Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » «Мин һеҙгә ышанам»
«Мин һеҙгә ышанам»
Июлдең ғәҙәти булмаған һалҡын көндәре, мыжыҡ ямғырҙары, әсе еле – бөтәһе лә тамам ялҡытты. Кисә иртән дә шулай ине. Әммә республиканың Ауыл хужалығы министрлығында үткәрелгән тантанаға барғас, кәйеф күтәрелде, тәбиғәт көйһөҙлөктәре онотолдо. Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов ҡырҡтан ашыу хеҙмәт алдынғыһына дәүләт наградаларын тапшырҙы.


– Үҙенең намыҫлы хеҙмәте, әүҙем эшмәкәр­леге менән дан ҡаҙанғандарға дәүләт наградаларын тапшырыу күңелле. Һәр берегеҙ эш уры­нында коллектив алға китһен, яңы һө­ҙөмтәләргә өлгәшһен өсөн күп көс һала. Ошо эшмәкәрлекте әүҙем дауам итеүегеҙ бөтәбеҙ өсөн дә мөһим. Республика алдындағы бурыстарҙы атҡарыуҙа ярҙамығыҙ кәрәк. Был осраҡта бөтә йүнәлештәр буйынса ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшербеҙ, – тине Рөстәм Зәки улы. Ул шулай уҡ Рәсәй әле кисергән осорҙоң ябай булмауы, быға ҡайһы бер Көнбайыш илдәренең илебеҙгә ҡаршы дошмансыл сәйәсәтенең тәьҫир итеүе, әммә республикала был саҡырыуҙарға ҡаршы тороу өсөн ресурстар – кешеләр, белем, көс, ғөмүмән, тыныс үҫеш өсөн бөтәһенең дә – барлығы хаҡында әйтте.
Тантанала Башҡорт дәүләт университеты профессоры Баязит Ғәлимовҡа Рәсәй Прези­ден­тының Рәхмәте белдерелде. Баязит Сабирйән улы 20-нән ашыу фән докторы, 50-нән ашыу фән кандидаты әҙерләгән. Был – республикала ғына түгел, хатта илдә бик һирәк осрай торған күренеш.
Башҡортостандың атҡаҙанған табибы исеме бирелгән Гүзәл Камалова Ҡырмыҫҡалы район үҙәк дауаханаһының баш табибы урын­баҫары булып эшләй. Утыҙ йылдан ашыу элек ауылға белгес булып ҡайтыуына бер ҙә үкенмәй ул. Баш табип урынбаҫары йөгөн атҡарыуына ла тиҙҙән ике тиҫтә йыл була. Республикабыҙҙың ошондай уҡ мәртәбәле исемен алған Өôөëәãå 6-ñû ñòîìàòîëîãèÿ ïîëèêëèíèêàһû áàø òàáèáû Ðөñòәì Äөìәåâ: «Áûë áүëәêòå ìèí àâàíñ áó­ëàðàҡ ҡабул итәм. Хеҙмәтемә шундай ҙур баһа биргәндәре өсөн республика етәкселегенә ҙур рәхмәтемде белдерәм», – òèíå.
Мәләүез районының «Ашҡаҙар» ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе Илдус Хәлитовҡа Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исеме бирелде. «Был дәүләт наградаһы – тотош коллективтың емешле хеҙмәтенә ҙур баһа ул», – ти Илдус Тимерхан улы.
Һигеҙ йәшлек скрипкасы Ксения Тарасева, ун биш йәшлек гитарасы Эвелина Чалышева һәм башҡалар Рәсәй конкурстарында алдынғы урындарҙы яулаған. Балаларыбыҙ ил кимәлендә ошондай уңыштарға өлгәшә икән, бында Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт­кәре исемен алған Вәриҙә Хужинаның да өлөшө бик ҙур. Ул баш ҡаланың Орджоникидзе районын­дағы балалар сәнғәт мәктәбендә скрипкала һәм гитарала уйнау серҙәренә өйрәтә.
– Êөí ìèíåң өñөí áèê ìàòóð áàøëàíäû. ŽҺåҙҙә лә ошондай уй-кисерештәрҙер тип уйлайым. Мин тағы бер тапҡыр күҙҙәрегеҙгә ҡараным да ныҡ, көслө булыуығыҙҙы күрҙем. Хеҙмәттә лә холҡоғоҙҙо күрһәтәһегеҙ. Үҙ эшегеҙҙе ошолай уҡ дауам итерһегеҙ тип ышанам. Рәхмәт һеҙгә! – тине Рөстәм Хәмитов.



Автор: А. НИЗАМОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә