Фермер хужалыҡтары ойошторалар тигән хәбәрҙән Ҡадировтың бөтөнләй йоҡоһо ҡасты. Гәзит биттәренән, телевизорҙағы тапшырыуҙарҙан “Нисек фермер булып китергә икән?”, “Ә ерҙе нимә менән эшкәртергә?” кеүек үҙен ҡыҙыҡһындырған мең һорауға яуап эҙләне.
Ниғмәттең олатаһын “кулак” тип Себергә һөргәндәр. Уларҙың ере ҙур, малы күп булған, хәлле йәшәгәндәр. Олатаһын үтә егәрле, йүнсел кеше ине тип хәтерләй өлкән быуын кешеләре.
“Ә мин ғүмерем буйы колхозда алдынғы механизатор булдым, бүләктәр алдым. Маҡталып эшләп йөрөһәм дә, артыҡ бер нәмәм дә юҡ. Хәйер, улай тип әйтеү бигүк дөрөҫ тә булмаҫ – күптәрҙә булмаған орденым, миҙалдарым бар...”
Иренең уйҙарын һиҙгәндәй, кәләше:
– Шөкөр, башмаҡты һуғымға тотонһаҡ, быҙауы менән һыйырыбыҙ, дүрт-биш һарығыбыҙ ҡала... Хәйер, малды ишәйтер инек тә ул, артығын аҫрарға әлегә тиклем рөхсәт итмәнеләр шул, бесәнлек ере лә наҡыҫ, – тине бер саҡ.
Киләсәктә мөңрәп торор һыйыр малдарын, кешнәгән бейә-ҡолонсаҡтарын хыялында ғына түгел, төштәрендә лә күреп яфаланған Ниғмәт түҙмәне, район үҙәгенә барҙы ла тейешле органдарҙан утыҙ гектар ергә ҡуртымға рөхсәт алып ҡайтты. Ауылдаштары шул көндән алып уны “фермер Ниғмәт” тип йөрөтә башланы. Егерме йыл һауынсы булып эшләгән ҡатыны Әлфиә:
– Юҡ менән булашып йөрөйһөң, айырылғанды айыу ашар, бүленгәнде бүре быуыр, – тип ҡарағайны ла, Ниғмәт артҡа сигенә торғандарҙан түгел. Тағы ла район үҙәгенә барып, ишектән-ишеккә, түрәнән-түрәгә инәлеп йөрөп, кредит юлланы. Шул аҡсаға “Беларусь” һатып алды. Өр-яңы, янып торған зәңгәр төҫтә. Өйҙәгеләр күрмәгәндә уны һөйөп-һөйөп ала. Кәләше ихатаға сыҡһа:
– Әлфиәкәйем, беләһеңме, беҙҙең олатайҙың төшөнә лә инмәгән бындай хәл, – тип маҡтанып алырға ла онотмай.
Колхоздың металлоломға тип ырғытҡан йә булмаһа туҙып ятҡан тимер-томоронан ер эшкәртеү, бесән сабыу ҡорамалдары йыйып алды. Ниһайәт, Ниғмәттең түҙемһеҙләнеп көткән көндәре – тирә-яҡҡа нур сәсеп, яҙ килде. Фермерҙың бөтөнләй тыныслығы юғалды. Таң һарыһынан тракторына ултырып, баҫыуына ашыҡты. Еүеш ерҙе ҡулына алып иҙеп, уның өлгөргәнлеген билдәләне. “Ҡара һоло сыға бирһен әле” тип, хужаларса ялан буйлап ары атланы, бирегә үтте. “Быйыл, Алла бойорһа, бойҙай, яртыһына ҡаплам итеп күп йыллыҡ үлән сәсеп ҡалдырһам, һыйыр малы алырбыҙ”, – тип хыялланды.
Яҙғы баҫыу эштәре бөтөп, бер аҙ бушағас:
– Сыйырсыҡ ояһында йәшәү етте, Әлфиәкәйем! Ана, колхоз рәйесе ике ҡатлы итеп йорт һалдыра башланы. Унан ни еребеҙ кәм? Уйланырға кәрәк, – тип яңы өйгә ҡыҙығып алып китте Ниғмәт. Урмансылыҡҡа барҙы, уларға ярҙам иткән байы буралыҡ ағас алып ҡырҡты ла үҙенә ташып ҡуйҙы. Уғаса оҫта табып: “Киләһе иген менән иҫәпләшермен”, – тип, өй бурарға ҡушты.
Һаҡлыҡ кассаһындағы һуңғы аҡсаһына, ҡатыным менән улым тәрбиәләр тип, һарыҡ бәрәстәре һатып алды. Ҡул араһына инеп килгән балаһына бүтән эш тә етерлек, әммә уныһы күберәк атаһының тракторы тирәһендә урала. Дәрестән буш ваҡытында дәртләнеп эшкә тотона, урамда тиҙәк тибеп йөрөмәй. Әлфиә генә ҡайһы саҡ, хафаланып: “Хоҙайым, шатлыҡтарыбыҙ оҙаҡҡа булһын инде”, – тип һөйләнеп ала.
...Көҙөнә мул иген йыйып алып, һыйырҙарын унау итеп ебәрҙеләр.
Икенсе йылдың көҙөнә эшен бөтөрөп, яңы өйгә күсеп сыҡтылар. Әлбиттә, уныһы колхоз рәйесенеке кеүек ике ҡатлы булманы, шулай ҙа яҡты, иркен.
– Ҡара әле, Ниғмәт, өйөбөҙ күңелгә йылыһын бөркөп тора лаһа! Нигеҙе ҡотло булһын инде! – Ҡатыны изге теләктәрен теләне, ҡанатланып.
– Хоҙай һаулыҡта, татыулыҡта йәшәргә насип итһен... – Ире йәмәғәтенә ҡушылды.
Йәшлектәре үткән йортто һатып ебәрҙеләр. Был хәлдән һуң Ниғмәт:
– Кәләш, өй аҡсаһына сылбырлы трактор алайыҡ, “Беларусь” ер эшкәртеүгә бик килешеп етмәй... – тип яңы ҡарарын белдерҙе.
Үҙ алдына хыялланып йөрөгән Әлфиә, был һүҙҙе ишетеүгә түҙемлеге бөтөп, ҡоро ғына:
– Ишек алды тулы техника! Тимер-томорҙан туймайһың да баһа, – тине лә бөтә булған аҡсаны түкмәй-сәсмәй һаҡлыҡ кассаһына һалды ла ҡуйҙы.
Был хәлдән һуң асыуы ҡабарған Ниғмәт кәләше менән бөтөнләй һөйләшмәҫ булды. Бер аҙҙан тракторы менән күрше районға барып, бесәнгә тиклем ялланып эшләп, эш хаҡына бер иҫке генә “ДТ-75” алып ҡайтты.
Бесән сабып өйгәс, улы менән икәүләп көндө-төнгә ялғай торғас, был тракторға ла йән өрҙөләр. Уныһы тырхылдап йөрөп киткәс, кәләше:
– Тормош иптәшемдән уңдым, тырышлығын, һәләтен белмәй генә йөрөгәнмен икән, – тип әхирәттәренә маҡтанырға ла, хәләл ефетенә “бәлә-ҡазаһыҙ ғына эшләп йөрөһөн инде” тип теләргә лә онотманы.
Эш-мәшәҡәттәре менән көндәр уҙа торҙо. Бер мәл телевизор ҡарап ултырған Ниғмәт:
– Әлфиә, аҡсаңды кассанан алып, берәй ҙурыраҡ әйбер алып ҡалыр инең, бөтә нәмәгә хаҡ күтәрелә, аҡсаның баһаһы төшә бит, – тигәйне, ҡатыны ыжламаны ла:
– Эй, ҡартыҡайым, юҡты уйлап, борсолоп ултырмаһаң, исемең Ниғмәт булмаҫ. Аҡса нисек осһоҙайһын? Юҡ, Ельцин бабай алдамаҫ! Ана, ул һиңә, байыһын тип, тиктомалға күпме ссуда бирҙе!..
Ниғмәт “еңеп булмаҫ һине” тип уйлап, бер ни өндәшмәй, ауыр һулап ҡына ҡуйҙы.
Әлфиә тәүҙә иренең һүҙенә ҡолаҡ һалмаған кеүек ине, әммә бер аҙҙан яйын табып, үрге остағы алыпһатар әхирәтенә барып әйләнде. Уның өйөндәге йыһаздарҙы күреп, иҫе-һушы китте. Икенсе көндө үк өй аҡсаһына диван, кресло алырға булып, уларҙың күпме торғанын белеште лә кассаға юл тотто.
Алған аҡсаһын иҫәпләп ҡарағас, эргәһендә сит кешеләрҙең тороуына ла иғтибар итмәй, ҡысҡырып илап ебәрҙе:
– Артып ятыр, тигәйнеләр ҙәһә...
Ҡатынының хәлен аңлаған Ниғмәт:
– Үҙеңде ҡулға ал, Әлфиәкәйем. Сәләмәтлек бирһен! Аҡса һыу күбеге һымаҡ ул. Бер-ике баш малды һуйып һатып, теләгән әйбереңде алырбыҙ. Сабирйәндең дә машина алам тип ғүмер буйы йыйған аҡсаһына тәгәрмәс тә килмәне. Бер беҙ генә алданманыҡ, Бөтә Рәсәй халҡы ошондай хәлдә. Юҡҡа күҙ йәшеңде түкмә. Заманы шулай, – тип йыуатты. Уныһы бер аҙ тынысланғас, баҙарға барып, өй аҡсаһына калуш кенә һатып алдылар. Әлфиә бик ҡиммәткә төшкән был әйберҙе үҙенең килен булғанда килтергән бирнә һандығы эргәһенә ҡәҙерләп ултыртып ҡуйҙы. Өйгә торошло калуш бит ул!
Тиҙҙән Әлфиәне күршеһе Ураҙа ғәйете уңайынан ҡунаҡҡа саҡырҙы. Фермер бисәһе бит, шуға лайыҡлы күренер өсөн матур итеп кейенде, яһанды ҡатын. Инде калушын кейәйем тип эйелгәйне, уныһы урынында булмай сыҡты. Эҙләмәгән мөйөшө ҡалмағас, Ниғмәт үсегеп йәшергәндер тип уйланы.
– Суҡынғыр, ҡайҙа йәшерҙең калушымды? Аятҡа һуңлайым бит! – Ҡатын иренә ябырылды. Икәүләп эҙләп тә табылмағас, ҡиммәтле аяҡ кейеменә кемдеңдер “айыу майы һөрткәнен” аңлап, ғәрлегенән:
– Оятһыҙҙар! Өйөмдөң төҫө генә итеп һаҡлармын тигәйнем, исмаһам, бер генә лә кейергә насип булманы, – тип үкһеп иларға тотондо Әлфиә. Был хәлдән һуң уның ҡан баҫымы күтәрелде. Дауаханаға оҙаттылар.
Табип ярҙамын алып, төҙәлеп ҡайтҡан кәләше менән сәй эсеп ултырған Ниғмәт:
– Шөкөр, һин дә һауыҡтың... – тип ҡуйҙы.
Бер аҙ тын торғас, тағы:
– Ҡура тулы мал, һыйыр малыбыҙ ҙа ишәйә... – тине. – Ҡатнаш аҙыҡ күп кәрәк буласаҡ. Быйыл дәүләткә иген тапшырмаһам, нимә тип әйтерҙәр икән?
Уның тынғыһыҙланыуы юҡҡа ғына түгел ине. Фермерҙарҙың сираттағы йыйылышында уларға игендән алып йөн, йомортҡаға тиклем бик күп йөкләмә бирҙеләр. Крәҫтиән хужалыҡтарының күпселеге быны үтәй алманы.
Яҙын Ниғмәтте бер нисә фермер менән бергә район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығына саҡырып алдылар ҙа:
– Хөкүмәткә иген тапшырмайһығыҙ икән, ерегеҙҙе тартып алабыҙ, – тип иҫкәрттеләр.
Асыуынан йөрәге шартлар сиккә еткән Ниғмәт:
– Нисек алаһығыҙ?! Һеҙ ерҙе миңә биш йылға бирҙегеҙ, был – беренсе. Икенсенән, мин ерҙе алғанда малсылыҡ менән шөғөлләнәм тип йөкләмә яҙҙым. Уставымда ла мал үрсетеү тураһында ғына әйтелгән! – тип тауыш күтәрҙе.
Ләкин уның һүҙенә ҡолаҡ һалыусы юҡ ине. Өйөнә туҙынып ҡайтҡан Ниғмәт ул көндө тартмаған тәмәкеһен дә көйрәтте, эсмәгән хәмерен дә һемерҙе.
Төнө буйы ыуаланып, үрһәләнеп, йөрәгенән әрнеп сыҡҡан хәбәрен үҙен аңлаған берҙән-бер яҡын кешеһенә – кәләшенә – һөйләне:
– Иген тапшырмайһың, тиҙәр... Сәсәһең – урырға комбайн юҡ. Ундай техниканы бит һатып алырға хәлдән килмәй. Колхоз рәйесенә һоранып барып ҡара! “Единоличник, фермер” тип, кабинетынан ҡыуып сығара. Миңә ни эшләргә ҡала һуң? Комбайнсыларға араҡы ултыртып, төнөн генә урырға тура килә инде. Ә ватыла ҡалһа... Бөттө баш! Мең бәлә менән һуғып алған игенемде үткән йыл элеваторға илтеп тапшырҙым да аҡсаһын һаман ала алмайым. Һалымды түләмәй берәй көнгә һуңлап ҡара – штрафы, пеняһы китә. Етмәһә, кредитын да, проценты ҙураймаһын тип, ваҡытында түләп торорға кәрәк. Мин был тиклем малды ҡатнаш аҙыҡһыҙ, һалам менән генә нисек ҡышлатырға тейеш? Ҡалаға алып барып, итен, һөтөн һатам. Быныһы иҫәп түгел. “Һөттө заводҡа тапшыр”, тиҙәр. Унда осһоҙға һорайҙар, етмәһә, аҡсаһын түләмәй ыҙалаталар...
Иренең рәнйегәнен ишеткән кәләше:
– Бына шуларҙы түрәләргә аңлатыр инең, – тигән булды.
– Беләһеңме, бисәкәй, аңламаған булып ҡыланалар. Етмәһә, колхоз рәйесе тороп сығыш яһаны. Бөтөн техниканы урлап бөтөрҙөң, ти.
– Уларҙы яландағы соҡорҙарҙан йыйҙым, тигәйнең дәһә? Ремонтлау өсөн күпме көс, аҡса түктең! Әйҙә, ятһын ине сереп!
– Колхоз рәйесе “урланы” тип акт төҙөтһә, төрмәгә ултыртып ҡуйыуҙары ла ихтимал, закон “ағайҙар” ҡулында бит... Фермерҙар берлеге етәксеһе: “Ана, Кәбировтың сәскәне гел уңа, үҙенең комбайны бар, игенен йыл да тапшыра”, – ти. Эйе, уныһы, дуҫы булғас, ссуданы минекенән ун тапҡырға артыҡ алды. Етмәһә, өс йыл алдараҡ эш башлаған. Бәлки, улар үҙҙәренсә дөрөҫтө һөйләйҙер, әммә минең түрәләр менән ашым бешмәй. Күңелем тартмай яндарына. Йәнем һыҡрай, аңлайһыңмы? Арендаға алған еремде ғәзиз баламдай яраттым, тәрбиәләнем. Ошо арҡала ғына дәртләндем. Бөгөн килеп, яңы ғына нығынып килгән ҡанаттарымды төбө-тамырынан йолҡоп алдылар!..
Йәшәгем килмәй, тип, Ниғмәт ауыр тойғоларҙан йәшләнгән күҙҙәрен бер нөктәгә төбәне лә тынып ҡалды.
Был хәлдән һуң бер нисә көн үткәс, фермер, үҙенеке булмаһа ла, күп йыллыҡ үлән сәселгән яланды ҡарарға китте. Унда колхоздың тракторы йәм-йәшел “балаҫ”ты бер ни булмағандай һөрөп йөрөүен күргәс, йөрәге ҡыҫыуҙан йығылмаҫ өсөн тракторына һөйәлде. Бер аҙ ауыр һулап торғандан һуң, тығыҙ үләнле кәҫте ҡулына алып, күкрәгенә ҡыҫты:
– Ҡәбәхәттәр! Исмаһам, көҙөн, үләнен колхоз малына сабып алғас, һөрһәгеҙ булмай инеме ни?
Һуңғы арала ирен күҙ уңынан ысҡындырыуҙан ҡурҡып ҡына йөрөгән Әлфиә ни аралалыр эргәһенә йүгереп килеп етеп, Ниғмәттең йәшкәҙәгән күҙҙәрен алъяпҡысы менән һөртөп алды ла, күкрәгенә ҡыҫып, арҡаһынан бәләкәй балалай тупылдатып һөйҙө:
– Ниғмәткәйем, сабырһыҙланма. Сыҙамлы булайыҡ. Түҙемлектә – бәрәкәт. Фермер булмаһаң да, асҡа үлмәбеҙ.
Август айының һуңғы көндәре. Бесән ваҡыты. Томра эҫе көн. Ниғмәт ғаиләһе менән сәй эсергә ялға туҡтаны. Әлфиә йәмәғәтен күҙәтә: “Онота ла, ғәфү итә лә алмай ерен тартып алғанды. Өс ай бит ауыҙына һыу уртлағандай йөрөүенә. Ашауҙан да, йоҡонан да ҡалды. Нисек кенә ярҙам итергә инде?..”
Шул мәлдә эргәләренә “УАЗ”ик килеп туҡтаны. Машинанан яңы ғына колхоз рәйесе булып эш башлаған Ғәлимов Айтуған төштө. Ҡорҙағыларға асыҡ йөҙ күрһәтеп, күрешеп сыҡҡас, һүҙ башланы ул:
– Ниғмәт ағай, колхозға эшкә сығыр инең, урып-һуғыу башланды. Бригадир кәрәк миңә...
Ауыр тынлыҡ урынлашты. Ниғмәт ҡара янып урынынан ҡуҙғалды ла бесән өйөмөнә ултырҙы. Айтуған менән байтаҡ һөйләштеләр. “Яҡшы етәксе булмаҡсы”, – тигән фекергә килде ир. Ғәлимовтан район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы рәйесе үҙгәреүен белде.
– Кемде ҡуйҙылар һуң?
– Сәғитов Барыйҙы, “Башҡортостан” колхозының етәксеһен...
Ишеткән яңылыҡтан ҡапыл ғына Ниғмәттең йөҙө асылды. Күҙҙәрендә шатлыҡ сатҡылары балҡыны.
– Барыйҙы? Бик яҡшы беләм! Өфөлә икебеҙгә бергә орден тапшырҙылар. Башлы, егәрле кеше ул.
Яңынан ер алыуға өмөтөн өҙмәгән Ниғмәт ҡырҡ эшен ҡырҡ яҡҡа ташланы ла икенсе көндө үк район үҙәгенә китте. Сәғитовтың ишеге төбөндә байтаҡ көтөп ултырҙы. Һәм бына уға ла сират етте. Барый күптәнге танышын, өҫтәле артынан сығып ҡаршы килеп ҡосаҡлап, ихлас ҡаршы алды. Тулҡынланған Ниғмәт ниңә килгәнен һөйләп бирҙе.
– Үҙем һине саҡырырға уйлап йөрөй инем әле...
Ниғмәт күҙҙәрен ҙур асып, ғәжәпләнеп, һораулы ҡарашын рәйескә төбәне.
– Ереңде алғандарын ишеткәйнем... Беләһеңме нимә? Районға ит, һөт биргән яҡшы тоҡомло быуаҙ таналар килтерәбеҙ. Малды бөтмөр, эшкә шәп, яуаплы кешегә тапшырғым килә. Ризаһыңмы?
Ниғмәт бер аҙ һеңгәҙәп ултырҙы ла:
– Эшселәрен табырмын да... Ашатырға бесән, фураж ҡайҙан алырмын? Йөҙ баш аҙ түгел бит. Ҡайҙа аҫрармын? Быҙауҙары тыуһа, ҡайҙа ҡуйырмын?..
Етәксе ҡысҡырып көлөп ебәрҙе лә уның ҡулбашына һуғып:
– Бына был, исмаһам, хужаларса, – тине.
Сәғитов, секретарь ҡыҙыҡайҙы саҡырып, Ғәлимов Айтуғандың эш урынында булыуын һораны...
Бына ошо көндән башланды ла инде Ниғмәт өсөн тынғыһыҙ, ысын фермер тормошо.
Уға колхоздың буш торған һыйыр һәм быҙау бинаһын бирҙеләр, ҡатнаш аҙыҡ менән бесәнде лә табыштылар. Икенсе яҙҙан бүлеп бирелгән ике йөҙ гектар ерҙе эшкәртергә техника алыу өсөн ссуда бүлделәр. Хәҙер фермер хужалығында һигеҙ кеше эшләй. Эш хаҡынан ҡәнәғәттәр.
...Яңы ғына быҙаулаған тананы иркәләү менән булған Әлфиә эргәһендә йылмайып баҫып торған ирен яңы шәйләне. “Бына бит, уңған, кешелекле етәкселәр нәмә генә эшләтмәй! Хатта аҙ һүҙле, туң сырайлы кешегә лә осраған ҡаршылыҡтарҙы еңеү өсөн көс кенә биреп ҡалманылар, ә тормошобоҙҙоң балҡышына сәбәпсе булдылар. Ваҡытында ҡаты бәғерле түрәләргә үс итеп үҙенә ҡул һалыуы ла ихтимал ине бит...” Әлфиә, йомшаҡ хистәр даръяһына бирелеп, ғәзиз кешеһенә төбәлде. Тимәк, тормош дауам итә!