Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
2014 йыл, 25 июль № 86/2 – 5

Өфө

Сухарев Иван Константиновичты Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына кандидат итеп теркәү тураһында

ЛДПР сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе тарафынан Сухарев Иван Константиновичты Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына кандидат итеп күрһәтеү тәртибенең “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың һәм Башҡортостан Республикаһының Һайлау тураһындағы кодексының талаптарына тап килеүен һәм кандидатты теркәү өсөн кәрәкле документтарҙы тикшереп, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы түбәндәгеләрҙе билдәләне.
Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына кандидат Сухарев Иван Константиновичты күрһәтеү тәртибе, кандидатты теркәү өсөн тәҡдим ителгән документтар Башҡортостан Республикаһының Һайлау тураһындағы кодексының 40, 46.1, 48, 95.3, 95.4-се статьялары талаптарына тап килә.
Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына кандидат Сухарев Иван Константинович тарафынан теркәү өсөн муниципаль берәмектәрҙең вәкиллекле органдарынан 479 депутаттың, шул иҫәптән 55 муниципаль райондан һәм ҡала округынан 59 депутаттың киндидатура күрһәтеүҙе хуплау хаҡында раҫлаған ҡултамғалары тәҡдим ителде.
Тикшереү барышында 12 ҡултамға, шул иҫәптән муниципаль райондан 1 депутаттың ҡултамғаһы ғәмәлгә яраҡһыҙ тип табылды.
Ғәмәлгә яраҡлы ҡултамғалар һаны – 467, был иҫәпкә муниципаль райондарҙан һәм ҡала округтарынан 58 депутаттың да ҡултамғаһы инә.
Ошоға нигеҙләнеп, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 23-сө, 38-се статьяларына һәм Башҡортостан Республикаһының Һайлау тураһындағы кодексының 20-се, 51-се статьяларына ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарар итә:
1. 1978 йылда тыуған, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Дәүләт Думаһының Гражданлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт буйынса комитеты ағзаһы булған, Мәскәү ҡалаһында йәшәгән, 2014 йылдың 25 июлендә 10 сәғәт 07 минутта ЛДПР сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе тарафынан Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифа­һына кандидат итеп күрһәтелгән Сухарев Иван Константиновичты теркәргә.
2. Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына теркәлгән кандидат Сухарев Иван Константиновичҡа билдә­ләнгән өлгөләге танытма бирергә.
3. Әлеге ҡарарҙы Башҡортостан Республикаһының территориаль һайлау комиссияларына ебәрергә.
4. Әлеге ҡарарҙы “Республика Башкортостан”, “Баш­ҡорт­остан”, “Кызыл таң” гәзиттәрендә баҫтырырға.
5. Әлеге ҡарарҙың үтәлешенә контроллек итеүҙе Баш­ҡорт­остан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы секретары М.Б. Долматоваға йөкмәтергә.

Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Х.А. ВӘЛИЕВ.
Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы секретары М.Б. ДОЛМАТОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә