Июлдең ғәҙәти булмаған һалҡын көндәре, мыжыҡ ямғырҙары, әсе еле – бөтәһе лә тамам ялҡытты. Кисә иртән дә шулай ине. Әммә республиканың Ауыл хужалығы министрлығында үткәрелгән тантанаға барғас, кәйеф күтәрелде, тәбиғәт көйһөҙлөктәре онотолдо. Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов ҡырҡтан ашыу хеҙмәт алдынғыһына дәүләт наградаларын тапшырҙы.
– Үҙенең намыҫлы хеҙмәте, әүҙем эшмәкәрлеге менән дан ҡаҙанғандарға дәүләт наградаларын тапшырыу күңелле. Һәр берегеҙ эш урынында коллектив алға китһен, яңы һөҙөмтәләргә өлгәшһен өсөн күп көс һала. Ошо эшмәкәрлекте әүҙем дауам итеүегеҙ бөтәбеҙ өсөн дә мөһим. Республика алдындағы бурыстарҙы атҡарыуҙа ярҙамығыҙ кәрәк. Был осраҡта бөтә йүнәлештәр буйынса ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшербеҙ, – тине Рөстәм Зәки улы. Ул шулай уҡ Рәсәй әле кисергән осорҙоң ябай булмауы, быға ҡайһы бер Көнбайыш илдәренең илебеҙгә ҡаршы дошмансыл сәйәсәтенең тәьҫир итеүе, әммә республикала был саҡырыуҙарға ҡаршы тороу өсөн ресурстар – кешеләр, белем, көс, ғөмүмән, тыныс үҫеш өсөн бөтәһенең дә – барлығы хаҡында әйтте.
Тантанала Башҡорт дәүләт университеты профессоры Баязит Ғәлимовҡа Рәсәй Президентының Рәхмәте белдерелде. Баязит Сабирйән улы 20-нән ашыу фән докторы, 50-нән ашыу фән кандидаты әҙерләгән. Был – республикала ғына түгел, хатта илдә бик һирәк осрай торған күренеш.
Башҡортостандың атҡаҙанған табибы исеме бирелгән Гүзәл Камалова Ҡырмыҫҡалы район үҙәк дауаханаһының баш табибы урынбаҫары булып эшләй. Утыҙ йылдан ашыу элек ауылға белгес булып ҡайтыуына бер ҙә үкенмәй ул. Баш табип урынбаҫары йөгөн атҡарыуына ла тиҙҙән ике тиҫтә йыл була. Республикабыҙҙың ошондай уҡ мәртәбәле исемен алған Өôөëәãå 6-ñû ñòîìàòîëîãèÿ ïîëèêëèíèêàһû áàø òàáèáû Ðөñòәì Äөìәåâ: «Áûë áүëәêòå ìèí àâàíñ áóëàðàҡ ҡабул итәм. Хеҙмәтемә шундай ҙур баһа биргәндәре өсөн республика етәкселегенә ҙур рәхмәтемде белдерәм», – òèíå.
Мәләүез районының «Ашҡаҙар» ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе Илдус Хәлитовҡа Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исеме бирелде. «Был дәүләт наградаһы – тотош коллективтың емешле хеҙмәтенә ҙур баһа ул», – ти Илдус Тимерхан улы.
Һигеҙ йәшлек скрипкасы Ксения Тарасева, ун биш йәшлек гитарасы Эвелина Чалышева һәм башҡалар Рәсәй конкурстарында алдынғы урындарҙы яулаған. Балаларыбыҙ ил кимәлендә ошондай уңыштарға өлгәшә икән, бында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исемен алған Вәриҙә Хужинаның да өлөшө бик ҙур. Ул баш ҡаланың Орджоникидзе районындағы балалар сәнғәт мәктәбендә скрипкала һәм гитарала уйнау серҙәренә өйрәтә.
– Êөí ìèíåң өñөí áèê ìàòóð áàøëàíäû. ŽҺåҙҙә лә ошондай уй-кисерештәрҙер тип уйлайым. Мин тағы бер тапҡыр күҙҙәрегеҙгә ҡараным да ныҡ, көслө булыуығыҙҙы күрҙем. Хеҙмәттә лә холҡоғоҙҙо күрһәтәһегеҙ. Үҙ эшегеҙҙе ошолай уҡ дауам итерһегеҙ тип ышанам. Рәхмәт һеҙгә! – тине Рөстәм Хәмитов.