Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Халҡығыҙҙың күңел йылыһын тойҙоҡ”
“Халҡығыҙҙың күңел йылыһын тойҙоҡ”
— Бына ике көн инде атай-әсәйебеҙ менән бәйләнешкә инә алмайбыҙ. Ҡалаға хәрби ғәскәр кергәнен әйтеп өлгөргәйнеләр, моғайын, подвалға йәшеренгәндәрҙер тип үҙебеҙҙе йыуатабыҙ, — тип борсолоуы менән бүлеште Алена, ике айлыҡ ҡына улы Маркты ҡулында бәүетә-бәүетә. — Хәҙер сабыйыбыҙҙың киләсәге өсөн тынысбыҙ, Башҡортостан уға ышаныслы бишек булыр тип ышанабыҙ.


Украиналағы һуғыш шауҡымы респуб­ликабыҙҙа ла ныҡ һиҙелә. Ҡасаҡтарҙы ҡабул итеү, яңы шарттарға яраҡлаштырыу, урынлаштырыу буйынса төрлө ведомстволар тәүге көндән үк ҡулға-ҡул тотоношоп, оператив рәүештә мәсьәләләрҙе хәл итә. Бөгөн беҙ танышасаҡ ҡасаҡтарҙың ваҡыт­лыса йәшәү пункты Өфө дәүләт авиация техник универ­си­тетының профилакторийында урынлаш­ҡан.
— Халҡығыҙҙың яҡшы күңелле икәнен һеҙҙең төбәккә аяҡ баҫыу менән аңланыҡ. Бер туғандай күреп ҡабул иттеләр, туҡланыу ҙа, медицина ярҙамы ла яҡшы ойош­то­ролған. Ике сәғәттән Өфө менән хушлашып, Дәүләкән ҡалаһына юлланасаҡбыҙ. Моға­йын, шунда ерегербеҙ, йорт һалырбыҙ, улыбыҙҙы үҫтерербеҙ, — тип хыяллана Владимир Сердюков.
Эш табыу мәсьәләһе йәштәрҙе ҡурҡыт­май. Һау-сәләмәт кешегә уныһы проблема түгел, тип иҫәпләй ғаилә башлығы. Механизатор, водитель, һыуытҡыс ремонтлау буйынса бына тигән оҫта ла үҙе. Донбасстағы йорттары яндырылғас, ғаилә Луганск өлкә­һендәге Стаханов ҡалаһына күсергә мәжбүр була. “Яҡшы уңдырышлы ерҙәребеҙҙе ағыу­лай­ҙар, шахталарыбыҙҙы, заводтары­быҙ­ҙы, йортта­рыбыҙҙы көл-күмергә әүерел­дерәләр. Ил ҡеүәтен, байлығын арттырыуҙа иң ҙур өлөш индергән төбәк ул Көнсығыш Украина. Ә хәҙер ошо яндырылған, ҡан ҡойолған ерҙә американдар ГМО плантацияларын йәйелде­рмәксе. Ни өсөн бөтә көстө Славянск ҡалаһына йүнәлтеүҙәрен дә аңланыҡ, сөнки унда сланец газы тупланған”, — ти Алена.
Донбаста тыуып үҫкән Грудиндар ғаилә­һен дә ят республикаға әсе яҙмыш еле килтергән. Бер-береһенә һыу тамсыһындай оҡшаш апалы-һеңлеле Юля һәм Светлананы ғаиләләре менән Октябрьский ҡала­һына ҡуҙғалырға торғанда осраттыҡ.
— Бик күркәм ҡала ул Октябрьский, моғайын, оҡшатырһығыҙ, яйлап ерегерһегеҙ. Балаларығыҙҙы һау-сәләмәт үҫтерегеҙ, — тип береһенән-береһе шуғыраҡ, тиктормаҫ биш балаға ымлайбыҙ.
— Һеҙҙә ифрат яҡшы! Өфөлә барыһы ла оҡшаны: күркәм йорттар, йәшеллек, ихлас кешеләр... Башҡортостандың яҡты бөгөн­гөһөн күҙ алдына ла килтерә алмай инек. Матур, барыһынан да бигерәк имен, татыу төбәктә йәшәйһегеҙ. Изгелегегеҙ өсөн рәхмәт! — тип хушлашты украин ҡатындары. — Эшһеҙ ултырмаясаҡбыҙ, ирҙәребеҙҙең ҡулы алтын, слесарҙарға урын табылыр тип өмөтләнәбеҙ.
Өфөнөң Совет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Әлфиә Ҡаһарма­новаға ваҡытлыса йәшәү пункты начальнигы вазифаһы йөкмәтелгән. Ул беҙҙе профилак­торийҙың ғәҙәттән тыш тормошо менән таныштырҙы. Тәүге ҡатта ҡасаҡтарҙы ҡабул итеү, эшкә урынлаштырыу, прививкалар яһау кабинеттары, ашхана эшләй. Социаль хеҙмәткәрҙәр, педагогтар, психологтар, табиптар, Миграция һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралыҡтары вәкилдәре үҙҙәренең бурысын яҡшы белә.
— 15 июлдән алып ошонда ҡуна-төнә эшләйбеҙ. 108 кешегә иҫәпләнгән өс-дүрт урынлыҡ бүлмәләрҙе йәһәт кенә әҙерләнек. “Рәсәй почтаһы” бушлай интернет селтәре менән тәьмин итте. Мәктәптәрҙең туҡланыу комбинаты аш-һыу мәсьәләһен үҙ өҫтөнә алды. Ҡаланың 51-се һәм 3-сө балалар поликлиникаһы хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә эшләй, — ти баш табибә Марина Ларионова.
Әлфиә Әхәт ҡыҙы һүҙгә ҡушыла:
— Алыҫтағы һуғыш касафаты бында ла үҙен һиҙҙерә. Көсөргәнешле эшләйбеҙ. Кисә 28 кешене республиканың төрлө райондарына оҙаттыҡ, бөгөн өсәүҙе Яңауылдан килеп алдылар. Оҙаҡламай Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларына бер нисә ғаилә юлланасаҡ. Ғөмүмән, бөтә ойоштороу мәшәҡәте көйлө бара. Әлбиттә, ҡасаҡтар араһында ла төрлө холоҡло, төрлө тәрбиәле кешеләр осраштыра. “Юҡ, мин 10 мең һумлыҡ эш хаҡына риза түгел”, йә булмаһа, “ул районға бармайым, баш ҡалаға урынлаштырығыҙ”, тип дәғүә белдергәндәр ҙә булғылай. Сабырлыҡ менән ваҡытлыса ауыр хәлде үткәрә белергә кәрәклеген аңлатырға тура килә.
Алтын тауҙар бүләк итә алмаһаҡ та, күңелебеҙ киң, иманлыбыҙ, ҡосағыбыҙ йылы, йөрәгебеҙ ҡайнар беҙҙең. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ла күпме украиндар Башҡортостанға килеп һыйынған бит. Уларҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре күптән инде ошо төбәкте үҙенеке, тыуған йорто тип иҫәпләй бөгөн. Тарих йәнә ҡабатлана, күрәһең.


Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә