Кеше тормошо гел осраҡлыҡтарҙан торған кеүек. Ҡайһы саҡта улар яҙмышыбыҙҙа ҙур роль уйнай. Урал Тимербулат улы Юлдашев менән тап шулай була ла инде...
Күптән түгел яҡташыбыҙ Рәмзиә Бикәнәсова эш буйынса Ҡаҙағстанға юллана. Әл-фарабы исемендәге Ҡаҙағстан дәүләт университетында архитектура ҡомартҡыһына һоҡланып йөрөгән мәлдә, уның эргәһенә бер ҡыҙ килә.
– Апай, һеҙ ҡайһы яҡтан?
– Башҡортостандан. Ниңә һорайһың, һылыуым?
– Минең еҙнәм Башҡортостандыҡы. Китаптар яҙа. Яҡташығыҙ менән осрашҡығыҙ килмәйме?
Рәмзиә Бикәнәсова менән Урал Юлдашев шул уҡ көндө осраша. Был танышыу артабан ижади тандемға әүерелеүенә бөгөн икеһе лә шат. Рәмзиә Уралдың байтаҡ ҡына әҫәрен Башҡортостанға алып ҡайта, һәм улар матбуғат биттәрендә донъя күрә.
Ошо көндәрҙә таныштар “Башҡортостан” гәзите редакцияһына һөйөнөслө хәбәр алып килде. Урал Юлдашевтың “Башҡорттар. Пугачев полковнигы Ҡаранай Моратовтың тарихы” тигән повесы китап булып нәшер ителгән.
Типография буяуы кибеп тә өлгөрмәгән баҫманы Урал Тимербулат улы Ҡаҙағстандан Башҡортостандағы дуҫтарына, туғандарына күрһәтергә алып ҡайтҡан.
– Ҡаранай Моратовтың яҙмышы мине бала саҡтан ҡыҙыҡһындыра ине. Беҙҙең нәҫел ебе уға барып тоташа булһа кәрәк. Юғары кластарҙа уҡығанда тарихи архивтарға мөрәжәғәт итеп, төрлө сығанаҡтарҙан уның тормошо тураһында мәғлүмәт тупланым. Бынан бер нисә йыл элек тарихсы Салауат Таймасов менән танышыу бәхете тейҙе. Ул миңә башҡорт ихтилалдары тураһындағы китабын бүләк итте. Уны уҡып сыҡҡас, күңелемдә күптән йөрөткән хыялыма – Ҡаранай Моратов тураһында тарихи повесть яҙыуға тотонорға булдым. Әҫәр өҫтөндә дүрт йыл самаһы эшләнем, – тип һөйләй Урал Тимербулат улы.
Урал Юлдашев Стәрлебаш ауылында урта мәктәпте тамамлағандан һуң Өфөгә медицина институтына юллана. Аҙаҡ Мәскәүҙә аспирантурала уҡыуын дауам итә. Яҙмыш елдәре Уралды Ҡаҙағстан тарафтарына илтә. Бөтә булмышын медицинаға арнаған шәхес – эшендә хөрмәт һәм абруй ҡаҙанған белгес. 1986 йылдан Алматы ҡалаһында Акушерлыҡ, гинекология һәм перинатология буйынса ғилми үҙәктә эшләй. Медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы табип.
– Элек ҡулыма ҡәләм алып ижад итеү теләге юҡ ине. 2005 йылда илһамланып шиғырҙар яҙа башланым. Һуңынан хикәйәләргә тотондом. Был повесть — күләмле әҫәрҙәремдең тәүгеһе. Ижад емештәремде Башҡортостанда нәшер итеүҙәренә шатмын. Туғандарым, дуҫтарым уҡып ҡыуана. Ә бына әлеге тарихи яҙмамды йәштәргә лә уҡып сығырға кәңәш итер инем, — ти автор.
Уның китабына сәйәси фәндәр кандидаты, Ҡаҙағстан Республикаһының “Дарын” дәүләт премияһына лайыҡ булған Олжас Ҡаптағаевтың баһаһы ла юғары. “Тарих тураһында яҙыу – мөһим һәм яуаплы эш, айырыуса халыҡтың азатлыҡ өсөн көрәше тураһында һүҙ барғанда. Башҡорт халҡының легендар геройы Салауат Юлаев хаҡында яҡшы беләбеҙ, ул ҡыҫҡа ғына тарихи арауыҡ эсендә быуаттар буйы онотолмаған шәхескә әүерелгән. Ә бына Пугачев ихтилалының тағы бер шаһиты Ҡаранай Моратов тураһында әллә ни мәғлүмәт юҡ ине”, – тип яҙған ул.
Ысынлап та, повесть еңел уҡыла һәм тәүге юлдарынан уҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Башҡортостандан ситтә, тыуған халҡына тоғролоҡ һаҡлап, тамырҙарын онотмай емешле ижад иткән яҡташыбыҙға уңыштар ғына теләге килә.