Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сейле-бешле сығыштар ялҡытты
Үҙ ғүмеремдә һигеҙ-туғыҙ йыл самаһы ҡалала йәшәп алдым, ләкин ниңәлер күңелем уны өнәмәне, ауылды яҡын күрҙем. Стәрлетамаҡ ҡалаһында дуҫ-ишем, таныш-тоношом, нәҫел-нәсәбем етерлек, хатта ике балам да ошонда йәшәй.

Быйыл ҡышты ҡалала үткәрҙем. Аралаш­ҡан саҡта таныштарымдың тел­­мәренә иғтибар иттем. Ҡыҙыҡ: бары­һы­ның да тиерлек һөйләшеүе боҙолған, урыҫ һүҙҙәрен күп ҡыҫтыралар. Татар теленең дә йоғонтоһо һиҙелә. Ирҙәр урыҫса һүгенергә әүәҫ, кинәт ҡысҡырып һөйләшә башлайҙар. Телмәр темпы ныҡ үҙгәргән, ҡабаланып аралашалар. Ошондай “винегрет”ты тыңлай торғас, “Ниндәй телдә һөйләшәләр былар?” тип аптырашта ҡалғаным булды. Тормошта “ҡала теле” лә бар икән дә баһа. Беҙҙең күп милләтле республикабыҙҙа йөҙҙән ашыу халыҡ йәшәй. Әллә һәр ҡайһыһынан берәр һүҙ отоп алып, яңы “тел” барлыҡҡа килтерәйекме?
Беҙ — күп ҡаҙаныштарға өлгәшкән халыҡ. Үҙебеҙҙең республика башлығы, гимныбыҙ, гербыбыҙ, флагыбыҙ парла­ментыбыҙ бар. Башҡорт теле дәүләт статусына эйә. Үҙ телебеҙҙә гәзит-журнал, китап уҡый, радио, телевидение тапшы­рыуҙары тыңлай, ҡарай алабыҙ. “Алтын тирмә”, “Телеүҙәк”, “Хазина” һәм башҡа телетапшырыуҙарҙы ҡарап, милләтебеҙ өсөн ғорурланып ултырам. Журналистар­ға ҙур рәхмәт!
Туған телен боҙмай, уның сафлығын, һығылмалылығын, байлығын һаҡлаған кеше илен дә, милләтен дә ҡурсалай тигән һүҙ. Телде ватып-емереп, урыҫ-татар һүҙҙәрен ҡушып, кеше аңламаҫлыҡ итеп һөйләшкәндәр үҙ-үҙҙәрен мыҫҡыл иткәнде аңламаймы икән?
Телевидение һәм радио тапшырыуҙа­рында ҡат­наш­ҡан чиновниктарҙың тел­мәренә лә журналистар иғтибарлы бул­һын ине. Ярты һөйләмен урыҫса әйтеп, яртыһын татарса дауам иткән етәкселәр­ҙе тың­лауы бик күңелһеҙ.
Ҙур вазифа биләгән етәкселәр ике дәүләт телен дә яҡшы белергә бурыслы тип иҫәпләйем. Сейле-бешле сығыштар­ға юл ҡуймағыҙ, тип әйтмәксемен жур­налистарға.

Мөхәмәт РӘШИТОВ,
хеҙмәт ветераны.


Район: Архангел районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә