Көнө-төнө тигәндәй йәш-елкенсәктең күңелле тауышына күмелгән, тәмле шашлыҡ еҫенә тулған яр буйы бөгөн “Катюша”, “Варшавянка маршы”, “Священная война” кеүек күҙ йәштәрен сығарырлыҡ һуғыш хәтирәләрен уятҡан, онотолмаҫлыҡ йыр-моңға сумды.
Ағиҙел ярына килеп терәлгән “Аҡсарлаҡ” теплоходы үҙенең пассажирҙарын сабыр ғына көтә. Улары ябай түгел — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр, тыл һәм хеҙмәт ветерандары. Хәйер, баш ҡаланың “Дуҫлыҡ” монументы эргәһендәге пристань кемдәрҙе генә ҡабул итмәгән дә алыҫ сәфәрҙәргә кемде генә оҙатмаған тиһең.
— Йәмле йәй уртаһында һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын иҫтәлекле сәйәхәткә юҡҡа ғына йыйманыҡ. Курск дуғаһында фашистарҙы ҡыйратыуға 71 йыл тулыу уңайы менән тарих хәтерен яңыртмаҡсыбыҙ. Бөгөнгө сәфәрҙә ҡатнашҡан 62 яугир араһында тап ошо мәхшәр көндәрҙә ҙур батырлыҡ күрһәтеп, орден-миҙалдарға лайыҡ булған яҡташтарыбыҙ бар, — ти Башҡортостандың Ветерандар йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Владимир Попов.
Шул геройҙарҙың береһе, быйыл 90 йәшлек юбилейын билдәләгән Мамун Ғәтиәтуллин, Курск дуғаһындағы утлы өйөрмәне, үлемесле алыштарҙы үткән. Наградалары араһынан тап ошо ер өсөн барған һуғышта алған тәүге “Батырлыҡ өсөн” миҙалын ул иң ҡәҙерлеһе тип иҫәпләй. Еңеүҙе Прагала ҡаршы алған яҡташыбыҙ көндән-көн һирәгәйә барған яуҙаштарҙың йәмле йәй көнөндә, ҡунаҡсыл теплоходта сәфәрҙә осрашыуына бик шат. Шундай ҙа олпат йәштә ауырһынмай, таяҡҡа таянһалар ҙа йөҙҙәренән нур китмәгән, дәрттәре ташып торған өлкән быуын бары хөрмәт, ихтирам тойғоһон уята.
– Теплоходта сәйәхәткә сығыу тураһында баҡсанан ҡайтышлай ғына ишеттем. Ашыға-ашыға килеп өлгөрҙөм, — тип һөйөнә хеҙмәт ветераны Нәжиә апай Сәфәрова ла.
Өлкәндәрҙе бөгөн һыйлы табын, йылы ҡотлау һүҙҙәре, ялҡынлы сығыштар көтә. Теплоход ҡуҙғалыр-ҡуҙғалмаҫтан, Ағиҙел өҫтөндә барыбыҙға таныш, әммә һис тә ялҡытмаған, йөрәктәрҙе елкендергес моң таралды. Утты-һыуҙы кискән, һигеҙенсе-туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлаған ветерандар йырлай, тимәк, беҙҙең быуынға уфтанырға ла, зарланырға ла урын юҡ.