Хәҙер самолетта сит илдәргә бер нисә сәғәттә барып етеп була, поездар ҙа төрлө тарафҡа йөрөп тора, ә күсейҙәр Сибайға йәйәүләп сығырға мәжбүр. Ҡырҡ саҡрымлыҡ юлды йәшерәктәр өс-дүрт сәғәттә үтһә, өлкәнерәктәргә көн буйына тәпәйләргә тура килә...
Бөгөнгө техника заманында, айырыуса һайлау алдынан, хәбәремә ышанмайһығыҙҙыр, моғайын. Мин дә шулай тип уйлағайным да ул... Хәл башҡасараҡ икән шул. Ауылдан тәүҙә берәү шылтыратты, аҙаҡ – икенсеһе... Кемеһелер: “Үҙегеҙгә йөрөргә тура килмәгәс, халыҡтың хәле борсомай инде һеҙҙе”, – тип үпкәләп ҡуйғас, сетерекле хәлдең айышына төшөнөргә булдым.
Һүҙ юҡ, Сибай – Күсей юлы һәйбәттән түгел. Был мәсьәлә, нисәмә йыл буйы хәл итеүҙе талап итһә лә, асыҡ килеш ҡала. Беренсенән, Күсей район үҙәгенән йыраҡ, 75 саҡрым алыҫлыҡта, урынлашҡан. Унда барыу өсөн Сибай аша йөрөргә кәрәк.
Күсейҙәр ҡасандыр район Советына юл-ремонтлау идаралығы етәксеһен депутат итеп һайларға мәжбүр булғайны. Имеш, ул ауылға асфальт түшәтәсәк. Һайлау алдынан бирелгән вәғәҙәләр елгә осто. Былтыр иһә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар күрһәтеү башланғас, юлға асфальт һуҙылыр тигән өмөт менән тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашты ауыл халҡы. Тик был юлы ла алға китеш һиҙелмәне. Ҡағыҙҙа “ауылға асфальт һалынды” тигән отчет булғас, кемгә кәрәк ул күсейҙәр?!
Бер нигә ҡарамайынса, көнөнә өс тапҡыр йөрөгән Сибай – Күсей маршруты ла туҡтатылды. Имеш, әлегә лә баяғы юл насар, пассажирҙар юҡ. Булмай инде, шофер күсейҙәргә билетты Моҡастан һатҡас. Автотранспорт предприятиеһы хужалары, халыҡты ғәйепләгәнсе, рейсҡа үҙҙәре сығып, һәр ауылдан яҡынса нисә пассажир булыуын ниңә тикшереп ҡарамай? Оҙаҡламай яңы уҡыу йылы башлана. Күпме йәш кеше ситтә белем ала, кемдәрҙер вахта ысулы менән ҡырҙа эшләй – улар, кәрәк-ярағын йөкмәп, йәйәү йөрөргә мәжбүр булырмы? Ауырып киткәндә дарыу ала, көндәлек йомоштарын хәл итә алмай өйҙә ултырырға тейешме күсейҙәр? Өҫтәүенә автобус йөрөмәүҙән улар ғына яфа сикмәй, шаңдау Тоҡтағол, Иҫәнбәт, Басай ауылдарына ла барып етә. Ярай, төркмәндәргә ул яҡтан борсолорға урын юҡ: ауылға Баймаҡ – Төркмән автобусы килә. Ниңә, әйтәйек, ошо транспортты Күсейгә тиклем йөрөтмәҫкә?
Ауыл халҡы һөт-ҡаймағын, еләк-емешен, бәшмәген һатыу осоронда тере ҡулһыҙ ҡалды. Барыһының да шәхси машинаһы юҡ бит, булһа ла, уға һыу ҡойоп йөрөтөү мөмкин түгел: яғыулығы ла, башҡаһы ла кәрәк.
Бәлки, Баймаҡ районы һәм Сибай АТП-һы хужалары уйлағансы, уртаҡ фекергә килгәнсе, Сибай – Күсей рейсын хеҙмәтләндерер шәхси эшҡыуарҙар табылыр?!
Нисек кенә булмаһын, ауылға автобусты ҡайтанан йөрөтә башларға кәрәк. Ниңә күсейҙәр үгәйһетелгән бала хәлендә йәшәргә тейеш әле?