Был һүҙҙәрҙе мин, һуғыштан ике йыл алда тыуып, атайһыҙ ҡалған, замандың ауырлыҡтарын күреп, әсе-сөсөһөн татып үҫкән кеше, Тыуған илемә, халҡыма, тормошомда юл күрһәткән кешеләргә бағышлайым. Улар – Йомағужа һәм Стәрлетамаҡ балалар йорттарының тәрбиәселәре, етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре.
Донъялыҡта ҡалғандары бик аҙҙыр, сөнки миңә лә хәҙер 75 йәш тула. Шулай булһа ла, күңелемдә дөрләп янған тойғоларым тынғы бирмәй тетрәндереп тора.
Йомағужа балалар йортонда VII класты тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ленин исемен йөрөткән 2-се балалар йортона ебәрҙеләр. Ленин мәктәбен бөтә башҡорт донъяһы белә ине. Уҡыуым һәм тәртибем яҡшы булды. VII класты маҡтау ҡағыҙына тамамланым (ул заманда ошо белем менән техникумдарға һынауһыҙ алдылар), ә Стәрлетамаҡта Х класта уҡығанда Кремль шыршыһына ебәрҙеләр. Республиканан — 24, беҙҙең ҡаланан ике кеше барҙыҡ.
Күренекле башҡорт шағиры Рәми Ғариповтың “Минең детдомым” тигән шиғырындағы һағышлы кисерештәр минекенә тура килә. Шулай уҡ Томск ҡалаһында йәшәгән яҙыусы Владимир Колыхановтың “Ҡырағай үҫентеләр” (“Дикие побеги”) исемле романында һуғыштан һуңғы етем балаларҙың дөйөм йорттағы тормошо бик дөрөҫ тасуирлана. Беҙ ҙур ғаиләлә, ғәҙел һәм оло йөрәкле тәрбиәселәребеҙ янында бәхетле һәм сәләмәт булып үҫтек.
Үткән йыл Стәрлетамаҡта бергә тәрбиәләнгән Урал Яҡшыбаев тигән дуҫты осраттым. Яңы Ҡыйышҡы ауылына, ҡатынының туғандарына ҡайтып барышлай мине күреп китте, адресты һорашып белгән икән. Стәрлетамаҡтағы каучук заводында иретеп йәбештереүсе булып эшләгән, исеме Почет таҡтаһынан төшмәгән. Тик әле ҡулы ҡалтыраныбыраҡ тороуын күреп: “Һаулығың нисек?”— тип һораным. Ул миңә: “Бына тигән, әллә оноттоңмо беҙҙе нисек тәрбиәләгәндәрен”, — тине.
Оло тормош юлына аяҡ баҫыу менән күп балалар аяныслы хәлгә дусар була. Улар ҡырыҫ күңелле, насар уйлы, хатта мәкерле кешеләр араһында бер ниндәй ярҙамһыҙ һәм яҡлауһыҙ тороп ҡала. Былар инде — үкһеҙ һәм ата-әсәле етемдәр. “Пусть говорят”, “Суд присяжных”, “Человек и закон” тигән телетапшырыуҙарҙы тыныс ҡарап булмай, күҙ йәшен тыйыуы ҡыйын. Шуға йыш ҡына урынымдан тороп китәм.
Әлеге шул балалар йорттарында ла ҡырағайлыҡ хөкөм һөрә. Был нимәнән килә икән? Тәрбиәләнеүселәрҙәнме? Тәрбиәселәрҙәнме? Әллә тотош замана торошонанмы? Минеңсә, был сәбәптәрҙең барыһына ла урын етерлектер. Эскелеккә бирелеүсән, эш яратмаған, тотанаҡһыҙ ғаиләләрҙәге вайымһыҙ мөнәсәбәттәрҙә балаларҙың рухы һына, киләсәккә ышанысы юғалып, көнкүреше әрнеүгә әүерелә. Ата-әсәләренән ҡалып, туғандары ҡулына ингәндәренең араһында ла тулыһынса тыныслыҡ тапмағандары бар. Бына ошо сабыйҙар балалар йортона барып инһә, уларҙың күңелен иретеп, рухын күтәреп, яҡшылыҡҡа ышандырыу тәрбиәселәр иңенә төшә. Бик сетерекле, ҡатмарлы хәл. Сабыйҙар иғтибарлы, яғымлы ҡарашҡа ла һиҫкәнеп ҡарай. Хәҙерге заманда боҙға әйләнеп бөткән йөрәктәрҙе иретеү өсөн тәрбиәселәр күп көс һала. Бының өсөн юғары кешелеклелек һәм һөнәри сифаттар кәрәк. Ләкин етешһеҙлектәр ҙә байтаҡ, көтөлгән һөҙөмтәләргә өлгәшелмәй. Әрләп йә артыҡ өгөтләп буйһондорорға тырышҡанда киреһен көт тә тор. Иң яҡшы алым — шәхси абруй. Быны мин үҙебеҙҙең элекке заман балалар йорто тормошонан сығып әйтәм.
Беҙ бала саҡта уҡытыусы, тәрбиәсе халыҡ аңында изгеләрҙән һаналды. Улар бар яғы менән дә ҙур абруйға лайыҡ булды һәм ошо дәрәжәне юғары тотто. Һуғыштан һуңғы осорҙа мәктәптәрҙә, дәүләт учреждениеларында ир-ат хәрби кейемдә йөрөнө. Беҙ уларға ҡыҙығып та, көнләшеп тә ҡарай торғайныҡ.
Бына шундай абруйлы кешеләр тәрбиәселәребеҙ булды. Уларҙың комсомолдар менән ауылдарҙа спектакль, концерт ҡуйыуҙарын белә инек. Һуғыштан ҡайтҡан ағайҙарҙың иҫтәлектәрен нисек онотолоп тыңлауыбыҙ ҙа иҫтә. Йомағужа балалар йорто директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Халиҡ ағай танк эсендә нисек янғанын һөйләгәндә, бит-муйынындағы операция йөйҙәре тартышып китә торғайны. Стәрлетамаҡ балалар йортонда Ғәзим ағайҙың матрос булып “Бәләкәй ер”ҙә (“Малая земля”) һуғышҡанын ҡат-ҡат һорау биреп тыңлай инек. Ә тәрбиәсебеҙ Әүлийәр Ғайсин Төньяҡ диңгеҙ флотының авиация штурманы булып һуғышҡан. Уның шәхси батырлыҡтарын күкрәгендә балҡыған орден һәм миҙалдары күрһәтә ине. Штурман булараҡ, дөрөҫ йүнәлеш менән дошман судноларын табып, штурмға алып, батырыуҙа өлөшө ҙур булған уның. Ағай ҡара салбар, ап-аҡ китель, диңгеҙ офицерҙары фуражкаһын һәм ялтырап торған ботинкаһын кейеп килһә, һоҡланыуҙан күҙҙәребеҙҙе ала алмай торғайныҡ. Уның менән сикһеҙ ғорурландыҡ, сөнки беҙҙең төркөмдә ир затынан берҙән-бер тәрбиәсе ине.
Беҙ бәләкәй саҡта ауылда тәртипһеҙ, боҙоҡ, аҙғын кешеләр һәм ғаиләләр тураһында ишетмәнек. Төп зарыбыҙ аслыҡ һәм яланғаслыҡ булды. Балалар йортона урынлашҡас, ожмахҡа ингәндәй тойҙоҡ үҙебеҙҙе. Өҫ-баш бөтөн, тамаҡ туҡ — тағы нимә кәрәк?
Шуның өҫтәүенә маҡтау һүҙҙәре етешмәгән балаларға апай һәм ағайҙар ҡанаты аҫтында үҫеү үҙе бәхет булды. Уларҙың йоғонтоһо тормош юлыбыҙҙа дөрөҫ йүнәлеш бирҙе.
Көндәлек тормошобоҙ ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле үтте. Ямантау итәгендә, Маҡар районы биләмәһендә утын һәм бесәнде етәкселәр менән үҙебеҙ әҙерләнек. Был эштәр беҙҙең өсөн байрамға тиң була торғайны. Йомағужаға утынды һал менән ағыҙып алып ҡайтыу үҙе бер күңелле сәйәхәт ине.
Тағы ла ҡабатлайым: рәхмәт илемә! Уның беҙҙе яратып кеше итеүе, аяҡҡа баҫтырыуы, аңыбыҙға ҙур яуаплылыҡ һендереп үҫтереүе өсөн. Нескә күңелле, яғымлы, шул уҡ ваҡытта талапсан балалар йорто хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәт. Был һүҙҙәрем, улар ишетә алмаһа, рухтарына арналһын.