Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Миллиондарҙан елдәр иҫкән
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының контроль-иҫәп палатаһында “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһындағы тикшереү йомғаҡтары иғлан ителде. Һөҙөмтәләр етәкселек өсөн аҡланырлыҡ булмаһа ла, ултырыш ҡыҙыу барҙы.

Контроль-иҫәп палатаһындағы бындай ҡыҙыу бәхәс һис кенә лә ғәҙәти күренеш түгел. Етешһеҙлектәрҙе асыҡлаған аудиторҙар үҙҙәрен тыныс ҡына тота алмай. Шифахана етәксеһе аҡланырға тырыша. Асыҡланған кәмселектәр байтаҡ: тейешле лицензияһыҙ медицина хеҙ­мәттәре күрһәтелгән, ашханалағы аҙыҡ-түлектең пациенттарҙың сәләмәтлеге өсөн хәүефле икәнлеге билдәләнгән, шифаханала психотроп матдәләр һаҡланған, өҫтәүенә финанс эшмәкәрлеге ҡыуан­дырырлыҡ түгел. Контроль-иҫәп палатаһы аудиторы Елена Петрова:
– Тикшереү барышында 170 миллион һумлыҡ финанс етешһеҙлеге асыҡланды, был һан шифахана алған табыштың 40 процентын тәшкил итә, – тип билдәләне.
Шифахана директоры Рәмил Бәҙретдинов иһә, шифахананы бөлгөнлөккә төшкән ерҙән күтәреп алдыҡ, тигән фекерҙә.
– Көрсөктө уңышлы үтеү өсөн өс йыл самаһы ваҡыт кәрәк. Әлеге мәлгә байтаҡ эш башҡарылған. Ун яңы бүлектән торған дауалау-диагностика комплексы сафҡа инде. Шифахана яңыртылды, – тине ул.
Ултырышта ҡатнашыусылар шифахана хеҙмәткәрҙәрен ҡыҫҡартыу сәбәптәрен дә аңлай алманы. Контроль-иҫәп палатаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, ике йыл ярым эсендә учреждение персоналы тулыһынса яңыртылған. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай комитеты рәйесе Николай Никитин:
– Унда хәтәр эштәр ҡылынған. 2012 йылда – 249 кеше, ә 2013 йылда 200 кеше эшенән бушатылған. Бер сәбәпһеҙ. Улар эсә торғайны тип аҡланалар, әммә был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөккә тап килмәүе көн кеүек асыҡ, – тип ғәжәпләнеүен йәшермәне.
Рәмил Бәҙретдинов «Йәшел сау­ҡа­лыҡ»­ҡа тиклем «Янғантау» шифахана­һына етәкселек иткәйне. Бында ҡылынған эштәре буйынса яңыраҡ Салауат районы суды уға шартлы рәүештә хөкөм ҡарары сығарҙы. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙә­рен­сә, ошо хәлдәрҙе иҫәпкә алып, әле Рәмил Бәҙретдинов менән хеҙмәт килешеүен өҙөү тураһында ҡарар әҙерләнә. Контроль-иҫәп палатаһының сираттағы тик­шереү һөҙөмтәләре буйынса мәғлүмәт хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшыры­ласаҡ.

Л. ҒАФАРОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә