Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Осраҡлыҡтар осраҡлы түгел
Осраҡлыҡтар  осраҡлы түгел
Кеше тормошо гел осраҡлыҡтарҙан торған кеүек. Ҡайһы саҡта улар яҙмышыбыҙҙа ҙур роль уйнай. Урал Тимербулат улы Юлдашев менән тап шулай була ла инде...


Күптән түгел яҡташыбыҙ Рәмзиә Бикәнәсова эш буйынса Ҡаҙағстанға юллана. Әл-фарабы исемен­дәге Ҡаҙағстан дәүләт университетында архитектура ҡомартҡыһына һоҡ­ланып йөрөгән мәлдә, уның эргәһе­нә бер ҡыҙ килә.
– Апай, һеҙ ҡайһы яҡтан?
– Башҡортостандан. Ниңә һорайһың, һылыуым?
– Минең еҙнәм Башҡортостандыҡы. Китаптар яҙа. Яҡта­шығыҙ менән осрашҡығыҙ килмәйме?
Рәмзиә Бикәнәсова менән Урал Юлдашев шул уҡ көндө осраша. Был танышыу артабан ижади тан­демға әүерелеүенә бөгөн икеһе лә шат. Рәмзиә Уралдың байтаҡ ҡына әҫәрен Башҡортостанға алып ҡайта, һәм улар матбуғат биттәрендә донъя күрә.
Ошо көндәрҙә таныштар “Башҡортостан” гәзите редак­ция­һына һөйө­нөслө хәбәр алып килде. Урал Юлдашевтың “Баш­ҡорттар. Пугачев полковнигы Ҡаранай Моратов­тың тарихы” тигән повесы китап булып нәшер ител­гән.
Типография буяуы кибеп тә өлгөрмәгән баҫманы Урал Тимербулат улы Ҡаҙағстандан Башҡортостан­дағы дуҫтарына, туғандарына күрһәтергә алып ҡайт­ҡан.
– Ҡаранай Моратовтың яҙмышы мине бала саҡтан ҡыҙыҡһындыра ине. Беҙҙең нәҫел ебе уға барып тоташа булһа кәрәк. Юғары кластарҙа уҡығанда тарихи архивтарға мөрә­жәғәт итеп, төрлө сығанаҡтарҙан уның тормошо тураһында мәғлүмәт тупланым. Бынан бер нисә йыл элек тарихсы Салауат Таймасов менән танышыу бәхете тейҙе. Ул миңә башҡорт ихтилалдары тураһындағы китабын бүләк итте. Уны уҡып сыҡ­ҡас, күңелемдә күптән йөрөткән хыялыма – Ҡаранай Моратов тураһында тарихи повесть яҙыуға тотонорға булдым. Әҫәр өҫтөндә дүрт йыл самаһы эшләнем, – тип һөйләй Урал Тимербулат улы.
Урал Юлдашев Стәрлебаш ауылында урта мәктәпте та­мамлағандан һуң Өфөгә медицина институтына юллана. Аҙаҡ Мәскәүҙә аспирантурала уҡыуын дауам итә. Яҙмыш елдәре Уралды Ҡаҙағстан тарафтарына илтә. Бөтә булмышын ме­дицинаға арнаған шәхес – эшендә хөрмәт һәм абруй ҡаҙанған белгес. 1986 йылдан Алматы ҡалаһында Акушерлыҡ, гинекология һәм перинатология буйынса ғилми үҙәктә эшләй. Медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы табип.
– Элек ҡулыма ҡәләм алып ижад итеү теләге юҡ ине. 2005 йылда илһамланып шиғырҙар яҙа башланым. Һуңынан хикәйәләргә тотондом. Был повесть — күләмле әҫәрҙәремдең тәүгеһе. Ижад емештәремде Башҡортостанда нәшер итеү­ҙәренә шатмын. Туғандарым, дуҫтарым уҡып ҡыуана. Ә бына әлеге тарихи яҙмамды йәштәргә лә уҡып сығырға кәңәш итер инем, — ти автор.
Уның китабына сәйәси фәндәр кандидаты, Ҡаҙағстан Рес­публикаһының “Дарын” дәүләт премияһына лайыҡ булған Ол­жас Ҡаптағаевтың баһаһы ла юғары. “Тарих тураһында яҙыу – мөһим һәм яуаплы эш, айырыуса халыҡтың азатлыҡ өсөн көрәше тураһында һүҙ барғанда. Башҡорт халҡының легендар геройы Салауат Юлаев хаҡында яҡшы беләбеҙ, ул ҡыҫҡа ғына тарихи арауыҡ эсендә быуаттар буйы онотолмаған шәхескә әүерелгән. Ә бына Пугачев ихти­лалының тағы бер шаһиты Ҡаранай Моратов тураһында әллә ни мәғлүмәт юҡ ине”, – тип яҙған ул.
Ысынлап та, повесть еңел уҡыла һәм тәүге юлдарынан уҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Башҡортостандан ситтә, тыуған хал­ҡына тоғролоҡ һаҡлап, тамырҙарын онотмай емешле ижад иткән яҡташыбыҙға уңыштар ғына теләге килә.


Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә