Башҡортостан комбайнсылары Ҡырым Республикаһынан ҡайтып, баҫыу караптарын үҙебеҙҙең яландарға йүнәлтте. Әйтеүҙәренсә, Белогорск районында урып йыйыу эштәре былтырғыға ҡарағанда 20 көнгә алдараҡ тамамланған. Әүҙемлекте туранан-тура беҙҙең механизаторҙарҙың тырышлығына бәйләйҙәр. Шулай булмай ни, игенлектәрҙе 15 ”New Holland” комбайны, өс “КамАЗ” машинаһы иңләһен әле! Республика етәкселеге тарафынан машина-технология станцияһы белгестәре лә ебәрелгәйне.
Ай ярым эсендә беҙҙекеләр 9 мең гектар майҙанда эш башҡарған, 20 мең тонна ашлыҡ йыйған. Был иһә Белогорск хужалыҡтары уңышының яртыһы тигән һүҙ. Ҡырымдар ҙа буш ҡуйманы, рәхмәт йөҙөнән механизаторҙарҙы, хеҙмәткәрҙәрҙе почет грамоталары менән баһаланы, ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.
Тағы шуныһын билдәләргә кәрәк: комбайндар Ҡырымда ҡалдырыла. “Үҙәк” МТС-ы директоры Фәнил Фәхретдинов, техниканы һаҡлауға ҡуйғансы, шунда буласаҡ. Баҫыу караптары экипажы менән бергә беҙгә Белогорск районынан 13 кеше эшкә киләсәк. Улар үҙҙәрендә беҙҙең техникала өйрәнеп, тәжрибә туплаған.
Республикаға килгәндә, һуңғы көндәрҙә ямғыр яуыу сәбәпле эш туҡталып торғандай. Әммә шулай тойола ғына. Асылда иһә, аҙ ғына ҡояш ҡарауға, мал аҙығы әҙерләү башлана: сенаж һалына, башҡа эштәр башҡарыла. Бөгөнгә ужым культуралары 19,2 мең гектарҙа сабылған (планға ҡарата 4 процент), 7,2 мең гектарҙа һуғылған. Баймаҡ, Ейәнсура, Стәрлебаш, Хәйбулла игенселәре эштәрен әүҙемләтте. Республика буйынса гектар ҡеүәте 14,3 центнер тәшкил итә. Ә айырым алғанда, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Өфө райондарында гектарынан 20 – 30 центнер һуғалар.
Баймаҡ хужалыҡтары шипкән культураһын сабыуҙы тамамланы. Быға тиклем Ишембай, Иглин райондары ла был үҫемлекте сабып бөткәйне. Шипкән үҫтергән барлыҡ райондарҙа ла тиерлек ямғыр яуҙы, шуға ла һуғыу элекке кимәлендә ҡала, гектарынан 64 центнер төшөм килә. Әйткәндәй, хужалыҡтар шипкәнгә өҫтөнлөк бирә башланы, сөнки май культураһы ҡайһылыр кимәлдә көнбағышты ла алмаштыра, ауырыуҙарға, ҡоролоҡҡа бирешеп бармай.