Ћуңғы ваҡытта киң мәғлүмәт сараларында Өфөләге ашығыс медицина ярҙамы системаһының эшмәкәрлеге тураһында һүҙ ҡуйырғандан-ҡуйыра. Ошо сәбәпле, баш ҡаланың Ленин районындағы ашығыс ярҙам подстанцияһында матбуғат кәңәшмәһе үтте.
Баш ҡалалағы Ашығыс медицина ярҙамы станцияһының профком рәйесе Илдар Ниғмәтуллиндың әйтеүенсә, ҡайҙандыр килгән кешеләр акция ойошторғанға тиклем үк станция етәкселегенең Өфө хакимиәтенең Ћаулыҡ һаҡлау идаралығына, республиканың Ћаулыҡ һаҡлау министрлығына һәм Мотлаҡ медицина страховкаһы фондының төбәк бүлексәһенә мөрәжәғәте һөҙөмтәһендә, ашығыс медицина ярҙамының матди хәлен яҡшыртыу, шул иҫәптән эш хаҡын түләүҙе көйләү маҡсатында, йән башына финанслау тураһындағы ҡарар ҡабул ителгән.
– Беҙ, Өфө ҡалаһының һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ағзалары, сит төбәктән килгән әүҙемселәрҙең йоғонтоһона эләккәндәргә ризаһыҙлыҡ белдерәбеҙ. Бөгөн Ашығыс медицина ярҙамы станцияһының бер төркөм хеҙмәткәрҙәре лә «Действие» профсоюзына ингән, ҡайһы берҙәре – беҙҙең профком ағзаһы ла. Єммә уставта бер хеҙмәткәрҙең ике профсоюз ойошмаһы ағзаһы була алмауы хаҡында әйтелгән, – тине И. Ниғмәтуллин.
Профсоюз лидеры әйтеүенсә, “Действие” ағзалары хеҙмәткәрҙәрҙе борсоған иң ауыр мәсьәләне ҡуҙғатып, хәлде ҡуйыртып ебәрергә теләй. Баҡһаң, ошондай уҡ хәлдәр башта Украинала ла теркәлгән. Сарала был тармаҡта эшләүселәр ҙә сығыш яһаны.
Быйылғы тәүге ярты йыллыҡ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, баш ҡалалағы Ашығыс медицина ярҙамы станцияһында 1 мең 241 кеше эшләй. Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, табиптарҙың уртаса эш хаҡы 481 һумға артҡан, ә урта медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 513 һумға кәмегән. Дөйөм алғанда, эш хаҡы уртаса 5 процентҡа кәмегән. Быйыл страховка компаниялары тарафынан Ашығыс медицина ярҙамы станцияһын финанслау яҡынса 100 миллион һумға аҙайған. 31 мартта уҡ 1 июндән эш хаҡы һәм дәртләндереүсе түләүҙәр структураһы үҙгәрәсәге хаҡында хеҙмәткәрҙәргә хәбәр ителгән. Єммә кемдер, июнь өсөн эш хаҡын алып ҡарамайынса, ашығып профсоюздар комитетына ялыу яҙған.
Йыл башынан Станция етәкселеге тарафынан республиканың Ћаулыҡ һаҡлау министрлығына, Медицина страховка фондының Башҡортостан бүлексәһенә һәм БР Прокуратураһына финанслау тураһындағы мәсьәләне ҡарау өсөн 17 мөрәжәғәт ебәрелгән. Быйыл 25 июлдә Ћаулыҡ һаҡлау министрлығының тариф комиссияһы Өфө ҡалаһының Ашығыс медицина ярҙамы станцияһын йән башына финанслауға күсереү тураһында ҡарар ҡабул иткән.
Башҡортостандың Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Павел Зырянов республикалағы бөтә тармаҡтарҙа ла, шул иҫәптән һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә, проблемаларҙың күп булыуы хаҡында әйтте.
– Борсоған мәсьәләләрҙе хәл итергә тырышасаҡбыҙ. Кадрҙарға бер аҙ ҡытлыҡ булһа ла, станция тотороҡло эшләй. Тиҙҙән хеҙмәткәрҙәрҙең торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү юлдарын эҙләйәсәкбеҙ, – тине Ашығыс медицина ярҙамы станцияһы етәксеһе Марат Йыһаншин.
Ваҡиғаға дөрөҫ баһаны ваҡыт үҙе билдәләр. Єммә Өфөләге Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәте менән бәйле хәлгә ғәҙел яуапты бик тиҙ табып, баш бутаусыларҙы ысын хеҙмәт кешеләренән айыра алһаҡ ине.