Тарихи шәхестәребеҙ үҙебеҙ янында, күҙ алдында йөрөгәндә күрмәйбеҙ, ҡәҙерен белмәйбеҙ, тейешенсә баһаламайбыҙ.
Дәүер үтеп, ҡәҙерлеләребеҙ аранан китһә, һағынабыҙ, ер тырнап табып алырҙай булабыҙ ҙа, һуң шул...
Минең был яҙмам бәләкәй ауылдың бөйөк шәхесе, класташым, балалыҡ дуҫым Әнүәр Закир улы Әсфәндиәровтың яҡты иҫтәлегенә арнала.
Мәрхүмдең күңелен шат ҡылыу ниәтенән, ҡыҫҡаса аят бағышлап, уның зарлы бала сағы тураһында бер аҙ иҫкә алырға булдым.
Әгәр ғүмере өҙөлмәгән булһа, майҙа 80 йәшен билдәләр ине.
Ҡот осҡос ауыр заман. 1941/42 уҡыу йылы. 1-се класҡа тәүге тапҡыр белем-тәрбиә алырға, уҡырға-һанарға өйрәнергә тип шатланып мәктәпкә ашығабыҙ. Тау башындағы мәктәптә уҡытыусыбыҙ Ғәфүр ағай Мотаев, ауылға килгән йәш мөғәллим Зекериә Шәрәфетдин улы Аҡназаров бөтә ихласлыҡтары менән беҙҙе ҡаршы алды. Ҡайһы беребеҙҙең арҡаһынан һөйөп, бәке менән ялтыр итеп ҡырылған баштарыбыҙҙан һыйпап класҡа индерҙеләр. Зекериә ағай ауылға тәүгә килгәс, беҙҙең ғаилә, көнкүреш хәлдәребеҙҙе белмәй, исемдәребеҙҙе генә белә. Ғәфүр ағай беҙҙең тормошто үтәнән-үтә күреп торғас, аталы балаларҙы бергәрәк, етемдәрҙе айырыбыраҡ парталарға бүлеп ултыртты. “Аталы бала арҡалы” тигәндәй, уларҙың күңелдәре көр, шаярыуҙары ла, тауыштары ла икенсе төрлөрәк. Әнүәр менән мине бер партаға ултырттылар. Мин – ярты, Әнүәр үкһеҙ етем. Мин үҙ йортомда әсәй менән йәшәйем, Әнүәр – тыуған йортонан айырылып, Мырҙый ауылындағы өләсәһе Ғәйниямал инәйҙәрҙә. Әнүәрҙең өләсәһе әсәйем менән бергә урманда утын ҡырҡа. Әсәйем утыҙ йәште үткән. Ғәйниямал инәй иллегә етеп килә. Уларҙың өйөндә буй еткән, мыҡты кәүҙәле Менәүәрә һәм аяҡҡа зәғиф Мәғәтифә тигән апайҙары бар. Һуғыш башланып күп тә үтмәне, Менәүәрә апайҙы хеҙмәт армияһына алып киттеләр.
Уҡытыусы Зекериә ағайыбыҙ беҙҙең менән ихлас эш башланы. Биргән китаптарын, ҡәләмдәрен, буй, сатраш, ҡыя һыҙыҡлы дәфтәрҙәрен ағас сумкаға һалып, парта аҫтына ҡуйғас, эшкә керештек. Өйҙә эшләп алып килгән ун бөртөк таяҡты парта өҫтөнә теҙеп һалып, уҡытыусы ыңғайына ҡысҡырып унға тиклем уңға һәм һулға һанайбыҙ. Үҙ алдыбыҙға һанаһаҡ, буталабыҙ. Өйрәнергә теләгебеҙ шул тиклем ҙур! Парта бейек булғас, аяҡтарыбыҙ иҙәнгә етмәй. Ихласлыҡ шул тиклем, танау эсе ебеп, остары тирләп китә. Бөтәбеҙ ҙә танауҙарҙы мыш-мыш тартабыҙ, бер-беребеҙгә боролошоп ҡарап алабыҙ. Ғәфүр ағай мәктәп буйынса ҡыңғырау биргәс, эркелешеп тәүге тәнәфескә тышҡа сығабыҙ. Әллә ниндәй ҙур эш башҡарғандай булып, бөтәбеҙ ҙә бер юлы өйкөлөшөп алыҫтағы бәҙрәфкә сабабыҙ. Тәүге дәрес, тәүге тәнәфес. Бөтә кешенең дә күңелендә ныҡ һаҡланалыр ул.
Уҡыуҙар башланып, бер аҙ ваҡыт үткәс, ауылдан бер нисә ирҙе фронтҡа оҙаттылар. Класта тағы етемдәр һаны артты. Халыҡҡа күп итеп һалым һалдылар. Икмәк нормаһын кәметтеләр. Урман ҡырҡыусыларға — 200 грамм, ә балаларына — 100 грамм. Барлыҡ халыҡты дөйөм ҡайғы баҫты. Нисек теләйһең, шулай йәшә, үлмә, эшлә! Дошманды тиҙерәк тар-мар итергә! Ошондай тормош ҡуйған ҡаты талапты һәр кем үҙенсә хәл итә. Ситтән ярҙам көтөрлөк урын юҡ.
Парталаш дуҫым Әнүәрҙең нисек беҙҙең ауылға килеп эләккәнен аңлап та етмәйем. Беҙгә ҡарағанда матурыраҡ кейенгән. Өҫтөндә фабрикала тегелгән һорғолт өр-яңы костюм, салбар, фуражка. Аяғында – яңы ботинка. Ундай кейем класыбыҙҙа берәүҙә лә юҡ. Икебеҙ ҙә бер үк йәштә булһаҡ та, ул миңә ҡарағанда йәтешерәк кәүҙәле. Күңеле һәр саҡ бойоҡ. Бик тыныс холоҡло. Малайҙар менән шаярып та бармай. Беҙҙең исемдәребеҙҙе лә белмәй. Ипләп кенә, тауышы сығыр-сыҡмаҫ ҡына һөйләшә. Үҙе тиҙ генә илап бара. Ҡарап тороуға йомро ғына, теремек күренә. Күрәһең, кесе йәштән етемлек баҫҡанға шулай булғандыр инде. Беҙ, әсәй ҡулында үҫкәс, һәр төрлө ҡаршылыҡтарға бирешеп бармайбыҙ, еңеп сығырға тырышабыҙ.
Бер-беребеҙҙе аңлап, ныҡлы дуҫлашып алғас, 1942 йылдың февраль аҙаҡтарында Әнүәр юҡ булды. Мине икенсе урынға күсереп ултырттылар. Байтаҡ көндәр үткәс, өләсәһе-нән һорағайным:
— Ҡайтып китте, ҡабат беҙгә килмәй, — тине.
— Ҡайһы ауылға? — тип һорайым.
— Нуғайға, үҙенең ауылына, — тип яуапланы. Мин ул дәүерҙә II Этҡолдан башҡа ауылды күргәнем юҡ ине. 1948 йылда V класҡа II Этҡол мәктәбенә уҡырға барҙым. Беҙҙең менән бергә уҡыған балалар араһында Үрнәк, Нуғай ауылынан да уҡыусылар бар ине. Үрнәктән килгән Әкрәм Мырҙаҡаев, Нуғай егете Әбделхәй Раев, Рәжәп Кәримовтан да Әнүәрҙе һорашып ҡараным. Улар ҙа: “Беҙҙең класта Әнүәр исемле малай булманы”, – тине. Күп дәүер үтте. Үҫтек, ҙурайҙыҡ. “Ярай, берәй осрар әле, барыбер танырмын”, тип үҙемде тынысландырып йөрөнөм, һәм шулай булды ла...
37 йылдан ашыу ваҡыт үткәс, ир ҡорона тулғас, уйламаған урында осраштыҡ. Темәс урта мәктәбендә директор булып эшләп йөрөгән ваҡытта, 1978 йылдың октябрендә, урта мәктәп директорҙарын Өфө ҡалаһына өс көнлөк семинарға саҡырҙылар. “Ағиҙел” ҡунаҡханаһына урынлаштыҡ. Ул дәүерҙә районда мәғариф бүлеге мөдире булып эшләгән Рәфҡәт Фәтхулла улы Абдуллин менән киске сәғәт 4-5-тәр тирәһендә мәктәп йомошо менән БДУ-ға киттек. Эштәребеҙҙе теүәлләгәс, ҡайтырға сыҡтыҡ. Тупһаға килеп еткәс: “Бер килгәндә ағайҙың да хәлен белеп сығайыҡ әле”, — тип Рәфҡәт Фәтхулла улы, мине кире бороп, 1-се ҡаттағы бүлмәгә индерҙе. Бүлмәлә шкаф тулы ҡалын-ҡалын китаптар, өҫтәл өҫтөндә һәр төрлө эш ҡағыҙҙары ята. Тарих фәндәре кафедраһы мөдире бүлмәһе булған икән. Килеп ингәс тә олпат кәүҙәле, күҙлекле, ҡуйы ҡара мыйыҡлы кеше менән өҫтәл аша ынтылып күрештек тә, һәр беребеҙ үҙ урындарыбыҙға ултырыштыҡ. Мин ситкәрәк, ишек төбөнәрәк ултырҙым. Үҙ-ара дөйөм темаға мәрәкәләшеп һөйләшә башланыҡ. Дәрәжәле кабинет хужаһының аралашҡанда иғтибарлы ҡарашын тойоуҙан уңайһыҙланып, етешһеҙлектәремде йәшерергә тырышып, аяҡтарымды рәтләп ҡуйҙым. Костюмымдың салғыйҙарын һиҙҙермәй генә тартҡыланым, ауыл кешеһе икәнлегем һиҙелеп торалыр тип, һиҙҙермәй генә галстугымды төҙәткеләнем. Уңайһыҙланыуҙан танау остарым тирләп, йөҙөм, ҡолаҡтарым ҡыҙарып киткәндәй булды. Кинәт ул:
— Әллә, Сәлимйән, һинме? — тип һүҙ ҡатты.
— Эйе, мин, – тинем. – Әнүәр, әллә һинме?
— Эйе, мин.
Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, икебеҙ ҙә урындарыбыҙҙан һикереп тороп, иҙән уртаһында ҡосаҡлашып күрештек. Ул мине билемдән һыға ҡосаҡлап:
— Сәлимйән, ҡалай ҙурайып киткәнһең, — тип, күкрәгенә ҡыҫҡан килеш күтәреп иҙән уртаһында бер әйләндерҙе. Мин үҙем дә һиҙмәҫтән уны ҡыҫа ҡосаҡлап:
— Һин ҡайһылай йыуанайып, ауырайып киткәнһең, — тинем, иҙән уртаһында бер әйләндергәс, икебеҙ ҙә үҙ урындарыбыҙға барып ултырҙыҡ.
37 йыл буйы күңелдә төйөн булып йөрөгән һорауҙы ҡысҡырып әйттем дә ҡуйҙым: “Һин ҡайҙа юғалдың?” Ул, көтөлмәгән һорауға яуап бирергә уңайһыҙланып, өҫтәлдә ятҡан китаптарын ситкәрәк өйгөләне, һул ҡулына ҡыҙыл ҡәләмен алып, өҫтәлдәге быяла өҫтөндә әкрен генә һелкетеп, аҫҡа ҡараған килеш яй ғына һүҙ башланы.
— Эй, Сәлимйән, ул ауыр заманды үҙең беләһең бит инде, — тип миңә ҡарашын төбәне. — Әсенеп һөйләмәһәк тә, ул ғазаптарҙы күрҙек бит инде. Ҡар яуып һыуытҡас, һыйырҙар һыуалғас, бөтәбеҙҙә лә бер үк хәл ине, өшөйбөҙ, асығабыҙ. Ул көндө өләсәйем бәләкәй сана һөйрәп, урыҫ ауылына картуф эҙләп сығып киткәйне. Төн уртаһында Мәғәтифә апай мине уятып кейендерҙе лә: “Ҡайҙан килгәнһең шунда кит, беҙгә тамаҡ яуы булып йөрөмә. Һиңә түгел, үҙебеҙгә ашарға юҡ”, — тип таяҡ алып, II Этҡол юлы буйлап туҡмай-туҡмай ҡыуа башланы... Бөркөт яланының уртаһына тиклем эткеләп-төрткөләп баҫтырып килде. Шул китеүҙән ҡайтманым... Мырҙый ауылын һағынам, әле лә күргем килә. Өләсәйемдең өйөнөң нигеҙ урынына барғым килә лә, һис барып булмай шул, — тип һүҙен тамамланы.
Икебеҙ ҙә ауыр итеп тын алып ҡуйҙыҡ. Уйлап ҡараһаң, күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Ҡыш көнө, ҡараңғы төндә, аслы-туҡлы йөрөгән ете йәшлек баланың илай-илай 50 километрҙан да ашыу алыҫлыҡтағы Сыңғыҙ ауылына ҡайтып барыуын... Юл буйында II Этҡол, Үрнәк һәм башҡа бер нисә ауыл аша үтә. Ул дәүерҙә кем балаһы кемгә ғәзиз. Берәүҙе лә белмәгәс, төн уртаһында кемгә барып ишек ҡаҡһын. Кем индерһен, кемгә кәрәк тамаҡ яуы етем бала. Һәр кем үҙ сабыйын туйҙыра алмай ғазаплана.
Уның бала сағы тураһында, йөрәгенә яра һалмайым тип, ҡабат бер һүҙ ҙә ҡуҙғатманым. Төрлө темаларға бер аҙ һөйләшкәндән һуң, уны кискеһен “Ағиҙел” ресторанына саҡырҙым.
1979 йылда, Иҫән ял йортона килгән ваҡытында, Ирәндек тауы ҡуйынында тағы ла осраштыҡ, һарыҡ һуйып, самауыр ҡайнатып, ут яғып ҡаҙан аҫтыҡ. Йәшел үләнгә кәзә йөнөнән һуғылған биҙәкле балаҫ йәйеп, өҫтөнә ҡорама юрғандар түшәп, сигелгән тышлы яҫтыҡтар һалып, боронғоса шартына килтереп, байрам ойошторҙоҡ. Табында ғаиләм, йырсы Гөлнур Усман ҡыҙы Лоҡманова, Рәфҡәт Фәтхулла улы, Әнүәр һәм профессор Дамир Вәлиев булды.
1984 йылда ғаиләһе менән Талҡаҫта ял иткәндә, ғалимды Темәскә саҡырып, оло бер байрам ойошторҙоҡ. Ҡунаҡҡа үҙе менән бергә ял иткән I Этҡол мәктәбенең тәүге директоры булған Мирза Мәхмүт улы Мостафинды алып килде. Иртәгеһенә көслө йәшенле ямғыр яуыу сәбәпле, Мирза ағайҙың “Запорожец”ында Мырҙыйға бара алманыҡ.
1993 йылдың февраль урталарында Темәс ауылында үткәрелгән Бөрйән ырыуы башҡорттарының йыйынынан һуң Әнүәр класташымды, уның менән бергә эшләгән Марат Ҡолшәриповты өйгә алып ҡайтып, рәхәтләнеп һөйләшеп ултырҙыҡ. Төнгө сәғәт икеләрҙә, ул дәүерҙә район Советында эшләгән Ҡорбан Мөбәрәк улы Халиҡов килеп, машина менән Баймаҡҡа киттеләр.
Йәшәү дәүерендә Әнүәр дуҫымды һәм уның хәләл ефетен ғаиләм менән ихлас ҡәҙер-хөрмәт итергә, бала саҡта һалынған йөрәк яраларын бөтөрөргә тырыштыҡ. Күңеленә рухи байлыҡ өҫтәнек. Был яҙмала Әнүәр Закир улының артабанғы яҙмышы, ғаилә хәлдәре, ижади эштәре, хеҙмәттәре тураһында һөйләп торманым. Уның фәнни хеҙмәттәренең һанап бөткөһөҙ икәнлеген яҡшы беләбеҙ. Тик шуны өҫтәп әйткем килә: ул үҙенең хеҙмәте менән башҡорт халҡының данын арттырыуға ҙур өлөш индерҙе. Быға ҡәҙәр онотолоп бөткән тарихи шәхестәребеҙҙе асыҡланы. Бөгөн үҙенең телен, динен, илен, шәжәрәһен, нәҫелен, йыр- моңон, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын онотоп бөткән затлы аҫаба башҡорттарҙы сит яҡтарҙан эҙләп, башҡорт итеп танытыуҙағы хеҙмәттәре ҙур тарихи әһәмиәткә эйә. Әнүәр Әсфәндиәровтың яҙмалары буйынса башҡорттарҙың юғалып бөтөп барған фольклор ҡомартҡыларын йыйып, тергеҙеп халыҡҡа еткереүсе ҡурайсы Юлай Ғәйнетдиновҡа ла ҙур рәхмәт. Әгәр ҙә Әнүәр Закир улын ваҡытында үҙе яҙған ауылдар буйынса йөрөтөп, халыҡ менән осраштырғанда, уның эшенә ҙур еңеллек булыр ине. Ул үҙенең һуңғы яҙмаларында, Хәсән ауылында Мирсаяф Бейешевҡа иғтибарһыҙ булыуҙарына борсолоп, был хәлде рухи фәҡирлеккә тиңләп яҙҙы. “Бөгөнгө көндә лә Ҡазан университеты йорто стенаһында Мирсаяф Бейешевтың фотоһы менән исеме яҙып ҡуйылған. Ә беҙ, Хәсән ауылында, уны бөтөнләй оноттоҡ”, — тигән үкенесен белдерҙе беҙҙең ҡәҙерле ырыуҙашыбыҙ.
Эйе, Әнүәр Закир улы Әсфәндиәровтың башҡорт халҡы өсөн башҡарған хеҙмәте ҡаһарманлыҡҡа тиң ул!
Сәлимйән ВӘЛИЕВ,
Рәсәйҙең мәғариф отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, “Атайсал” клубы рәйесе.