Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ельцин бабай алдамас
Ельцин бабай алдамас Фермер хужалыҡтары ойошторалар тигән хәбәрҙән Ҡадировтың бөтөн­ләй йоҡоһо ҡасты. Гәзит биттәренән, телевизорҙағы тапшырыуҙар­ҙан “Нисек фермер булып китергә икән?”, “Ә ерҙе нимә менән эшкәртергә?” кеүек үҙен ҡыҙыҡ­һын­дырған мең һорауға яуап эҙләне.
Ниғмәттең олатаһын “кулак” тип Се­бергә һөргәндәр. Уларҙың ере ҙур, ма­лы күп булған, хәлле йәшәгәндәр. Ола­таһын үтә егәрле, йүнсел кеше ине тип хәтерләй өлкән быуын кешеләре.
“Ә мин ғүмерем буйы колхозда алдынғы механизатор булдым, бүләк­тәр алдым. Маҡталып эшләп йөрөһәм дә, артыҡ бер нәмәм дә юҡ. Хәйер, улай тип әйтеү бигүк дөрөҫ тә булмаҫ – күптәрҙә булмаған орденым, миҙал­да­рым бар...”
Иренең уйҙарын һиҙгәндәй, кәләше:
– Шөкөр, башмаҡты һуғымға тотон­һаҡ, быҙа­уы менән һыйырыбыҙ, дүрт-биш һарығыбыҙ ҡала... Хәйер, малды ишәйтер инек тә ул, артығын аҫрарға әлегә тиклем рөхсәт итмәнеләр шул, бесәнлек ере лә наҡыҫ, – тине бер саҡ.
Киләсәктә мөңрәп торор һыйыр малдарын, кешнәгән бейә-ҡолонсаҡтарын хыя­лында ғына түгел, төштәрендә лә кү­реп яфаланған Ниғмәт түҙмәне, ра­йон үҙәгенә барҙы ла тейешле орган­дар­ҙан утыҙ гектар ергә ҡуртымға рөх­сәт алып ҡайтты. Ауылдаштары шул көндән алып уны “фермер Ниғмәт” тип йөрөтә башланы. Егерме йыл һауынсы булып эшләгән ҡатыны Әл­фиә:
– Юҡ менән булашып йөрөйһөң, айырыл­ғанды айыу ашар, бүленгәнде бүре быуыр, – тип ҡарағайны ла, Ниғмәт артҡа сигенә торғандарҙан түгел. Тағы ла район үҙәгенә барып, ишектән-ишеккә, түрәнән-түрәгә инәлеп йөрөп, кредит юлланы. Шул аҡсаға “Беларусь” һатып алды. Өр-яңы, янып торған зәңгәр төҫтә. Өйҙәгеләр күрмә­гәндә уны һөйөп-һөйөп ала. Кәләше ихатаға сыҡһа:
– Әлфиәкәйем, беләһеңме, беҙҙең олатайҙың төшөнә лә инмәгән бындай хәл, – тип маҡтанып алырға ла онотмай.
Колхоздың металлоломға тип ырғытҡан йә булмаһа туҙып ятҡан ти­мер-томоронан ер эшкәр­теү, бесән са­быу ҡорамалдары йыйып алды. Ни­һа­йәт, Ниғмәттең түҙемһеҙләнеп көткән көндәре – тирә-яҡҡа нур сәсеп, яҙ килде. Фермерҙың бөтөнләй тыныс­лығы юғалды. Таң һарыһынан тракторына ултырып, баҫыуына ашыҡты. Еүеш ерҙе ҡулына алып иҙеп, уның өлгөргәнлеген билдәләне. “Ҡара һоло сыға бирһен әле” тип, хужаларса ялан буйлап ары атланы, бирегә үтте. “Бы­йыл, Алла бойорһа, бойҙай, яртыһына ҡап­лам итеп күп йыллыҡ үлән сәсеп ҡалдырһам, һыйыр малы алырбыҙ”, – тип хыялланды.
Яҙғы баҫыу эштәре бөтөп, бер аҙ бушағас:
– Сыйырсыҡ ояһында йәшәү етте, Әлфиә­кәйем! Ана, колхоз рәйесе ике ҡатлы итеп йорт һалдыра башланы. Унан ни еребеҙ кәм? Уйла­нырға кәрәк, – тип яңы өйгә ҡыҙығып алып китте Ниғмәт. Урмансылыҡҡа барҙы, уларға ярҙам иткән байы буралыҡ ағас алып ҡырҡты ла үҙенә ташып ҡуйҙы. Уғаса оҫта табып: “Киләһе иген менән иҫәпләшермен”, – тип, өй бурарға ҡушты.
Һаҡлыҡ кассаһындағы һуңғы аҡса­һына, ҡатыным менән улым тәрбиәләр тип, һарыҡ бәрәстәре һатып алды. Ҡул араһына инеп килгән балаһына бүтән эш тә етерлек, әммә уныһы күберәк атаһының тракторы тирәһендә урала. Дәрестән буш ваҡытында дәртләнеп эшкә тотона, урамда тиҙәк тибеп йөрөмәй. Әлфиә генә ҡайһы саҡ, хафаланып: “Хоҙайым, шатлыҡта­рыбыҙ оҙаҡ­ҡа булһын инде”, – тип һөйләнеп ала.
...Көҙөнә мул иген йыйып алып, һыйырҙарын унау итеп ебәрҙеләр.
Икенсе йылдың көҙөнә эшен бөтө­рөп, яңы өйгә күсеп сыҡтылар. Әлбиттә, уныһы колхоз рәйесенеке кеүек ике ҡатлы булманы, шулай ҙа яҡты, иркен.
– Ҡара әле, Ниғмәт, өйөбөҙ күңелгә йылыһын бөркөп тора лаһа! Нигеҙе ҡотло булһын инде! – Ҡатыны изге теләктәрен теләне, ҡанатланып.
– Хоҙай һаулыҡта, татыулыҡта йәшәргә насип итһен... – Ире йәмә­ғәтенә ҡушылды.
Йәшлектәре үткән йортто һатып ебәрҙеләр. Был хәлдән һуң Ниғмәт:
– Кәләш, өй аҡсаһына сылбырлы трактор алайыҡ, “Беларусь” ер эшкәр­теүгә бик килешеп етмәй... – тип яңы ҡарарын белдерҙе.
Үҙ алдына хыялланып йөрөгән Әл­фиә, был һүҙҙе ишетеүгә түҙемлеге бөтөп, ҡоро ғына:
– Ишек алды тулы техника! Тимер-томорҙан туймайһың да баһа, – тине лә бөтә булған аҡсаны түкмәй-сәсмәй һаҡлыҡ кассаһына һалды ла ҡуйҙы.
Был хәлдән һуң асыуы ҡабарған Ниғ­мәт кәләше менән бөтөнләй һөй­ләш­мәҫ булды. Бер аҙҙан тракторы менән күрше районға барып, бесәнгә тиклем ялланып эшләп, эш хаҡына бер иҫке генә “ДТ-75” алып ҡайтты.
Бесән сабып өйгәс, улы менән икәүләп көндө-төнгә ялғай торғас, был тракторға ла йән өрҙөләр. Уныһы тырхылдап йөрөп киткәс, кәләше:
– Тормош иптәшемдән уңдым, тырыш­лығын, һәләтен белмәй генә йө­рө­гәнмен икән, – тип әхи­рәттәренә маҡтанырға ла, хәләл ефетенә “бә­лә-ҡазаһыҙ ғына эшләп йөрөһөн инде” тип теләргә лә онотманы.
Эш-мәшәҡәттәре менән көндәр уҙа торҙо. Бер мәл телевизор ҡарап ултыр­ған Ниғмәт:
– Әлфиә, аҡсаңды кассанан алып, берәй ҙурыраҡ әйбер алып ҡалыр инең, бөтә нәмәгә хаҡ күтәрелә, аҡсаның баһаһы төшә бит, – тигәйне, ҡатыны ыжламаны ла:
– Эй, ҡартыҡайым, юҡты уйлап, борсолоп ул­тырмаһаң, исемең Ниғмәт булмаҫ. Аҡса нисек осһоҙайһын? Юҡ, Ельцин бабай алдамаҫ! Ана, ул һиңә, байыһын тип, тиктомалға күпме ссуда бирҙе!..
Ниғмәт “еңеп булмаҫ һине” тип уйлап, бер ни өндәшмәй, ауыр һулап ҡына ҡуйҙы.
Әлфиә тәүҙә иренең һүҙенә ҡолаҡ һалмаған кеүек ине, әммә бер аҙҙан яйын табып, үрге ос­тағы алыпһатар әхирәтенә барып әйләнде. Уның өйөн­дәге йыһаздарҙы күреп, иҫе-һушы кит­те. Икенсе көндө үк өй аҡсаһына диван, кресло алырға булып, уларҙың күпме торғанын белеште лә кассаға юл тотто.
Алған аҡсаһын иҫәпләп ҡарағас, эргәһендә сит кешеләрҙең тороуына ла иғтибар итмәй, ҡысҡырып илап ебәрҙе:
– Артып ятыр, тигәйнеләр ҙәһә...
Ҡатынының хәлен аңлаған Ниғмәт:
– Үҙеңде ҡулға ал, Әлфиәкәйем. Сәләмәтлек бирһен! Аҡса һыу күбеге һымаҡ ул. Бер-ике баш малды һуйып һатып, теләгән әйбереңде алыр­быҙ. Сабирйәндең дә машина алам тип ғүмер буйы йыйған аҡсаһына тәгәрмәс тә килмәне. Бер беҙ генә алданманыҡ, Бөтә Рәсәй халҡы ошондай хәлдә. Юҡҡа күҙ йәшеңде түкмә. Заманы шулай, – тип йыуатты. Уныһы бер аҙ тыныс­ланғас, баҙарға барып, өй аҡса­һына калуш кенә һатып алдылар. Әлфиә бик ҡиммәткә төшкән был әйбер­ҙе үҙенең килен булғанда кил­тергән бирнә һандығы эргәһенә ҡәҙер­ләп ултыртып ҡуйҙы. Өйгә торошло калуш бит ул!
Тиҙҙән Әлфиәне күршеһе Ураҙа ғәйете уңайынан ҡунаҡҡа саҡырҙы. Фер­мер бисәһе бит, шуға лайыҡлы кү­ре­нер өсөн матур итеп кейенде, яһан­ды ҡатын. Инде калушын кейәйем тип эйелгәйне, уныһы урынында булмай сыҡты. Эҙләмәгән мөйөшө ҡалмағас, Ниғмәт үсегеп йәшергәндер тип уйланы.
– Суҡынғыр, ҡайҙа йәшерҙең калушымды? Аятҡа һуңлайым бит! – Ҡатын иренә ябырылды. Икәүләп эҙләп тә табылмағас, ҡиммәтле аяҡ кейеменә кемдеңдер “айыу майы һөрткәнен” аңлап, ғәрлегенән:
– Оятһыҙҙар! Өйөмдөң төҫө генә итеп һаҡ­лармын тигәйнем, исмаһам, бер генә лә кейергә насип булманы, – тип үкһеп иларға тотондо Әл­фиә. Был хәлдән һуң уның ҡан баҫымы күтәрел­де. Дауаханаға оҙаттылар.
Табип ярҙамын алып, төҙәлеп ҡайт­ҡан кәлә­ше менән сәй эсеп ултырған Ниғмәт:
– Шөкөр, һин дә һауыҡтың... – тип ҡуйҙы.
Бер аҙ тын торғас, тағы:
– Ҡура тулы мал, һыйыр малыбыҙ ҙа ишәйә... – тине. – Ҡатнаш аҙыҡ күп кәрәк буласаҡ. Быйыл дәүләткә иген тапшырмаһам, нимә тип әйтерҙәр икән?
Уның тынғыһыҙланыуы юҡҡа ғына түгел ине. Фермерҙарҙың сираттағы йыйылышында уларға игендән алып йөн, йомортҡаға тиклем бик күп йөклә­мә бирҙеләр. Крәҫтиән хужалыҡтары­ның күпселеге быны үтәй алманы.
Яҙын Ниғмәтте бер нисә фермер менән бергә район хакимиәтенең ауыл хужалығы ­ида­ра­лығына саҡырып алдылар ҙа:
– Хөкүмәткә иген тапшырмайһығыҙ икән, ерегеҙҙе тартып алабыҙ, – тип иҫкәрттеләр.
Асыуынан йөрәге шартлар сиккә еткән Ниғмәт:
– Нисек алаһығыҙ?! Һеҙ ерҙе миңә биш йылға бирҙегеҙ, был – беренсе. Икенсенән, мин ерҙе алғанда малсы­лыҡ менән шөғөлләнәм тип йөкләмә яҙҙым. Уставымда ла мал үрсетеү тура­һында ғына әйтелгән! – тип тауыш күтәрҙе.
Ләкин уның һүҙенә ҡолаҡ һалыусы юҡ ине. Өйөнә туҙынып ҡайтҡан Ниғмәт ул көндө тартмаған тәмәкеһен дә көй­рәтте, эсмәгән хәмерен дә һемерҙе.
Төнө буйы ыуаланып, үрһәләнеп, йөрәгенән әрнеп сыҡҡан хәбәрен үҙен аңлаған берҙән-бер яҡын кешеһенә – кәләшенә – һөйләне:
– Иген тапшырмайһың, тиҙәр... Сә­сә­һең – уры­рға комбайн юҡ. Ундай техниканы бит һатып алырға хәлдән кил­мәй. Колхоз рәйесенә һоранып ба­рып ҡара! “Единоличник, фермер” тип, кабинетынан ҡыуып сығара. Миңә ни эшләргә ҡала һуң? Комбайнсыларға араҡы ултыртып, төнөн генә урырға тура килә инде. Ә ватыла ҡалһа... Бөттө баш! Мең бәлә менән һуғып алған игенемде үткән йыл элеваторға илтеп тапшырҙым да аҡсаһын һаман ала алмайым. Һалымды түләмәй берәй көнгә һуңлап ҡара – штрафы, пеняһы китә. Етмәһә, кредитын да, проценты ҙурай­маһын тип, ваҡытында түләп торорға кәрәк. Мин был тиклем малды ҡатнаш аҙыҡһыҙ, һалам менән генә нисек ҡышлатырға тейеш? Ҡалаға алып барып, итен, һөтөн һатам. Быныһы иҫәп түгел. “Һөттө заводҡа тапшыр”, тиҙәр. Унда осһоҙға һорайҙар, етмәһә, аҡсаһын түләмәй ыҙалаталар...
Иренең рәнйегәнен ишеткән кәләше:
– Бына шуларҙы түрәләргә аңлатыр инең, – тигән булды.
– Беләһеңме, бисәкәй, аңламаған булып ҡыланалар. Етмәһә, колхоз рә­йесе тороп сығыш яһаны. Бөтөн техниканы урлап бөтөрҙөң, ти.
– Уларҙы яландағы соҡорҙарҙан йыйҙым, тигәйнең дәһә? Ремонтлау өсөн күпме көс, аҡса түктең! Әйҙә, ятһын ине сереп!
– Колхоз рәйесе “урланы” тип акт төҙөтһә, төрмәгә ултыртып ҡуйыуҙары ла ихтимал, закон “ағайҙар” ҡулында бит... Фермерҙар берлеге етәксеһе: “Ана, Кәбировтың сәскәне гел уңа, үҙенең комбайны бар, игенен йыл да тапшыра”, – ти. Эйе, уныһы, дуҫы бул­ғас, ссуданы мине­кенән ун тапҡырға артыҡ алды. Етмәһә, өс йыл алдараҡ эш башлаған. Бәлки, улар үҙҙәренсә дөрөҫтө һөйләйҙер, әммә минең түрә­ләр менән ашым бешмәй. Күңелем тартмай яндарына. Йәнем һыҡрай, аңлай­һыңмы? Арендаға алған еремде ғәзиз баламдай яраттым, тәрбиәләнем. Ошо арҡала ғына дәртләндем. Бөгөн килеп, яңы ғына нығынып килгән ҡанат­тарымды төбө-тамырынан йолҡоп алдылар!..
Йәшәгем килмәй, тип, Ниғмәт ауыр тойғо­ларҙан йәшләнгән күҙҙәрен бер нөктәгә төбәне лә тынып ҡалды.
Был хәлдән һуң бер нисә көн үткәс, фермер, үҙенеке булмаһа ла, күп йыл­лыҡ үлән сәселгән яланды ҡарарға китте. Унда колхоздың тракторы йәм-йәшел “балаҫ”ты бер ни булмағандай һөрөп йөрөүен күргәс, йөрәге ҡыҫыуҙан йығылмаҫ өсөн тракторына һөйәлде. Бер аҙ ауыр һулап торғандан һуң, тығыҙ үләнле кәҫте ҡулына алып, күкрәгенә ҡыҫты:
– Ҡәбәхәттәр! Исмаһам, көҙөн, үлә­нен колхоз малына сабып алғас, һөр­һәгеҙ булмай инеме ни?
Һуңғы арала ирен күҙ уңынан ысҡындырыу­ҙан ҡурҡып ҡына йөрөгән Әлфиә ни аралалыр эргәһенә йүгереп килеп етеп, Ниғмәттең йәшкәҙәгән күҙ­ҙәрен алъяпҡысы менән һөртөп алды ла, күкрәгенә ҡыҫып, арҡаһынан бәлә­кәй балалай тупылдатып һөйҙө:
– Ниғмәткәйем, сабырһыҙланма. Сыҙамлы була­йыҡ. Түҙемлектә – бәрә­кәт. Фермер булма­һаң да, асҡа үлмәбеҙ.
Август айының һуңғы көндәре. Бесән ваҡыты. Томра эҫе көн. Ниғмәт ғаиләһе менән сәй эсергә ялға туҡтаны. Әлфиә йәмәғәтен күҙәтә: “Онота ла, ғәфү итә лә алмай ерен тартып алған­ды. Өс ай бит ауыҙына һыу уртла­ғандай йөрөүенә. Ашауҙан да, йоҡонан да ҡалды. Нисек кенә ярҙам итергә инде?..”
Шул мәлдә эргәләренә “УАЗ”ик килеп туҡ­таны. Машинанан яңы ғына кол­хоз рәйесе булып эш башлаған Ғә­лимов Айтуған төштө. ­Ҡор­ҙа­ғыларға асыҡ йөҙ күрһәтеп, күрешеп сыҡҡас, һүҙ башланы ул:
– Ниғмәт ағай, колхозға эшкә сығыр инең, урып-һуғыу башланды. Бригадир кәрәк миңә...
Ауыр тынлыҡ урынлашты. Ниғмәт ҡара янып урынынан ҡуҙғалды ла бе­сән өйөмөнә ултырҙы. Айтуған менән байтаҡ һөйләштеләр. “Яҡшы етәксе булмаҡсы”, – тигән фекергә килде ир. Ғәлимовтан район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы рәйесе үҙгәреүен белде.
– Кемде ҡуйҙылар һуң?
– Сәғитов Барыйҙы, “Башҡортостан” колхозы­ның етәксеһен...
Ишеткән яңылыҡтан ҡапыл ғына Ниғмәттең йөҙө асылды. Күҙҙәрендә шат­лыҡ сатҡылары балҡыны.
– Барыйҙы? Бик яҡшы беләм! Өфө­лә икебеҙгә бергә орден тапшырҙылар. Башлы, егәрле кеше ул.
Яңынан ер алыуға өмөтөн өҙмәгән Ниғмәт ҡырҡ эшен ҡырҡ яҡҡа ташланы ла икенсе көндө үк район үҙәгенә китте. Сәғитовтың ишеге төбөн­дә байтаҡ кө­төп ултырҙы. Һәм бына уға ла сират етте. Барый күптәнге танышын, өҫтәле артынан сығып ҡаршы килеп ҡосаҡлап, ихлас ҡаршы алды. Тулҡынланған Ниғ­мәт ниңә килгәнен һөйләп бирҙе.
– Үҙем һине саҡырырға уйлап йөрөй инем әле...
Ниғмәт күҙҙәрен ҙур асып, ғәжәп­лә­неп, һорау­лы ҡарашын рәйескә төбәне.
– Ереңде алғандарын ишеткәйнем... ­Белә­­һең­ме нимә? Районға ит, һөт бир­гән яҡшы тоҡомло быуаҙ таналар кил­терәбеҙ. Малды бөтмөр, эшкә шәп, яуап­лы кешегә тапшырғым килә. Ризаһыңмы?
Ниғмәт бер аҙ һеңгәҙәп ултырҙы ла:
– Эшселәрен табырмын да... Аша­тыр­ға бесән, фураж ҡайҙан алырмын? Йөҙ баш аҙ түгел бит. Ҡайҙа аҫрармын? Быҙауҙары тыуһа, ҡайҙа ҡуйырмын?..
Етәксе ҡысҡырып көлөп ебәрҙе лә уның ҡулбашына һуғып:
– Бына был, исмаһам, хужаларса, – тине.
Сәғитов, секретарь ҡыҙыҡайҙы са­ҡы­рып, Ғәлимов Айтуғандың эш урынында булыуын һораны...
Бына ошо көндән башланды ла инде Ниғмәт өсөн тынғыһыҙ, ысын фермер тормошо.
Уға колхоздың буш торған һыйыр һәм быҙау бинаһын бирҙеләр, ҡатнаш аҙыҡ менән бесәнде лә табыштылар. Икенсе яҙҙан бүлеп бирелгән ике йөҙ гектар ерҙе эшкәртергә техника алыу өсөн ссуда бүлделәр. Хәҙер фермер хужалы­ғында һигеҙ кеше эшләй. Эш хаҡынан ҡәнәғәттәр.
...Яңы ғына быҙаулаған тананы иркә­ләү менән булған Әлфиә эргәһендә йылмайып баҫып торған ирен яңы шәй­ләне. “Бына бит, уңған, кешелекле етәк­селәр нәмә генә эшләтмәй! Хатта аҙ һүҙле, туң сырайлы кешегә лә осраған ҡаршы­лыҡтарҙы еңеү өсөн көс кенә биреп ҡалманылар, ә тормошобоҙҙоң балҡышына сәбәпсе булдылар. Ваҡы­тында ҡаты бәғерле түрәләргә үс итеп үҙенә ҡул һалыуы ла ихтимал ине бит...” Әлфиә, йомшаҡ хистәр даръя­һына бирелеп, ғәзиз кешеһенә төбәлде. Тимәк, тормош дауам итә!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 139

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 488

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 229

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 933

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 699

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 276

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 697

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 972

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 455

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 531

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 357

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 538