Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңелле лә, моңһоу ҙа бала сағым

Был һүҙҙәрҙе мин, һуғыштан ике йыл алда тыуып, атайһыҙ ҡалған, замандың ауырлыҡтарын күреп, әсе-сөсөһөн татып үҫкән кеше, Тыуған илемә, халҡыма, тормошомда юл күрһәткән кешеләргә бағышлайым. Улар – Йомағужа һәм Стәрлетамаҡ балалар йорттарының тәрбиәселәре, етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре.


Донъялыҡта ҡалғандары бик аҙҙыр, сөнки миңә лә хәҙер 75 йәш тула. Шулай булһа ла, күңелемдә дөрләп янған тойғоларым тынғы бирмәй тетрәндереп тора.
Йомағужа балалар йортонда VII класты тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ленин исемен йөрөткән 2-се балалар йортона ебәрҙеләр. Ленин мәктәбен бөтә башҡорт донъяһы белә ине. Уҡыуым һәм тәртибем яҡшы булды. VII класты маҡтау ҡағыҙына тамамланым (ул заманда ошо белем менән техникумдарға һынауһыҙ алдылар), ә Стәрлетамаҡта Х класта уҡығанда Кремль шыршыһына ебәрҙеләр. Республиканан — 24, беҙҙең ҡаланан ике кеше барҙыҡ.
Күренекле башҡорт шағиры Рәми Ғариповтың “Минең детдомым” тигән шиғырындағы һағышлы кисерештәр минекенә тура килә. Шулай уҡ Томск ҡалаһында йәшәгән яҙыусы Владимир Колыхановтың “Ҡырағай үҫентеләр” (“Дикие побеги”) исемле романында һуғыш­тан һуңғы етем балаларҙың дөйөм йорттағы тормошо бик дөрөҫ тасуирлана. Беҙ ҙур ғаиләлә, ғәҙел һәм оло йөрәкле тәрбиәселәребеҙ янында бәхетле һәм сәләмәт булып үҫтек.
Үткән йыл Стәрлетамаҡта бергә тәрбиәләнгән Урал Яҡшыбаев тигән дуҫты осраттым. Яңы Ҡыйышҡы ауылына, ҡатынының туғандарына ҡайтып барышлай мине күреп китте, адресты һорашып белгән икән. Стәрле­тамаҡтағы каучук заводында иретеп йәбештереүсе булып эшләгән, исеме Почет таҡтаһынан төшмәгән. Тик әле ҡулы ҡалтыраныбыраҡ тороуын күреп: “Һаулығың нисек?”— тип һораным. Ул миңә: “Бына тигән, әллә онот­тоңмо беҙҙе нисек тәрбиәләгәндәрен”, — тине.
Оло тормош юлына аяҡ баҫыу менән күп балалар аяныслы хәлгә дусар була. Улар ҡырыҫ күңелле, насар уйлы, хатта мәкерле кешеләр араһында бер ниндәй ярҙамһыҙ һәм яҡлауһыҙ тороп ҡала. Былар инде — үкһеҙ һәм ата-әсәле етемдәр. “Пусть говорят”, “Суд присяжных”, “Человек и закон” тигән телетапшырыуҙарҙы тыныс ҡарап булмай, күҙ йәшен тыйыуы ҡыйын. Шуға йыш ҡына урынымдан тороп китәм.
Әлеге шул балалар йорттарында ла ҡырағайлыҡ хөкөм һөрә. Был нимәнән килә икән? Тәрбиә­ләнеү­селәрҙәнме? Тәрбиәселәрҙәнме? Әллә тотош замана то­рошонанмы? Минеңсә, был сәбәптәрҙең барыһына ла урын етерлектер. Эскелеккә бирелеүсән, эш яратмаған, то­танаҡһыҙ ғаиләләрҙәге ва­йымһыҙ мөнәсә­бәттәрҙә балаларҙың рухы һына, киләсәккә ышанысы юғалып, көнкүреше әрнеүгә әүерелә. Ата-әсәләренән ҡалып, туғандары ҡулына ингән­дәренең араһында ла тулы­һынса тыныслыҡ тапмағандары бар. Бына ошо сабый­ҙар балалар йортона барып инһә, уларҙың күңелен иретеп, рухын күтәреп, яҡшылыҡҡа ышандырыу тәрбиә­селәр иңенә төшә. Бик сетерекле, ҡатмарлы хәл. Сабый­ҙар иғтибарлы, яғымлы ҡарашҡа ла һиҫкәнеп ҡа­рай. Хәҙерге заманда боҙға әйләнеп бөткән йөрәктәрҙе иретеү өсөн тәрбиәселәр күп көс һала. Бының өсөн юғары кешелеклелек һәм һөнәри сифаттар кәрәк. Ләкин етешһеҙлектәр ҙә байтаҡ, көтөлгән һөҙөмтәләргә өлгәшелмәй. Әрләп йә артыҡ өгөтләп буйһондорорға тырышҡанда киреһен көт тә тор. Иң яҡшы алым — шәхси абруй. Быны мин үҙебеҙҙең элекке заман балалар йорто тормошонан сығып әйтәм.
Беҙ бала саҡта уҡытыусы, тәрбиәсе халыҡ аңында изгеләрҙән һаналды. Улар бар яғы менән дә ҙур абруйға лайыҡ булды һәм ошо дәрәжәне юғары тотто. Һуғыштан һуңғы осорҙа мәктәптәрҙә, дәүләт учреждениеларында ир-ат хәрби кейемдә йөрөнө. Беҙ уларға ҡыҙығып та, көнләшеп тә ҡарай торғайныҡ.
Бына шундай абруйлы кешеләр тәрбиә­селәребеҙ булды. Уларҙың комсомолдар менән ауылдарҙа спектакль, концерт ҡуйыуҙарын белә инек. Һуғыштан ҡайтҡан ағайҙарҙың иҫтәлектәрен нисек онотолоп тыңлауыбыҙ ҙа иҫтә. Йомағужа балалар йорто дирек­торының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫа­ры Халиҡ ағай танк эсендә нисек янғанын һөйләгәндә, бит-муйынындағы операция йөйҙәре тартышып китә торғайны. Стәрлетамаҡ балалар йортонда Ғәзим ағай­ҙың матрос булып “Бәләкәй ер”ҙә (“Малая земля”) һуғышҡанын ҡат-ҡат һорау биреп тыңлай инек. Ә тәрбиәсебеҙ Әүлийәр Ғайсин Төньяҡ диңгеҙ флотының авиация штурманы булып һуғышҡан. Уның шәхси ба­тырлыҡтарын күкрәгендә балҡыған орден һәм миҙал­дары күрһәтә ине. Штурман булараҡ, дөрөҫ йүнәлеш менән дошман судноларын табып, штурмға алып, батырыуҙа өлөшө ҙур булған уның. Ағай ҡара салбар, ап-аҡ китель, диңгеҙ офицерҙары фуражкаһын һәм ялтырап торған ботинкаһын кейеп килһә, һоҡланыуҙан күҙҙәребеҙҙе ала алмай торғайныҡ. Уның менән сикһеҙ ғорурландыҡ, сөнки беҙҙең төркөмдә ир затынан берҙән-бер тәрбиәсе ине.
Беҙ бәләкәй саҡта ауылда тәртипһеҙ, боҙоҡ, аҙғын кешеләр һәм ғаиләләр тураһында ишетмәнек. Төп зары­быҙ аслыҡ һәм яланғаслыҡ булды. Балалар йортона урын­лашҡас, ожмахҡа ингәндәй тойҙоҡ үҙебеҙҙе. Өҫ-баш бөтөн, тамаҡ туҡ — тағы нимә кәрәк?
Шуның өҫтәүенә маҡтау һүҙҙәре етешмәгән бала­ларға апай һәм ағайҙар ҡанаты аҫтында үҫеү үҙе бәхет булды. Уларҙың йоғонтоһо тормош юлыбыҙҙа дөрөҫ йүнәлеш бирҙе.
Көндәлек тормошобоҙ ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле үтте. Ямантау итәгендә, Маҡар районы биләмәһендә утын һәм бесәнде етәкселәр менән үҙебеҙ әҙерләнек. Был эштәр беҙҙең өсөн байрамға тиң була торғайны. Йо­мағужаға утынды һал менән ағыҙып алып ҡайтыу үҙе бер күңелле сәйәхәт ине.
Тағы ла ҡабатлайым: рәхмәт илемә! Уның беҙҙе яратып кеше итеүе, аяҡҡа баҫтырыуы, аңыбыҙға ҙур яуап­лылыҡ һендереп үҫтереүе өсөн. Нескә күңелле, яғымлы, шул уҡ ваҡытта талапсан балалар йорто хеҙмәт­кәрҙәренә оло рәхмәт. Был һүҙҙәрем, улар ишетә алма­һа, рухтарына арналһын.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873