1788 йылда башҡорт бейҙәренең береһе — Үҫәргән ырыуы старшинаһы Буранғол Ҡыуатовтың ғаиләһендә — (хәҙерге Ейәнсура районының Үтәғол ауылы) – бер ир бала донъяға килә. Уға Ҡаһарман тип исем ҡушалар. Ул ете йәшенән шул осорҙа киң билдәле Ҡарағай ишан мәҙрәсәһендә башланғыс белем ала. Туғыҙ йәшендә Ырымбур ҡалаһы гарнизонында рядовой казак булып хеҙмәт итә һәм уҡый башлай. 1800 йылда йөҙ башы, 1803 йылда поход старшинаһы була, йәғни хәрби подразделениены (үҙ тиҫтерҙәре араһында) аҙыҡ-түлек, кейем-һалым һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеүсе бурысын башҡара. 1804 йылда уға тәүге хәрби чин – прапорщик званиеһы бирелә. Балалыҡ йылдарын үҫмер ғаиләнән ситтә, мәҙрәсә, гарнизон мәктәбендә, походтарҙа үткәрә.
Ун һигеҙ йәшендә атаһы Буранғол етәкләгән 1-се башҡорт полкында йөҙ башы булып хеҙмәт итә. Франция менән һуғыш яҡынайыуын тойоп, пушканан, мылтыҡ, пистонлап атыу һәм ҡәлғәләрҙе штурмлау буйынса етди күнекмәләр үткәрелә. Башҡорт яугирҙәре өсөн өҫ кейеме, лампаслы салбар, күн итек, башлыҡтар тегелә. Билдәле, быларҙың барыһы ла халыҡ иҫәбенә башҡарыла. Һәр яугир ике ат менән эш итә, уның уҡ-һаҙағы, ҡылысы, һөңгөһө була. Ҡаһарман ошо әҙерлектең уртаһында ҡайнай, хәрби белемен, әҙерлеген камиллаштыра, башҡорт егеттәрен хәрби һөнәргә, алыш ысулдарына өйрәтә. Иҫәнғолда урынлашҡан хәрби гарнизон 1805 йылда уҡ илдең көнбайыш сиген һаҡлауға оҙатыла. Уның тураһында башҡа мәғлүмәттәр билдәһеҙ.
Францияның яйлап бөтә Европа илдәрен баҫып ала барыуын күреп, Рәсәй Пруссия, Австрия, Швеция, Неаполь менән Берлек төҙөй. Килешеүгә ярашлы, француздар ары китмәһен тип, Рәсәй үҙ армияһын Неман ярына туплай. 1806 йылдың аҙағында Наполеон Пруссияға һөжүм итә. Аустерлиц янындағы һуғышта Австрия менән Рәсәй армияһы ҡыйратыла. 1807 йылдың февралендә Эйнлау янындағы һуғышта ла Рәсәй армияһы ҙур юғалтыуҙар кисерә. Был һуғышҡа 14-се башҡорт полкы йәлеп ителгән, тигән мәғлүмәт бар. Бында 1-се башҡорт полкы ла ҡатнаша. Ҡәрҙәштәребеҙ фиҙакәрлек, ҡыйыулыҡ күрһәтә. Сигенеүсе урыҫ армияһының йылға аша сығырын белгәнлектән, 1-се полк унда тере ҡалҡан итеп ҡуйыла. Француздарҙың юлы киҫелә, шул уҡ ваҡытта был полк та ярты ғәскәрен юғалта.
Буранғол менән Ҡаһарман Ҡыуатовтар Александр I менән Наполеондың Тильзит договорына ҡул ҡуйыуының шаһиты була. 1806–1807 йылғы һуғыштағы батырлыҡтары «Ҡыйыулыҡ өсөн» көмөш миҙалы менән билдәләнә. Халыҡ полктың һуғыштан ҡайтыуын оло ваҡиға итеп ҡабул итә, һуғыш туҡтаны тип ҡыуана. Полктың батырлығын билдәләп, батша Александр I тарафынан бирелгән Маҡтау ҡағыҙы һаҡланған.
Англияның күҙәтеүсе офицеры Робет Вильсон да «Дошманға ҡаршы 1500 башҡорт һуғыш алып барҙы” тип яҙған. Яҙмалар дәлилләүенсә, башҡорт атлылары йылға аша сығыусы дошманға уҡтан ата, ә ярға яҡынлашыусыларға һөңгө менән ташлана.
1807 йылдың йәйендә полк – Ырымбурға, аҙаҡ һәр береһе үҙ йортона ҡайта.
Наполеон үҙенең тәкәббер ниәтен тормошҡа ашырыу, Һиндостанға тиклем барып етеү маҡсатында яңы һуғышҡа әҙерләнә. 1812 йылда 1 миллион ғәскәренең 645 меңен Рәсәй сиктәрендә туплай, ә Рәсәй яғынан 420-440 мең тирәһе яугир йыйыла. Александр I хәрби полктарын көнбайыш сиктәренә оҙата башлай. 1-се башҡорт полкы 1811 йылдың апрелендә үк юлға сыға. Июнь айында Сембер, Муром, унан Курск ҡалаһында ҡышлай. 1812 йылдың 2 ғинуарында 2-се армия генералы Багратион хәрби смотр үткәрә. 1-се полкта алмаш аттар етмәүе һәм башҡа етешһеҙлектәр күҙәтелә. Буранғол улы Ҡаһарман һәм тағы ла өс кеше, тыуған яғына ҡайтып, өҫтәмә көс – аттар, яугирҙәр алып китә.
Һуғышты 1-се башҡорт полкы 15 июндә Гродно ҡалаһы янында ҡаршылай. Тәүге көндәрҙәге рапорттарҙа «1-се башҡорт полкы яугирҙәре батырлыҡ күрһәтте» тип яҙылған юлдар бар. 27 июлдә полк атаман Платовтың һыбайлылары менән бергә француздарҙың бер дивизияһын ҡыйрата. Смоленск янында уларға ике урыҫ армияһы ҡушыла, ҡала өсөн һуғыш ике көн дауам итә. Рәсәй армияһы сигенеүен дауам итә, беҙҙең полктар тактикаһы тураһында француз генералы Марбо «Башҡорттар күгәүен кеүек килеп сағалар ҙа юғалалар. Уларҙы ҡыуып етеүе бик ауыр» тип яҙған.
1-се башҡорт полкы полковник Ефремов ғәскәре төркөмөндә һуғыша. Вишневский ауылы эргәһендәге һуғышта дошманды ҙур юғалтыуҙарға дусар итә, яугирҙәрен әсирлеккә ала. Батшаға «Бындай еңеүҙәргә өлгәшкән полковник Ефремов яугирҙәренең, уға буйһонған команда чиндарының Ғәли йәнәптәренә хеҙмәт итеүгә ынтылыштарын Һеҙгә еткереүҙе кәрәкле һанайым» тигән рапорт бирелә. Был бәрелештәрҙең уртаһында Ҡаһарман да була.
Бородинолағы һуғышта Ржевский батареяһына француздар үтеп инә. Һуғышты күҙәтеп торған Кутузов француздар тылына һөжүмгә күсә. Наполеон 28 меңлек ғәскәрен алырға мәжбүр була. Урыҫ армияһы батареяһы һаҡланып ҡала. Бородино яланындағы һуғыш — хәл иткес боролоштарҙың береһе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡорттар, ҡан ҡойоп, күпме батырлыҡ күрһәтһә лә, был һуғыш тарихына бер башҡорт яугиренең дә исеме яҙылмаған.
Һуңғы йылдарҙа Бородино һуғышы яланының панорамаһы тергеҙелә, Европа илдәре һәм Рәсәй армияларын сағылдырған парадтар үткәрелә, унда ике йөҙләгән ҡомартҡы һынланған. Замандаштарыбыҙ Мәхмүт Сәлимов менән Илдар Шәйәхмәтов ошо һуғышта башҡорттарҙың да ҡатнашыуын күрһәтеп, тарихыбыҙҙы сағылдырып ойошторолған сарала бер нисә тапҡыр ҡатнашты.
14 сентябрҙә урыҫ армияһы Мәскәүҙе ҡалдыра. Шул уҡ көндө Наполеон бушап ҡалған Мәскәүгә килеп инә. Ҡаланы ут ялҡыны ҡамап алған. Француздарҙың хәрби ялан суды 400-ләгән кешене, янғын сығарыуҙа ғәйепләп, атырға хөкөм итә. 1-се башҡорт полкы Кремлде шартлатыуҙан һаҡлау операцияһында ҡатнаша.
Ҡаһарман Ҡыуатов хеҙмәт иткән 1-се башҡорт полкы Рәсәйҙең бик күп ҡалаларын, ауылдарын азат итә, 1813 йылдан Европа илдәрен ҡотҡарыу һуғыштарында ҡатнаша. Башҡорт яугирҙәре, Дрезден, Берлин, Гамбург, Веймар ҡалаларын үтеп, 1814 йылдың мартында Парижға еңеү менән инә. Улар аттарын Сена йылғаһында һуғара, Елисей паркында тирмәләр ҡороп, Париж халҡын үҙҙәренең сағыу кейемдәре, ҡурай моңо, башҡорт йырҙары менән таң ҡалдыра. Александр I Парижға һигеҙ башҡорт полкын индерергә бойороҡ бирә. Наполеондың «ҡырағай башҡорттар» тигән һүҙенә был уның яуабы булғандыр.
Парижда үткәрелгән еңеү парадында полк командиры Буранғол, уның улы Ҡаһарман да ҡатнаша. Уларға император Александр I «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә», «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» көмөш миҙалдарын тапшыра.
Ҡаһарман император Александр I менән ике тапҡыр осраша. Беренсеһе Парижда үтһә, икенсеһе батша Ырымбурға килгән саҡта була. Хәрби губернатор Эссен уны: «Офицер, князь, дворянин, Парижда хәрби парадта ҡатнашыусы, 1806—1807 йылғы һәм 1812—1814 йылғы Ватан һуғышы хәрби наградалары кавалеры», — тип таныштыра.
Европала ике тапҡыр булып, ҡалалары, уҡыу йорттары менән танышып, кешеләре менән осрашыу барышында уларҙың йәшәү шарттарын күреп, үҙ халҡының йәшәү кимәле менән сағыштырып, ҙур борсолоу, үкенеү, әсенеү тойғолары кисерә. Үҙе урыҫ, ғәрәп, фарсы, төрки телдәрен белгән һәм ҙур китапхана тотҡан кеше булараҡ, ырыуҙаштарының тормошон, хәлен, тик белем аша ғына үҙгәртеп буласағына инана, балаларҙы уҡытыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Уның шағирҙар, яҙыусылар менән дуҫлыҡ ептәре ныҡ була. Һибәтулла Сәлихов, Әбделмәни Ҡарғалы, Шәмсетдин Зәки һәм башҡалар йыш ҡына уның ҡунаҡтары булған. Айырыуса Буранбай сәсән менән яҡындан аралашҡан. Уны үҙендә йәшереп йәшәткәне өсөн 1822 йылда кантон начальнигы вазифаһынан бушатылған.
Ҡаһарман батша менән осрашыуҙа башҡорттарҙан белемле офицерҙар, врачтар, уҡытыусылар, төрлө һөнәр белгестәре әҙерләү кәрәклеген белгертеп, Ҡазан, Мәскәү, Петербург уҡыу йорттарында башҡорт балаларын уҡытыу һәм Ырымбур, Өфө ҡалаларында уҡыу йорттары асыуҙы һорай. Александр I Ҡаһармандың үтенестәрен ыңғай баһалай. Хөкүмәт иҫәбенә уҡытыуға Ҡазан, Мәскәү, Петербург уҡыу йорттарына вакансиялар бүленә. Унда уҡып сыҡҡан ырыуҙаштарыбыҙ — Әлмөхәмәт, Усман, Ғүмәр Ҡыуатовтар, Мөхәмәтхан Ҡулаев, Юныс Бикбов кеүек шәхестәребеҙ халҡына тоғро хеҙмәт итә, дәүләт эшмәкәрҙәре булып китә.
1825 йылда Ырымбурҙа хәрби училище асыла, һәм тиҙҙән ул Неплюев кадет корпусы тип үҙгәртелә. Унда чиновниктар, дипломаттар, юристар, офицерҙар әҙерләнә. Ер һәм урман хужалығы буйынса ла белем бирелә.
1817 йылда Ҡаһарман атаһы урынына 9-сы башҡорт кантон начальнигы итеп билдәләнә. Икенсе йылына тырыш хеҙмәте өсөн «Владимир лентаһындағы алтын миҙал» менән бүләкләнә. 1820 йылда уға полковник званиеһы бирелә. 1823-1831 йылдарҙа урыҫ-төрөк һуғышында 1-се һәм 2-се башҡорт полктары ла ҡатнаша, улар Измаил һәм Килиә крепостары тирәһендә сик һаҡлауҙа тора. 1832 йылда Ҡаһарман кантонлыҡ эшен ҡустыһы Таһирға тапшырып, артабан башҡорттарға белем биреү хыялын тормошҡа ашырыу эшен дауам итә. Ырымбур генерал-губернаторы Перовский менән яҡшы мөнәсәбәттә була, Ҡаһармандың һорауы буйынса 1834 йылда Ҡазанға, Петербургка 50 башҡорт балаһы уҡырға ебәрелә. Ул Каруанһарайҙы төҙөү эшендә лә әүҙем ҡатнаша.
Ҡаһарман бик ҡыйыу, ғәҙел кеше булған. Уның тураһында Мөхәмәтша Буранғолов яҙып ҡалдырған риүәйәттә, Байтүрә Сәлтәшевтең хәтирәләрендә: «Ағайым Дәүләтшин кантонда писарь булып эшләй ине, мин унда саҡта Шәрип Касапов йүгереп инде лә, Ҡаһарман кантон килә, тине. Тиҙҙән алдан ике, төптән өс ат егелгән көймәлә Ҡаһарман килеп төштө. Ул йәшел буҫтау менән көпләнгән бүре толоп, ҡама тун кейгән, башында – ҡама бүрек”. Тунын сискәс, полковник мундирында дүрт миҙал, билендәге алтынлы ҡын эсендә ҡылысы күренгән булған.
1815 йылда кантон Дәүләтшин 14 ҡыпсаҡ ырыуы ауылдары ер биләмәһен бөрйәндәр файҙаһына күсерә, шуның өсөн 16 мең һум ришүәт алған була. Был эште Ырымбурҙың юғары чиндары ике тапҡыр тикшерә, эш батшаға барып етә. Ҡаһарман ҡыпсаҡтарға үҙ ерҙәрен ҡайтарып биреүҙә ярҙамлаша. Был эште йомоп килеүсе чиновниктар Чернов, Богданов, Дәүләтшин эштән бушатыла. Ҡыпсаҡтар шау-шыу ҡуптарып, бирелгән ришүәт, мал-тыуарҙарын кире ҡайтарып ала. Был ваҡиға оло йыйын, байрам менән тамамлана. Ҡаһарман ул йыйынға ике улын, Мәхмүт һәм Мөхәмәтйәнде, ебәрә. Уларға ҡыпсаҡтар көмөш менән биҙәлгән эйәрле ат бүләк итә, иңдәренә ебәк елән яба.
Ҡаһармандың вафаты тураһында шул замандың билдәле уҡымышлыһы Ризаитдин бин Фәхретдин «Аҫар» тигән китабында «...Ҡаһарман Буранғол улы, кантон башлығы, ... Ҡыуат ауылынан 1848 миләди йылында үлде» тип яҙа, йәғни ул 60 йәшендә вафат булған.
Халыҡ күңелендә «Ҡаһарман кантон» йыры һаҡланып ҡалған:
Буранғол улы Ҡаһарман
Кантон ине бер заман.
Ҡылысын тағып йөрөйҙөр,
Кантонмын, тиеп һаман.
Халыҡ был йырҙы быуаттар буйына күңелендә һаҡлаған.
Буранбай сәсәндең дә Ҡаһарманға арнап яҙған йыры бар.
Йылдар түгел, быуаттар үтһә лә, илебеҙ уҙамандары тураһында хәтирәләр һаҡлана. Ейәнсуралар үҙ тарихын яҙыу өсөн байтаҡ эш башҡарҙы. Әйтәйек, 2012 йылда яҡташыбыҙ Дамир Ҡыуатовтың «Үткәндәргә сәйәхәт» тигән китабы донъя күрҙе. 2009 йылда Ейәнсура район мәҙәниәт йортонда «Ҡыуатовтар династияһы» тигән шәжәрә йыйыны үткәрҙек. Унда район, республика, Рәсәй төбәктәренән ике йөҙләп ырыуҙаштар ҡатнашты. 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығы уңайынан шул йылдарҙа яуҙа ҡатнашыусыларҙың шәжәрәһен дауам итеүселәр конкурсы үткәрелде, мәктәп, мәҙәниәт йорттары әүҙем ҡатнашты. Ейәнсура башҡорт гимназияһы, Буранғол Ҡыуатов шәжәрәһен сәхнәләштереп, республика кимәлендә Гран-приға лайыҡ булды. Райондың тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейы Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткәрелгән шәжәрәләр конкурсында «Ҡыуатовтар шәжәрәһе»н күрһәтеп, диплом менән бүләкләнде.
Бынан ике быуат элек: “Халҡыбыҙ тик уҡыу, белем аша ғына матур тормошҡа килер. Башҡорт балаларын уҡытыу кәрәк”, — тип оло шәхесебеҙ Ҡаһарман кантон батшаға ла, губернаторға ла барып еткән. Уның сәскән орлоғо үҙ емешен бирҙе, тип хаҡлы рәүештә әйтергә мөмкин: Ҡыуатовтар нәҫеле уҡымышлы, талантлы. Уларҙың бөтә донъяға танылыу яулаған Буранғол, Ҡаһарман, Таһир, Әлмөхәмәт кантондары, дипломат Сафиуллаһы, дәүләт эшмәкәре Ғүмәр Ҡыуатовы, балерина Элеонораһы, йөҙәрләгән уҡытыусылары, тиҫтәләгән врачтары, инженерҙары, төҙөүселәре һәм башҡа белгестәре бар.
Әйткәндәй, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының киләһе йылдарға ҡабул ителгән эш планында Ҡаһарман Ҡыуатовтың тыуыуына 225 йыл тулыуын билдәләп үтеү ҡаралған.
Марат ТҮЛӘБАЕВ.
тыуған яҡты өйрәнеүсе.