Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының контроль-иҫәп палатаһында “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһындағы тикшереү йомғаҡтары иғлан ителде. Һөҙөмтәләр етәкселек өсөн аҡланырлыҡ булмаһа ла, ултырыш ҡыҙыу барҙы.
Контроль-иҫәп палатаһындағы бындай ҡыҙыу бәхәс һис кенә лә ғәҙәти күренеш түгел. Етешһеҙлектәрҙе асыҡлаған аудиторҙар үҙҙәрен тыныс ҡына тота алмай. Шифахана етәксеһе аҡланырға тырыша. Асыҡланған кәмселектәр байтаҡ: тейешле лицензияһыҙ медицина хеҙмәттәре күрһәтелгән, ашханалағы аҙыҡ-түлектең пациенттарҙың сәләмәтлеге өсөн хәүефле икәнлеге билдәләнгән, шифаханала психотроп матдәләр һаҡланған, өҫтәүенә финанс эшмәкәрлеге ҡыуандырырлыҡ түгел. Контроль-иҫәп палатаһы аудиторы Елена Петрова:
– Тикшереү барышында 170 миллион һумлыҡ финанс етешһеҙлеге асыҡланды, был һан шифахана алған табыштың 40 процентын тәшкил итә, – тип билдәләне.
Шифахана директоры Рәмил Бәҙретдинов иһә, шифахананы бөлгөнлөккә төшкән ерҙән күтәреп алдыҡ, тигән фекерҙә.
– Көрсөктө уңышлы үтеү өсөн өс йыл самаһы ваҡыт кәрәк. Әлеге мәлгә байтаҡ эш башҡарылған. Ун яңы бүлектән торған дауалау-диагностика комплексы сафҡа инде. Шифахана яңыртылды, – тине ул.
Ултырышта ҡатнашыусылар шифахана хеҙмәткәрҙәрен ҡыҫҡартыу сәбәптәрен дә аңлай алманы. Контроль-иҫәп палатаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, ике йыл ярым эсендә учреждение персоналы тулыһынса яңыртылған. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай комитеты рәйесе Николай Никитин:
– Унда хәтәр эштәр ҡылынған. 2012 йылда – 249 кеше, ә 2013 йылда 200 кеше эшенән бушатылған. Бер сәбәпһеҙ. Улар эсә торғайны тип аҡланалар, әммә был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөккә тап килмәүе көн кеүек асыҡ, – тип ғәжәпләнеүен йәшермәне.
Рәмил Бәҙретдинов «Йәшел сауҡалыҡ»ҡа тиклем «Янғантау» шифаханаһына етәкселек иткәйне. Бында ҡылынған эштәре буйынса яңыраҡ Салауат районы суды уға шартлы рәүештә хөкөм ҡарары сығарҙы. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, ошо хәлдәрҙе иҫәпкә алып, әле Рәмил Бәҙретдинов менән хеҙмәт килешеүен өҙөү тураһында ҡарар әҙерләнә. Контроль-иҫәп палатаһының сираттағы тикшереү һөҙөмтәләре буйынса мәғлүмәт хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырыласаҡ.
Л. ҒАФАРОВА әҙерләне.