Шәмбе, 2 августа, Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Дүртөйлө районында булды.
Өсбүлә ылында республика етәксеһе аҙ ҡатлы төҙөлөш өсөн заманса материалдар, энергия һаҡлау технологияһы, инженерлыҡ селтәрҙәре һәм коммуникациялар сағылдырылған күргәҙмәне ҡарап сыҡты, артабан Йәштәр биҫтәһендәге төҙөлөш менән танышты. “Ауылды социаль үҫтереү” айырым маҡсатлы федераль программаға ярашлы, Киров исемендәге тоҡомсолоҡ заводы көсө менән бында йыл һайын йәш белгестәр өсөн торлаҡ һалына. Башҡортостан етәксеһе ике йортта төҙөлөш эштәре сифатын ҡараны, өй туйлаусылар менән аралашты.
Иҫке Байыш ауылында Рөстәм Хәмитов “Рәсәй” тоҡомсолоҡ заводында йорт комплекттарын ҡороу буйынса эш тәжрибәһе менән танышты. Бында яңы Мәктәп һәм Сочи урамдары барлыҡҡа килә. “Йорт комплекты” проектына ярашлы, былтыр — бер, быйыл 10 йорт һалынған. Яңы өйҙәрҙәге бер квадрат метрҙың хаҡы — 10 мең һум.
Рөстәм Хәмитов киләһе урамды Ҡырым урамы тип атарға тәҡдим итте.
Дүртөйлө ҡалаһында төбәк башлығы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм етем балаларға фатир асҡыстары тапшырҙы. Генерал Шайморатов урамындағы биш ҡатлы өр-яңы йорттан 18 социаль фатир бүленгән. Быйыл өсөнсө кварталда ошондай уҡ икенсе йортто сафҡа индереү күҙаллана.
Ҡалала Рөстәм Хәмитов аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереү мәсьәләләре буйынса республика кәңәшмәһен үткәрҙе.
– Ошондай етди сараның Дүртөйлөлә уҙғарылыуы осраҡлы түгел. Һеҙҙең ошо өлкәләге тәжрибәгеҙҙе һәм ҡаҙаныштарығыҙҙы өйрәндек. Иң мөһиме, әлбиттә, кешеләрҙең ҡәнәғәт булыуы, – тине Рөстәм Хәмитов. – Күләм әллә ни ҙур булмаһа ла, алға китеш бар. Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа республикала торлаҡ төҙөлөшө һиҙелерлек йәнләнде: дүрт йылда туғыҙ миллион квадрат метр самаһы торлаҡ төҙөлдө, шуның алты миллион квадрат метрҙан ашыуын шәхси йорттар тәшкил итә. Былтыр тәүге тапҡыр 2,5 миллион квадрат метрлыҡ сикте үттек. Был күрһәткес буйынса Волга буйы федераль округында алдынғыбыҙ һәм Рәсәйҙә иң яҡшы биш төбәк иҫәбенә инәбеҙ.
Э. ҒИЛМУЛЛИНА,
Л. ДӘҮЛИЕВА.