Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тау башында балҡый бер ҡала...
Тау башында балҡый бер ҡала...
Киләһе йылда беҙҙә ШОС һәм БРИКС саммиттары үтәсәге күптән билдәле инде. Был яуаплы сараларға Өфөлә әҙерлек нисек бара? Ниндәй мөһим төҙөлөштәр башҡарыла? Яңы ҡунаҡханалар, мөһим социаль объекттар ваҡытында сафҡа инерме? Ошо һәм башҡа һорауҙарға матбуғат конференцияһында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Александр Филиппов яуап бирҙе. Журналистар менән йәнле аралашыу ғәҙәттәгесә йылы кабинетта түгел, ә яңы ғына төҙөлгән 15 ҡатлы йорттоң түбәһендә үтте.


Тау башында балҡый бер ҡала...– Бөгөн Өфө төҙөлөш буйынса күтәрелеш осорон кисерә, – тип белдерҙе Александр Анатольевич. – Ошо йыл эсендә генә 890 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа инәсәк, шуның 120 мең квадрат метры социаль программаны хәл итеүгә йүнәлтелгән. Әле баш ҡалабыҙҙағы 550 объектта төҙөлөш барыуын иҫәпкә алғанда, был маҡсатты тор­мошҡа ашырыу әллә ни ҡыйынға тура килмәҫ.
Александр Филиппов белдереүенсә, ШОС һәм БРИКС саммиттарына ҡарата Өфөлә һигеҙ ҡунаҡхана төҙөлә, быйыл шуларҙың алтауһын сафҡа индереү күҙаллана. Бынан тыш, баш ҡалала ике өр-яңы балалар баҡсаһы, бер нисә сауҙа үҙәге, капиталь ремонттан һуң мәктәптәр ишеген асасаҡ.
– Халыҡ өсөн йәшәргә уңайлы шарттар булдырыу – төп маҡсатыбыҙ, – тип белдерҙе баш ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары.
Өфөнөң үҙ йөҙөн булдырыуҙы ла төп йүнәлештәрҙең береһе тип билдәләй урын­дағы етәкселек. Бының өсөн тәү сират­та тө­ҙөлөш өлкәһендәге мөһим пробле­маларҙы хәл итергә кәрәк.
– Бер нисә йыл элек төҙөлөш өсөн ерҙе компаниялар төрлө ысул менән алған. Быға әллә ни ҡаты талаптар ҙа ҡуйылмаған. Һө­ҙөмтәлә ҙур сығымдар кисергән компания торлаҡтың хаҡын арттырырға мәжбүр бул­ған. Әле хәл үҙгәрҙе. Был мәсьәләне республика етәксеһе иғтибар үҙәгендә тота, – тине Александр Филиппов.
Ҡала хакимиәте барлыҡ төҙөлөш эштәрен тикшереп тора, сөнки сығымдарҙы кәметеү маҡсатында вайымһыҙлыҡ күрһәткән компаниялар ҙа юҡ түгел. Йә йорттоң тышҡы ҡиә­фәте матур түгел, йә тирә-яғы төҙөкләнде­рел­мәгән. Ундай илке-һалҡы төҙөүселәргә йортто сафҡа индерергә рөхсәт бирелмәй. Әлеге көндә Өфөлә бындай биш объекттың етешһеҙлеген бөтөрөргә ҡушылған.


Автор: Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә