2014 йыл, 25 июль № 86/2 – 5
Өфө
Сухарев Иван Константиновичты Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына кандидат итеп теркәү тураһында
ЛДПР сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе тарафынан Сухарев Иван Константиновичты Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына кандидат итеп күрһәтеү тәртибенең “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың һәм Башҡортостан Республикаһының Һайлау тураһындағы кодексының талаптарына тап килеүен һәм кандидатты теркәү өсөн кәрәкле документтарҙы тикшереп, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы түбәндәгеләрҙе билдәләне.
Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына кандидат Сухарев Иван Константиновичты күрһәтеү тәртибе, кандидатты теркәү өсөн тәҡдим ителгән документтар Башҡортостан Республикаһының Һайлау тураһындағы кодексының 40, 46.1, 48, 95.3, 95.4-се статьялары талаптарына тап килә.
Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына кандидат Сухарев Иван Константинович тарафынан теркәү өсөн муниципаль берәмектәрҙең вәкиллекле органдарынан 479 депутаттың, шул иҫәптән 55 муниципаль райондан һәм ҡала округынан 59 депутаттың киндидатура күрһәтеүҙе хуплау хаҡында раҫлаған ҡултамғалары тәҡдим ителде.
Тикшереү барышында 12 ҡултамға, шул иҫәптән муниципаль райондан 1 депутаттың ҡултамғаһы ғәмәлгә яраҡһыҙ тип табылды.
Ғәмәлгә яраҡлы ҡултамғалар һаны – 467, был иҫәпкә муниципаль райондарҙан һәм ҡала округтарынан 58 депутаттың да ҡултамғаһы инә.
Ошоға нигеҙләнеп, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 23-сө, 38-се статьяларына һәм Башҡортостан Республикаһының Һайлау тураһындағы кодексының 20-се, 51-се статьяларына ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарар итә:
1. 1978 йылда тыуған, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Дәүләт Думаһының Гражданлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт буйынса комитеты ағзаһы булған, Мәскәү ҡалаһында йәшәгән, 2014 йылдың 25 июлендә 10 сәғәт 07 минутта ЛДПР сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе тарафынан Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына кандидат итеп күрһәтелгән Сухарев Иван Константиновичты теркәргә.
2. Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына теркәлгән кандидат Сухарев Иван Константиновичҡа билдәләнгән өлгөләге танытма бирергә.
3. Әлеге ҡарарҙы Башҡортостан Республикаһының территориаль һайлау комиссияларына ебәрергә.
4. Әлеге ҡарарҙы “Республика Башкортостан”, “Башҡортостан”, “Кызыл таң” гәзиттәрендә баҫтырырға.
5. Әлеге ҡарарҙың үтәлешенә контроллек итеүҙе Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы секретары М.Б. Долматоваға йөкмәтергә.
Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Х.А. ВӘЛИЕВ.
Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы секретары М.Б. ДОЛМАТОВА.