Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Болоттар ҡуйыра, ә Эш бара
Башҡортостан комбайнсылары Ҡырым Республика­һынан ҡайтып, баҫыу караптарын үҙебеҙҙең яландарға йүнәлтте. Әйтеүҙәренсә, Белогорск районында урып йыйыу эштәре былтырғыға ҡарағанда 20 көнгә алдараҡ тамамланған. Әүҙемлекте туранан-тура беҙҙең меха­низаторҙарҙың тырышлығына бәйләйҙәр. Шулай булмай ни, игенлектәрҙе 15 ”New Holland” комбайны, өс “КамАЗ” машинаһы иңләһен әле! Республика етәкселеге тарафынан машина-технология станцияһы белгестәре лә ебәрелгәйне.


Ай ярым эсендә беҙҙекеләр 9 мең гектар майҙанда эш башҡарған, 20 мең тонна ашлыҡ йыйған. Был иһә Белогорск хужалыҡтары уңышының яртыһы тигән һүҙ. Ҡырымдар ҙа буш ҡуйманы, рәхмәт йөҙөнән механи­затор­ҙарҙы, хеҙмәткәрҙәрҙе почет грамоталары менән баһаланы, ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.
Тағы шуныһын билдәләргә кәрәк: комбайндар Ҡы­рымда ҡалдырыла. “Үҙәк” МТС-ы директоры Фәнил Фәхретдинов, техниканы һаҡлауға ҡуйғансы, шунда буласаҡ. Баҫыу караптары экипажы менән бергә беҙгә Белогорск районынан 13 кеше эшкә киләсәк. Улар үҙҙәрендә беҙҙең техникала өйрәнеп, тәжрибә туплаған.
Республикаға килгәндә, һуңғы көндәрҙә ямғыр яуыу сәбәпле эш туҡталып торғандай. Әммә шулай тойола ғына. Асылда иһә, аҙ ғына ҡояш ҡарауға, мал аҙығы әҙерләү башлана: сенаж һалына, башҡа эштәр башҡа­рыла. Бөгөнгә ужым культуралары 19,2 мең гектарҙа сабылған (планға ҡарата 4 процент), 7,2 мең гектарҙа һуғылған. Баймаҡ, Ейәнсура, Стәрлебаш, Хәйбулла игенселәре эштәрен әүҙемләтте. Республика буйынса гектар ҡеүәте 14,3 центнер тәшкил итә. Ә айырым алғанда, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Өфө райондарында гектарынан 20 – 30 центнер һуғалар.
Баймаҡ хужалыҡтары шипкән культураһын сабыуҙы тамамланы. Быға тиклем Ишембай, Иглин райондары ла был үҫемлекте сабып бөткәйне. Шипкән үҫтергән барлыҡ райондарҙа ла тиерлек ямғыр яуҙы, шуға ла һуғыу элекке кимәлендә ҡала, гектарынан 64 центнер төшөм килә. Әйткәндәй, хужалыҡтар шипкәнгә өҫтөнлөк бирә башланы, сөнки май культураһы ҡайһылыр кимәлдә көнбағышты ла алмаштыра, ауырыуҙарға, ҡоролоҡҡа бирешеп бармай.


Автор: Т. МУСИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә