апайҙың тормош иптәше Ғилуан Кәрим улы Ғәлимов та ҡалабыҙҙа хирург-травматолог булараҡ танылған кеше. Үкенескә ҡаршы, ҡаты сир уны яҡты донъянан бынан дүрт йыл элек алып киткән. Уларҙың сәскә һымаҡ ике ҡыҙы, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлап, ғаилә ҡороп, бынамын тигән улдар үҫтерә. Лилиәнең өлкән улы Булат Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған, ул Американың Брандейс университетында уҡыуын дауам итә. Вилданы ҡалабыҙҙың 2-се гимназияһында башланғыс класта уҡый. Венераның улы Артур ҙа медицинаны һайлаған, әле ул – Президент стипендиаты. Рәйсә апай ейәндәре менән сикһеҙ ғорурлана, сөнки уның тамырҙары нәҡ ошо күҙ ҡараһы кеүек ҡурсалап, тәрбиәләп үҫтергән ғәзиз балаларына, буласаҡ ғаилә башлыҡтарына барып тоташа ла инде.