Халҡыбыҙҙың сал тарихына бер генә күҙ һирпһәң дә, уның рухи яҡтан да, һөнәри оҫталығы буйынса ла иҫ китмәле хазинаһына тап булаһың. Ҡала мәҙәниәт һарайы алдында ойошторолған “Алтын ҡулдар” исемле күргәҙмәлә беҙ быға йәнә шаһит булдыҡ.
Һай, ниндәй генә ҡул эше юҡ икән: ағастан һындар, сигелгән ҡулъяулыҡтар, бисер ҡулланып яһалған беләҙектәр… Ә оҫталары, оҫталары һуң – үҙҙәре бер ынйымы ни!
Бығаса йырҙары менән хайран ҡалдырған Мәрйәм апай Абдуловаға тап булдыҡ. Бәй, ул оҫта йырсы ғына түгел, бынамын тигән һәләткә лә эйә икән – күргәҙмәгә матур шәлдәр бәйләп алып килгән.
– Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар. Тамаҡ ас, әммә фашистарҙы еңеү ҡыуанысы ҙур. Шуға һәр кем үҙенсә бәхетле йәшәргә тырышты. Күршегә еңгә булып төшкән Разия апай янына кис ултырырға йөрөйбөҙ. Шул тиклем ҡулы етеҙ еңгәбеҙҙең, хатта биш ҡыҙ (бер туғандар) мамыҡты эрләп өлгөртә алмай инек. Шул уңған еңгәнән өйрәндем дә инде шәл бәйләргә, ете генә йәштә инем, – ти Мәрйәм апай ҡул эштәре менән таныштырған арала.
Ниндәй генә шәлдәр юҡ! Береһе ҙур һүрәтле, икенсеһе ваҡ биҙәкле тигәндәй. Ҙурлығы ла төрлөсә.
– Элек алмаш-тилмәш өмәгә йөрөнөк. Беҙ, йәш кенә ҡыҙҙар, беренсе урынды алыр өсөн мейес башында һуҡыр лампа аҫтында таңға тиклем бәйләй инек, – тип һүҙен дауам итә Мәрйәм апай. – Ҡайһы берәүҙәр хатта йоҡлап китә торғайны. Беҙҙең Федоровка яҡтарында “Ҡолас алып” тигән ярыш булды элек. Бына шул ярышта беленә лә инде кемдең кемлеге. Беҙҙең ғаилә бер ҡасан да һынатманы, ҡайһы ваҡыт әсәй ҡабартырға ете-һигеҙ шәл элеп ҡуя торғайны. Эх, ниндәй ләззәт бит ул шәл бәйләү… Иң тәүҙә мамыҡ һайлайһың, ул сифатлы булырға тейеш. Шунан шәлдең һүрәтен ҡағыҙға һалаһың, унан төп эш башлана. Йәш саҡта айына бер шәл бәйләй торғайным, ҡыҙҙарыма – биҙәкле кофталар, береттар. Йәштәр ошо шөғөлдәрҙе онотмаһын ине.
Ай-бай, йырып сығырмын тимә был күргәҙмәне. Ул ҡатнашыусыларҙың күплеге, ул тамаша ҡылыусылар... Бына Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһының ағас эштәре оҫталары, уларҙың остаздарына тап булабыҙ. Урал Әхмәтовты бығаса физика-математика уҡытыусыһы итеп белһәк, әле уның
“Алтын ҡулдар” исемле түңәрәк етәксеһе икәнлеге беҙгә яңылыҡ булды.
– Хеҙмәт дәресен дә алып барам бит, – ти Урал ағай. – Ғөмүмән, ир кешегә һөнәре күберәк булған һайын тормошта еңелерәк тип уйлайым. Нәҫелебеҙҙә оҫталар күп, мейес тә сығарғандар. Тыуған ауылым Ҡауарҙыла ғына түгел, бөтә Ғафури районы тиерлек атай-олатайҙарыма йүгереп килгән.
Уҡыу алдынғыһы, йәш боксер Денис Биккинин конкурсҡа үҙе яһаған бишекте алып килгән. Былтыр республика кимәлендә уҙғарылған ошондай уҡ ярышта еңеп сыҡҡан ул. Көнө-төнө компьютер артында күҙе ҡыҙарып бөткәнсе уйнап ултырмай – бына нимәһе ҡиммәтле бигерәк тә.
Әлбиттә, бында оҫталыҡтың хәҙерге замандағы матди яғы хаҡында ла әйтеп китеү урынлы булыр ине. Бер шәл бөгөн уртаса 3-4 мең һум тора. Ҡулға – табыш, күңелгә – дауа!
Хәлиҙә АБДРАХМАНОВА,
Рәмил МАНСУРОВ.