Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » «Ашығыс ярҙам» кемдең ярҙамына мохтаж?
Ћуңғы ваҡытта киң мәғлүмәт сараларында Өфөләге ашығыс медицина ярҙамы системаһының эшмәкәрлеге тураһында һүҙ ҡуйырғандан-ҡуйыра. Ошо сәбәпле, баш ҡаланың Ленин районындағы ашығыс ярҙам подстанцияһында матбуғат кәңәшмәһе үтте.

Баш ҡалалағы Ашығыс медицина ярҙамы станцияһының профком рәйесе Илдар Ниғмәтуллиндың әйтеүенсә, ҡайҙандыр килгән кешеләр акция ойошторғанға тиклем үк станция етәкселегенең Өфө хакимиәтенең Ћаулыҡ һаҡлау идара­лығына, рес­публиканың Ћаулыҡ һаҡлау министрлығына һәм Мотлаҡ медицина страховкаһы фондының төбәк бүлексәһенә мөрәжәғәте һөҙөмтәһендә, ашығыс медицина ярҙамының матди хәлен яҡшыртыу, шул иҫәптән эш хаҡын түләүҙе көйләү маҡсатында, йән башына финанслау тураһындағы ҡарар ҡабул ителгән.
– Беҙ, Өфө ҡалаһының һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ағзалары, сит төбәктән килгән әүҙемселәрҙең йо­ғонтоһона эләккәндәргә ризаһыҙлыҡ белдерәбеҙ. Бөгөн Ашы­ғыс медицина ярҙамы станцияһының бер төркөм хеҙмәткәрҙәре лә «Действие» профсоюзына ингән, ҡайһы берҙәре – беҙҙең профком ағзаһы ла. Єммә уставта бер хеҙмәткәрҙең ике профсоюз ойошмаһы ағзаһы була алмауы хаҡында әйтелгән, – тине И. Ниғмәтуллин.
Профсоюз лидеры әйтеүенсә, “Действие” ағзалары хеҙмәткәрҙәрҙе борсоған иң ауыр мәсьәләне ҡуҙғатып, хәлде ҡуйыртып ебәрергә теләй. Баҡһаң, ошондай уҡ хәлдәр башта Украинала ла теркәлгән. Сарала был тармаҡта эшләүселәр ҙә сығыш яһаны.
Быйылғы тәүге ярты йыллыҡ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, баш ҡалалағы Ашығыс медицина ярҙамы станцияһында 1 мең 241 кеше эшләй. Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, табиптарҙың уртаса эш хаҡы 481 һумға артҡан, ә урта медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 513 һумға кәмегән. Дөйөм алғанда, эш хаҡы уртаса 5 процентҡа кәмегән. Быйыл страховка компаниялары тарафынан Ашығыс медицина ярҙамы станцияһын финанслау яҡынса 100 миллион һумға аҙайған. 31 мартта уҡ 1 июндән эш хаҡы һәм дәртләндереүсе түләүҙәр структураһы үҙгәрәсәге хаҡында хеҙмәткәрҙәргә хәбәр ителгән. Єммә кемдер, июнь өсөн эш хаҡын алып ҡарамайынса, ашығып профсоюздар комитетына ялыу яҙған.
Йыл башынан Станция етәкселеге тарафынан респуб­ликаның Ћаулыҡ һаҡлау министрлығына, Медицина страховка фондының Башҡортостан бүлексәһенә һәм БР Проку­ра­тура­һына финанслау тураһындағы мәсьәләне ҡарау өсөн 17 мөрә­жә­ғәт ебәрелгән. Быйыл 25 июлдә Ћаулыҡ һаҡлау ми­нистр­лығының тариф комиссияһы Өфө ҡалаһының Ашығыс медицина ярҙамы станцияһын йән башына финанслауға күсереү тураһында ҡарар ҡабул иткән.
Башҡортостандың Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Павел Зырянов республикалағы бөтә тармаҡтарҙа ла, шул иҫәптән һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә, проблемаларҙың күп булыуы хаҡында әйтте.
– Борсоған мәсьәләләрҙе хәл итергә тырышасаҡбыҙ. Кадрҙарға бер аҙ ҡытлыҡ булһа ла, станция тотороҡло эшләй. Тиҙҙән хеҙмәткәрҙәрҙең торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү юлдарын эҙләйәсәкбеҙ, – тине Ашығыс медицина ярҙамы станцияһы етәксеһе Марат Йыһаншин.
Ваҡиғаға дөрөҫ баһаны ваҡыт үҙе билдәләр. Єммә Өфөләге Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәте менән бәйле хәлгә ғәҙел яуапты бик тиҙ табып, баш бутаусыларҙы ысын хеҙмәт кешеләренән айыра алһаҡ ине.


Автор: Айһылыу НИЗАМОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә