Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күсей – Сибай араһы: йәйәүләп тә бараһы...
Хәҙер самолетта сит илдәргә бер нисә сәғәттә барып етеп була, поездар ҙа төрлө тарафҡа йөрөп тора, ә күсейҙәр Сибайға йәйәүләп сығырға мәжбүр. Ҡырҡ саҡрымлыҡ юлды йәшерәктәр өс-дүрт сәғәттә үтһә, өлкәнерәктәргә көн буйына тәпәйләргә тура килә...

Бөгөнгө техника заманында, айырыуса һайлау алдынан, хәбәремә ышанмай­һы­ғыҙ­ҙыр, моғайын. Мин дә шулай тип уйлағай­ным да ул... Хәл башҡасараҡ икән шул. Ауылдан тәүҙә берәү шылтыратты, аҙаҡ – икенсеһе... Кемеһелер: “Үҙегеҙгә йөрөргә тура килмәгәс, халыҡтың хәле борсомай инде һеҙҙе”, – тип үпкәләп ҡуйғас, сетерекле хәлдең айышына төшөнөргә булдым.
Һүҙ юҡ, Сибай – Күсей юлы һәйбәттән түгел. Был мәсьәлә, нисәмә йыл буйы хәл итеүҙе талап итһә лә, асыҡ килеш ҡала. Беренсенән, Күсей район үҙәгенән йыраҡ, 75 саҡрым алыҫлыҡта, урынлашҡан. Унда барыу өсөн Сибай аша йөрөргә кәрәк.
Күсейҙәр ҡасандыр район Советына юл-ремонтлау идаралығы етәксеһен депутат итеп һайларға мәжбүр булғайны. Имеш, ул ауылға асфальт түшәтәсәк. Һайлау алдынан бирелгән вәғәҙәләр елгә осто. Былтыр иһә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар күрһәтеү башланғас, юлға асфальт һу­ҙылыр тигән өмөт менән тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашты ауыл халҡы. Тик был юлы ла алға китеш һиҙелмәне. Ҡағыҙҙа “ауылға асфальт һалынды” тигән отчет булғас, кемгә кәрәк ул күсейҙәр?!
Бер нигә ҡарамайынса, көнөнә өс тапҡыр йөрөгән Сибай – Күсей маршруты ла туҡ­татылды. Имеш, әлегә лә баяғы юл насар, пассажирҙар юҡ. Булмай инде, шофер кү­сейҙәргә билетты Моҡастан һатҡас. Автотранспорт предприятиеһы хужалары, ха­лыҡ­ты ғәйепләгәнсе, рейсҡа үҙҙәре сығып, һәр ауылдан яҡынса нисә пассажир булыуын ниңә тикшереп ҡарамай? Оҙаҡламай яңы уҡыу йылы башлана. Күпме йәш кеше ситтә белем ала, кемдәрҙер вахта ысулы менән ҡырҙа эшләй – улар, кәрәк-ярағын йөкмәп, йәйәү йөрөргә мәжбүр булырмы? Ауырып киткәндә дарыу ала, көндәлек йомоштарын хәл итә алмай өйҙә ултырырға тейешме күсейҙәр? Өҫтәүенә автобус йөрөмәүҙән улар ғына яфа сикмәй, шаңдау Тоҡтағол, Иҫәнбәт, Басай ауылдарына ла барып етә. Ярай, төркмәндәргә ул яҡтан борсолорға урын юҡ: ауылға Баймаҡ – Төркмән автобусы килә. Ниңә, әйтәйек, ошо транспортты Күсейгә тиклем йөрөтмәҫкә?
Ауыл халҡы һөт-ҡаймағын, еләк-емешен, бәшмәген һатыу осоронда тере ҡулһыҙ ҡал­ды. Барыһының да шәхси машинаһы юҡ бит, булһа ла, уға һыу ҡойоп йөрөтөү мөмкин түгел: яғыулығы ла, башҡаһы ла кәрәк.
Бәлки, Баймаҡ районы һәм Сибай АТП-һы хужалары уйлағансы, уртаҡ фекергә килгән­се, Сибай – Күсей рейсын хеҙмәтләндерер шәхси эшҡыуарҙар табылыр?!
Нисек кенә булмаһын, ауылға автобусты ҡайтанан йөрөтә башларға кәрәк. Ниңә кү­сейҙәр үгәйһетелгән бала хәлендә йәшәр­гә тейеш әле?




Автор: К. ИШБУЛДИНА. Район: Баймаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә