Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кеше йылдар буйы көтөргә тейеш түгел
Кеше йылдар буйы  көтөргә тейеш түгел
Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов үткәргән Хөкүмәт кәңәшмәһендә республикала йәшәүселәрҙең шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер участкаларын бушлай алыуға хоҡуҡтарын күҙәтеү, 2015 – 2019 йылдарҙа төбәктә электр энергетикаһының үҫеше һәм дәүләт, муниципаль һатып алыуҙар өлкәһенә контракт системаһын индереүҙең тәүге һөҙөмтәләре кеүек мөһим мәсьәләләр ҡаралды.

Беренсе ярты йыллыҡта республикала 1 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелгән. Был, былтырғы күр­һәткестәр менән сағыштырғанда, 8 про­центҡа күберәк. Һөҙөмтәлә Башҡортостан торлаҡ йорттарҙы, шулай уҡ һәр кешегә торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй.
– Яңы торлаҡтың иң ҙур күләме шәхси төҙөүселәргә тура килә. Беҙҙә йорт һалыу өсөн бер тапҡыр һәм бушлай ер участкаһы алыу хоҡуғына эйә граждандар катего­рияһы исемлеге закон йәһәтенән нығы­тылған. Бөгөн ошондай льготаға эйә булғандарға (яҡынса 52 мең кеше) 22 меңдән ашыу участка бирелде, – тине Рөстәм Зәки улы.
Ул электр энергетикаһына ҡағылышлы мәсьәләләр хаҡында ла һөйләне.
– Энергия селтәрҙәренә тоташтырыу шарттарын яҡшыртыу, уны мөмкин тиклем тиҙерәк атҡарыу, үтә күренмәлерәк һәм аҙ сығымлыраҡ итеү кәрәк. Бөгөн республиканың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы 100 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡалаларҙа ҡулланыу­сыларҙы ҡеүәте 150 киловатт булған электр селтәрҙәренә технологик тоташтырыу ваҡытын ҡыҫҡартыу һәм ябайлаштырыу буйынса эш алып бара. Ә ниңә ҙур ҡалаларҙа ғына? Бәләкәй эшҡыуарлыҡтың үҫеше, яңы эш урындары булдырыу һөҙөмтәһендә иҡтисады ҡайнап торорға тейешле бәләкәй ҡалалар, район үҙәктәре лә бар бит әле беҙҙә. Был мәсьәләне тиҙ хәл итергә кәрәк, – тине Рөстәм Зәки улы.
Уның әйтеүенсә, федераль талаптарға ярашлы, энергияны ҡабул итеүсе ҡоролмаларға тоташтырыу өсөн һуңғы сик быйылға – 162, киләһе йылға 45 көн алынған. Былтырғы йыл һөҙөмтәләренә ҡарағанда, республикала тоташтырыу ваҡыты ике тапҡырға күберәк – уртаса 250 көн тәшкил иткән!
– Оятһыҙлыҡ! Быны нисек аңларға? Ундай һүлпәнлек өсөн кем яуап бирә? Федераль талаптарға яуап бирә алмайбыҙ. Беҙ уларҙы үтәргә генә түгел, арттырып үтәргә тейешлебеҙ. Кешеләр электр селтәрҙәренә тоташтырыу өсөн йылдар буйы йөрөй. Был – тәртипһеҙлек! – тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе Рөстәм Хәмитов.
Быйыл 1 ғинуарҙан «Дәүләт һәм муниципаль ихтыяждарҙы тәьмин итеү өсөн тауарҙарҙы, эштәрҙе, хеҙмәттәрҙе һатып алыу өлкәһендәге контракт системаһы тураһында» 44-се Федераль закон көсөнә ингәйне.
– Закон төбәктәргә электрон сау­ҙалашыу һөҙөмтәһендә тауарҙарҙы, эш­тәрҙе һәм хеҙмәттәрҙе һатып алыу исемлегенә өҫтәмәләр индереү мөмкин­леген бирҙе, – тине үҙ сығышында Рөстәм Зәки улы.
Ул шулай уҡ министрлыҡтар, ведомстволар эшмәкәрлеген планлаштырғанда контракт системаһының дәүләт идара итеүендә мөһим инструмент буласағын белдерҙе.
Кәңәшмәлә республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев, сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин, Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе Сергей Новиков та сығыш яһаны.


Автор: А. НИЗАМОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә