Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Аҡсарлаҡ”та ҡунаҡта
“Аҡсарлаҡ”та ҡунаҡта
Көнө-төнө тигәндәй йәш-елкенсәктең күңелле тауышына күмелгән, тәмле шашлыҡ еҫенә тулған яр буйы бөгөн “Катюша”, “Варшавянка маршы”, “Священная война” кеүек күҙ йәштәрен сығарырлыҡ һуғыш хәтирәләрен уятҡан, онотолмаҫлыҡ йыр-моңға сумды.


Ағиҙел ярына килеп терәлгән “Аҡсарлаҡ” теплоходы үҙенең пассажирҙарын сабыр ғына көтә. Улары ябай түгел — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр, тыл һәм хеҙмәт ветерандары. Хәйер, баш ҡаланың “Дуҫлыҡ” монументы эргәһендәге пристань кемдәрҙе генә ҡабул итмәгән дә алыҫ сәфәрҙәргә кемде генә оҙатмаған тиһең.
— Йәмле йәй уртаһында һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын иҫтәлекле сәйәхәткә юҡҡа ғына йыйманыҡ. Курск дуғаһында фашистарҙы ҡыйратыуға 71 йыл тулыу уңайы менән тарих хәтерен яңыртмаҡсыбыҙ. Бөгөнгө сәфәрҙә ҡатнашҡан 62 яугир араһында тап ошо мәхшәр көндәрҙә ҙур батырлыҡ күрһәтеп, орден-миҙалдарға лайыҡ булған яҡташтарыбыҙ бар, — ти Башҡортостандың Ветерандар йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Владимир Попов.
“Аҡсарлаҡ”та ҡунаҡтаШул геройҙарҙың береһе, быйыл 90 йәшлек юбилейын билдәләгән Мамун Ғәтиәтуллин, Курск дуғаһындағы утлы өйөрмәне, үлемесле алыштарҙы үткән. Наградалары араһынан тап ошо ер өсөн барған һуғышта алған тәүге “Батырлыҡ өсөн” миҙалын ул иң ҡәҙерлеһе тип иҫәпләй. Еңеүҙе Прагала ҡаршы алған яҡташыбыҙ көндән-көн һирәгәйә барған яуҙаштарҙың йәмле йәй көнөндә, ҡунаҡсыл теплоходта сәфәрҙә осрашыуына бик шат. Шундай ҙа олпат йәштә ауырһынмай, таяҡҡа таянһалар ҙа йөҙҙәренән нур китмәгән, дәрттәре ташып торған өлкән быуын бары хөрмәт, ихтирам тойғоһон уята.
“Аҡсарлаҡ”та ҡунаҡта– Теплоходта сәйәхәткә сығыу тураһында баҡсанан ҡайтышлай ғына ишеттем. Ашыға-ашыға килеп өлгөрҙөм, — тип һөйөнә хеҙмәт ветераны Нәжиә апай Сәфәрова ла.
“Аҡсарлаҡ”та ҡунаҡтаӨлкәндәрҙе бөгөн һыйлы табын, йылы ҡотлау һүҙҙәре, ялҡынлы сығыштар көтә. Теплоход ҡуҙғалыр-ҡуҙғалмаҫтан, Ағиҙел өҫтөндә барыбыҙға таныш, әммә һис тә ялҡытмаған, йөрәктәрҙе елкендергес моң таралды. Утты-һыуҙы кискән, һигеҙенсе-туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлаған ветерандар йырлай, тимәк, беҙҙең быуынға уфтанырға ла, зарланырға ла урын юҡ.


Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә