Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Беренсе космонавтың аҙашы
Беренсе космонавтың аҙашы
Тәү күрешеүҙән үк бар булмышы менән үҙенә ылыҡтырып торған кешеләр күп беҙҙең арала. Улар, башлыса, – донъяла үҙ урынын табып, яратҡан һөнәре менән шөғөлләнеп, күптәрҙән айырмалы, ерҙә ныҡлы, хужаларса баҫып йөрөгәндәр. Нәҡ шундай ир-уҙаман менән танышырға тура килде гүзәл тәбиғәтле Архангел яғында.

Ивановтарҙың күп балалы ғаиләһе бында барыһына ла билдәле. Ете бер туғандың төпсөгө Юрий Алексеевич ваҡыт һулышын тойоп йәшәүе, емешле хеҙмәте менән танылыу алған. Шуға ла, әүҙем, уңыш­лы эшҡыуарҙар менән ҡыҙыҡһынғас, район етәкселәренең тәү сиратта уның исемен атауы бер ҙә осраҡлы түгел. Мәшһүр Урал тауҙары итәгендә урынлашҡан сыуаш ауылы Казанканан икән ул. Бында тыуып үҫеп, үҙ еренә ереккән, мыҡты кәүҙәле ир уртаһы булып сыҡты планетаның беренсе космонавы Гагариндың аҙа­шы.
Беренсе космонавтың аҙашыҘур, иркен, үҙебеҙҙә лә, сит илдә лә сығарылған заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған ағас эшкәртеү цехында тап иттек Юрий Ивановты. Уҙған быуат башында был яҡтарға килеп төпләнгән ата-бабалары ҡасандыр ылығып киткән шөғөлдө уңышлы дауам итә ул. Ҡырыҫ тәбиғәте һәм ерҙәре игенселек өсөн аҙ яраҡлашҡан, шул уҡ ваҡытта малсылыҡтың төрлө йүнәлештәрен, тәү сиратта умартасылыҡ, хатта балыҡсылыҡты иркенләп үҫтереүгә ҡулай төбәктә шуларға тотонған да инде уңған эшҡыуар. Үҙ башланғысы һәм халыҡ ихтыяжы буйынса ағастан төрлө төҙөлөш материалдары – таҡта, бурса, “вагонка” етештерә. Нәҡ ошо хеҙмәттә мәшғүл егеттәрҙең төрлө механизмдар менән оҫта идара итеүен, бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлауын һоҡланып ҡарап торҙоҡ...
– Был кәсепкә тотонғандар күп булды, ышаныслы һәм тырыштар, ағас эшен үҙ итеүселәр генә ҡалды, – ти улар тураһында Юрий Алексеевич. – Ҡушылғанды күңел биреп, намыҫ менән башҡаралар.
Шулай ҙа эшмәкәрлегенең ошо йүнәлешенә ҡағылған уй-фекерҙәре бер ҙә тынғылыҡ бирмәй йүнселгә. Был, беренсе сиратта, йылдан-йыл ҡатмарлаша барған проблема – ағас­­ҡа ҡытлыҡҡа бәйле. Йыраҡтан килтерелгән сеймалдың үҙҡиммәте Юрий Алексеевичтың ғына түгел, күп­тәрҙең бәкәленә һуға. Сығымдарҙы ла ҡапламаған шөғөл кемгә кәрәк? Тәү ҡарамаҡҡа, урман өҫкә ауып килгән яҡта был турала һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел һымаҡ. Әммә... Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман ағай Мусин бынан дүрт тиҫтә йыл элек тиерлек күтәргән проблема Архангел, Белорет һәм Бөрйәндең шаулап торған урмандарына ла барып етте шул.
Ә бит шәхси эшҡыуар үҙен генә уйламай. Ауыл халҡы мәнфәғәтен иҫәпкә алып, урындағы хакимиәт менән килешеү нигеҙендә юлдарҙы төҙөкләндереүҙе, ҡышын уларҙы ҡарҙан таҙартыуҙы үҙ өҫтөнә алған.
Яҡташтары мең рәхмәт яуҙырған тағы ла бер эшен ҡәҙимге итеп кенә телгә ала баҫалҡы йүнсел. Тиҫтә йыл ташландыҡ хәлдә булған өс саҡрымлыҡ һыу үткәргесте тергеҙгән, уның ҡорамалдарын үҙ иҫәбенә яңыртып, ауылдаштарын сифатлы эсәр һыу менән тәьмин иткән.
“Эште эшләгән кеше өҫтөнә өйәләр” тигән әйтем Юрий Алексеевич хаҡында һымаҡ та, түгел дә. Сөнки бар хәстәр-мәшәҡәттәргә ул үҙ теләге менән егелгән.
Йүнсел ир-уҙаман – бер үк ваҡытта крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы ла. 120 гектар ерҙе ҡуртымға алып, игенселек менән шөғөлләнә, күп йыллыҡ үлән сәсеп, мал аҙығы әҙерләй.
– Етерлек техника, ҡорамалым бар. Үләнде, башлыса, улым саба. Төргәкләп йыйылған өсәр центнерлыҡ өйөмдәрҙе япма аҫтына туплайбыҙ, һуңынан халыҡтың теләге буйынса ихаталарына тиклем илтәбеҙ, үҙҙәре килеп алыусылар ҙа аҙ түгел, – ти фермер.
Һауын һыйырҙары ла булған йүнселдең, тик һөттө ваҡытында һатыу­ҙағы ҡыйынлыҡтар был мә­шә­ҡәттән баш тартырға мәжбүр иткән. “Һуғымға мал үрсетеү ҙә килемле түгел” тигән һығымтаны үҙ тәжрибәһе нигеҙендә яһаған: халыҡ хәҙер итте күпләп алмай, алғаны ла тәү сиратта ризыҡтың сифатына түгел, хаҡына ҡарай. Илебеҙ Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингәс тә, беҙгә төрлө ҡитғаларҙан арзан ит килеп тулды, күптәр шуға өҫтөнлөк бирә. Үҙебеҙҙең юғары сифатлы тауарға ихтыяж күҙ менән ҡаш араһында кәмене.
Ҡортсолоҡто ла шөғөл иткән Юрий Алексеевич биш тиҫтәнән артығыраҡ умартаһынан йыл һайын бер тоннаға яҡын татлы ризыҡ ала. Балын һатыуҙағы ҡыйынлыҡтар тураһында ла әсенеп бәйән итте...
Совхоз ваҡытынан хужаһыҙ ҡалған быуаны тәртипкә килтереп, эргәһенә яңыһын яһап, уларҙа һаҙан, карп, аҡ амур һәм толстолобик кеүек балыҡтар үрсетеүҙе яйға һалып йөрөй икән. Селбәрәне, йыраҡ араны яҡын итеп, Яңауыл районындағы Ҡарман балыҡ хужалығынан алып ҡайтҡан.


Автор: Ансар НУРЕТДИНОВ. Район: Архангел районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә