Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һөнәрленең тамағы туҡ
Һөнәрленең тамағы туҡ
Халҡыбыҙҙың сал тарихына бер генә күҙ һирпһәң дә, уның рухи яҡтан да, һөнәри оҫталығы буйынса ла иҫ китмәле хазинаһына тап булаһың. Ҡала мәҙәниәт һарайы алдында ойошторолған “Алтын ҡулдар” исемле күргәҙмәлә беҙ быға йәнә шаһит булдыҡ.



Һай, ниндәй генә ҡул эше юҡ икән: ағастан һындар, сигелгән ҡулъяулыҡтар, бисер ҡулланып яһалған беләҙектәр… Ә оҫталары, оҫталары һуң – үҙҙәре бер ынйы­мы ни!
Бығаса йырҙары менән хайран ҡалдырған Мәрйәм апай Абдуловаға тап булдыҡ. Бәй, ул оҫта йырсы ғына түгел, бынамын тигән һәләткә лә эйә икән – күргәҙмәгә матур шәлдәр бәйләп алып килгән.
– Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар. Тамаҡ ас, әммә фашистарҙы еңеү ҡыуанысы ҙур. Шуға һәр кем үҙенсә бәхетле йәшәргә тырышты. Күршегә еңгә булып төшкән Разия апай янына кис ултырырға йөрөйбөҙ. Шул тиклем ҡулы етеҙ еңгәбеҙҙең, хатта биш ҡыҙ (бер туғандар) мамыҡты эрләп өлгөртә алмай инек. Шул уңған еңгәнән өйрәндем дә инде шәл бәйләргә, ете генә йәштә инем, – ти Мәрйәм апай ҡул эштәре менән таныштырған арала.
Ниндәй генә шәлдәр юҡ! Береһе ҙур һүрәтле, икенсеһе ваҡ биҙәкле ти­гәндәй. Ҙурлығы ла төр­лөсә.
– Элек алмаш-тилмәш өмәгә йөрөнөк. Беҙ, йәш кенә ҡыҙҙар, беренсе урынды алыр өсөн мейес башында һуҡыр лампа аҫтында таңға тиклем бәй­ләй инек, – тип һүҙен дауам итә Мәрйәм апай. – Ҡайһы берәүҙәр хатта йоҡ­лап китә торғайны. Беҙҙең Федоровка яҡта­рында “Ҡолас алып” тигән ярыш булды элек. Бына шул ярышта беленә лә инде кемдең кемлеге. Беҙҙең ғаилә бер ҡасан да һынат­маны, ҡайһы ваҡыт әсәй ҡабартырға ете-һигеҙ шәл элеп ҡуя торғайны. Эх, ниндәй ләззәт бит ул шәл бәйләү… Иң тәүҙә мамыҡ һайлайһың, ул сифатлы булырға тейеш. Шунан шәлдең һүрәтен ҡағыҙға һалаһың, унан төп эш башлана. Йәш саҡта айына бер шәл бәйләй торғайным, ҡыҙҙа­рыма – биҙәкле кофталар, береттар. Йәштәр ошо шөғөлдәрҙе онотмаһын ине.
Ай-бай, йырып сығырмын тимә был күргәҙмәне. Ул ҡатнашыу­сыларҙың күплеге, ул тамаша ҡылыусылар... Бына Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһының ағас эштәре оҫталары, уларҙың остаздарына тап булабыҙ. Урал Әхмәтовты бығаса физика-математика уҡы­тыусыһы итеп белһәк, әле уның Һөнәрленең тамағы туҡ“Алтын ҡулдар” исемле түңәрәк етәксеһе икәнлеге беҙгә яңылыҡ булды.
– Хеҙмәт дәресен дә алып барам бит, – ти Урал ағай. – Ғөмүмән, ир кешегә һөнәре күберәк булған һайын тормошта еңелерәк тип уйлайым. Нәҫеле­беҙҙә оҫталар күп, мейес тә сығарғандар. Тыуған ауылым Ҡа­уарҙыла ғына түгел, бөтә Ғафури районы тиерлек атай-олатай­ҙарыма йүгереп килгән.
Уҡыу алдынғыһы, йәш боксер Денис Биккинин конкурсҡа үҙе яһаған бишекте алып килгән. Былтыр республика кимәлендә уҙғарылған ошондай уҡ ярышта еңеп сыҡҡан ул. Көнө-төнө компьютер артында күҙе ҡыҙарып бөткәнсе уйнап ултырмай – бына нимәһе ҡиммәтле бигерәк тә.
Әлбиттә, бында оҫталыҡтың хәҙерге замандағы матди яғы хаҡында ла әйтеп китеү урынлы булыр ине. Бер шәл бөгөн уртаса 3-4 мең һум тора. Ҡулға – табыш, күңелгә – дауа!

Хәлиҙә АБДРАХМАНОВА,
Рәмил МАНСУРОВ.


Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә