Үҙ ғүмеремдә һигеҙ-туғыҙ йыл самаһы ҡалала йәшәп алдым, ләкин ниңәлер күңелем уны өнәмәне, ауылды яҡын күрҙем. Стәрлетамаҡ ҡалаһында дуҫ-ишем, таныш-тоношом, нәҫел-нәсәбем етерлек, хатта ике балам да ошонда йәшәй.
Быйыл ҡышты ҡалала үткәрҙем. Аралашҡан саҡта таныштарымдың телмәренә иғтибар иттем. Ҡыҙыҡ: барыһының да тиерлек һөйләшеүе боҙолған, урыҫ һүҙҙәрен күп ҡыҫтыралар. Татар теленең дә йоғонтоһо һиҙелә. Ирҙәр урыҫса һүгенергә әүәҫ, кинәт ҡысҡырып һөйләшә башлайҙар. Телмәр темпы ныҡ үҙгәргән, ҡабаланып аралашалар. Ошондай “винегрет”ты тыңлай торғас, “Ниндәй телдә һөйләшәләр былар?” тип аптырашта ҡалғаным булды. Тормошта “ҡала теле” лә бар икән дә баһа. Беҙҙең күп милләтле республикабыҙҙа йөҙҙән ашыу халыҡ йәшәй. Әллә һәр ҡайһыһынан берәр һүҙ отоп алып, яңы “тел” барлыҡҡа килтерәйекме?
Беҙ — күп ҡаҙаныштарға өлгәшкән халыҡ. Үҙебеҙҙең республика башлығы, гимныбыҙ, гербыбыҙ, флагыбыҙ парламентыбыҙ бар. Башҡорт теле дәүләт статусына эйә. Үҙ телебеҙҙә гәзит-журнал, китап уҡый, радио, телевидение тапшырыуҙары тыңлай, ҡарай алабыҙ. “Алтын тирмә”, “Телеүҙәк”, “Хазина” һәм башҡа телетапшырыуҙарҙы ҡарап, милләтебеҙ өсөн ғорурланып ултырам. Журналистарға ҙур рәхмәт!
Туған телен боҙмай, уның сафлығын, һығылмалылығын, байлығын һаҡлаған кеше илен дә, милләтен дә ҡурсалай тигән һүҙ. Телде ватып-емереп, урыҫ-татар һүҙҙәрен ҡушып, кеше аңламаҫлыҡ итеп һөйләшкәндәр үҙ-үҙҙәрен мыҫҡыл иткәнде аңламаймы икән?
Телевидение һәм радио тапшырыуҙарында ҡатнашҡан чиновниктарҙың телмәренә лә журналистар иғтибарлы булһын ине. Ярты һөйләмен урыҫса әйтеп, яртыһын татарса дауам иткән етәкселәрҙе тыңлауы бик күңелһеҙ.
Ҙур вазифа биләгән етәкселәр ике дәүләт телен дә яҡшы белергә бурыслы тип иҫәпләйем. Сейле-бешле сығыштарға юл ҡуймағыҙ, тип әйтмәксемен журналистарға.
Мөхәмәт РӘШИТОВ,
хеҙмәт ветераны.