Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Дүртөйлөлә яңы өйҙәр ҡалҡа
Дүртөйлөлә яңы өйҙәр ҡалҡа
Шәмбе, 2 августа, Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Дүртөйлө районында булды.

Өсбүлә ылында республика етәк­сеһе аҙ ҡатлы төҙөлөш өсөн заманса материалдар, энергия һаҡлау техноло­гияһы, инженерлыҡ селтәрҙәре һәм ком­муникациялар сағылдырылған күр­гәҙмәне ҡарап сыҡты, артабан Йәштәр биҫтәһендәге төҙөлөш менән танышты. “Ауылды социаль үҫтереү” айырым маҡ­сатлы федераль программаға яраш­лы, Киров исемендәге тоҡомсолоҡ заводы көсө менән бында йыл һайын йәш белгестәр өсөн торлаҡ һалына. Баш­ҡортостан етәксеһе ике йортта төҙө­лөш эштәре сифатын ҡараны, өй туй­лаусылар менән аралашты.
Иҫке Байыш ауылында Рөстәм Хә­митов “Рәсәй” тоҡомсолоҡ заводында йорт комплекттарын ҡороу буйынса эш тәжрибәһе менән танышты. Бында яңы Мәктәп һәм Сочи урамдары барлыҡҡа килә. “Йорт комплекты” проектына яраш­лы, былтыр — бер, быйыл 10 йорт һалынған. Яңы өйҙәрҙәге бер квадрат метрҙың хаҡы — 10 мең һум.
Рөстәм Хәмитов киләһе урамды Ҡырым урамы тип атарға тәҡдим итте.
Дүртөйлө ҡалаһында төбәк башлы­ғы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм етем балаларға фатир ас­ҡыстары тапшырҙы. Генерал Шайморатов урамындағы биш ҡатлы өр-яңы йорттан 18 социаль фатир бүленгән. Быйыл өсөнсө кварталда ошондай уҡ икенсе йортто сафҡа индереү күҙал­лана.
Ҡалала Рөстәм Хәмитов аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереү мәсьәләләре буйынса республика кәңәшмәһен үткәрҙе.
– Ошондай етди сараның Дүртөйлө­лә уҙғарылыуы осраҡлы түгел. Һеҙҙең ошо өлкәләге тәжрибәгеҙҙе һәм ҡаҙа­ныштарығыҙҙы өйрәндек. Иң мөһиме, әлбиттә, кешеләрҙең ҡәнәғәт булыуы, – тине Рөстәм Хәмитов. – Күләм әллә ни ҙур булмаһа ла, алға китеш бар. Әй­тергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа республикала торлаҡ төҙөлөшө һиҙелерлек йән­ләнде: дүрт йылда туғыҙ миллион квадрат метр самаһы торлаҡ төҙөлдө, шуның алты миллион квадрат метр­ҙан ашыуын шәхси йорттар тәшкил итә. Былтыр тәүге тапҡыр 2,5 миллион квадрат метрлыҡ сикте үттек. Был күрһәткес буйынса Волга буйы федераль округында алдынғыбыҙ һәм Рәсәйҙә иң яҡшы биш төбәк иҫәбенә инәбеҙ.
Э. ҒИЛМУЛЛИНА,
Л. ДӘҮЛИЕВА.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә