Тәү күрешеүҙән үк бар булмышы менән үҙенә ылыҡтырып торған кешеләр күп беҙҙең арала. Улар, башлыса, – донъяла үҙ урынын табып, яратҡан һөнәре менән шөғөлләнеп, күптәрҙән айырмалы, ерҙә ныҡлы, хужаларса баҫып йөрөгәндәр. Нәҡ шундай ир-уҙаман менән танышырға тура килде гүзәл тәбиғәтле Архангел яғында.
Ивановтарҙың күп балалы ғаиләһе бында барыһына ла билдәле. Ете бер туғандың төпсөгө Юрий Алексеевич ваҡыт һулышын тойоп йәшәүе, емешле хеҙмәте менән танылыу алған. Шуға ла, әүҙем, уңышлы эшҡыуарҙар менән ҡыҙыҡһынғас, район етәкселәренең тәү сиратта уның исемен атауы бер ҙә осраҡлы түгел. Мәшһүр Урал тауҙары итәгендә урынлашҡан сыуаш ауылы Казанканан икән ул. Бында тыуып үҫеп, үҙ еренә ереккән, мыҡты кәүҙәле ир уртаһы булып сыҡты планетаның беренсе космонавы Гагариндың аҙашы.
Ҙур, иркен, үҙебеҙҙә лә, сит илдә лә сығарылған заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған ағас эшкәртеү цехында тап иттек Юрий Ивановты. Уҙған быуат башында был яҡтарға килеп төпләнгән ата-бабалары ҡасандыр ылығып киткән шөғөлдө уңышлы дауам итә ул. Ҡырыҫ тәбиғәте һәм ерҙәре игенселек өсөн аҙ яраҡлашҡан, шул уҡ ваҡытта малсылыҡтың төрлө йүнәлештәрен, тәү сиратта умартасылыҡ, хатта балыҡсылыҡты иркенләп үҫтереүгә ҡулай төбәктә шуларға тотонған да инде уңған эшҡыуар. Үҙ башланғысы һәм халыҡ ихтыяжы буйынса ағастан төрлө төҙөлөш материалдары – таҡта, бурса, “вагонка” етештерә. Нәҡ ошо хеҙмәттә мәшғүл егеттәрҙең төрлө механизмдар менән оҫта идара итеүен, бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлауын һоҡланып ҡарап торҙоҡ...
– Был кәсепкә тотонғандар күп булды, ышаныслы һәм тырыштар, ағас эшен үҙ итеүселәр генә ҡалды, – ти улар тураһында Юрий Алексеевич. – Ҡушылғанды күңел биреп, намыҫ менән башҡаралар.
Шулай ҙа эшмәкәрлегенең ошо йүнәлешенә ҡағылған уй-фекерҙәре бер ҙә тынғылыҡ бирмәй йүнселгә. Был, беренсе сиратта, йылдан-йыл ҡатмарлаша барған проблема – ағасҡа ҡытлыҡҡа бәйле. Йыраҡтан килтерелгән сеймалдың үҙҡиммәте Юрий Алексеевичтың ғына түгел, күптәрҙең бәкәленә һуға. Сығымдарҙы ла ҡапламаған шөғөл кемгә кәрәк? Тәү ҡарамаҡҡа, урман өҫкә ауып килгән яҡта был турала һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел һымаҡ. Әммә... Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман ағай Мусин бынан дүрт тиҫтә йыл элек тиерлек күтәргән проблема Архангел, Белорет һәм Бөрйәндең шаулап торған урмандарына ла барып етте шул.
Ә бит шәхси эшҡыуар үҙен генә уйламай. Ауыл халҡы мәнфәғәтен иҫәпкә алып, урындағы хакимиәт менән килешеү нигеҙендә юлдарҙы төҙөкләндереүҙе, ҡышын уларҙы ҡарҙан таҙартыуҙы үҙ өҫтөнә алған.
Яҡташтары мең рәхмәт яуҙырған тағы ла бер эшен ҡәҙимге итеп кенә телгә ала баҫалҡы йүнсел. Тиҫтә йыл ташландыҡ хәлдә булған өс саҡрымлыҡ һыу үткәргесте тергеҙгән, уның ҡорамалдарын үҙ иҫәбенә яңыртып, ауылдаштарын сифатлы эсәр һыу менән тәьмин иткән.
“Эште эшләгән кеше өҫтөнә өйәләр” тигән әйтем Юрий Алексеевич хаҡында һымаҡ та, түгел дә. Сөнки бар хәстәр-мәшәҡәттәргә ул үҙ теләге менән егелгән.
Йүнсел ир-уҙаман – бер үк ваҡытта крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы ла. 120 гектар ерҙе ҡуртымға алып, игенселек менән шөғөлләнә, күп йыллыҡ үлән сәсеп, мал аҙығы әҙерләй.
– Етерлек техника, ҡорамалым бар. Үләнде, башлыса, улым саба. Төргәкләп йыйылған өсәр центнерлыҡ өйөмдәрҙе япма аҫтына туплайбыҙ, һуңынан халыҡтың теләге буйынса ихаталарына тиклем илтәбеҙ, үҙҙәре килеп алыусылар ҙа аҙ түгел, – ти фермер.
Һауын һыйырҙары ла булған йүнселдең, тик һөттө ваҡытында һатыуҙағы ҡыйынлыҡтар был мәшәҡәттән баш тартырға мәжбүр иткән. “Һуғымға мал үрсетеү ҙә килемле түгел” тигән һығымтаны үҙ тәжрибәһе нигеҙендә яһаған: халыҡ хәҙер итте күпләп алмай, алғаны ла тәү сиратта ризыҡтың сифатына түгел, хаҡына ҡарай. Илебеҙ Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингәс тә, беҙгә төрлө ҡитғаларҙан арзан ит килеп тулды, күптәр шуға өҫтөнлөк бирә. Үҙебеҙҙең юғары сифатлы тауарға ихтыяж күҙ менән ҡаш араһында кәмене.
Ҡортсолоҡто ла шөғөл иткән Юрий Алексеевич биш тиҫтәнән артығыраҡ умартаһынан йыл һайын бер тоннаға яҡын татлы ризыҡ ала. Балын һатыуҙағы ҡыйынлыҡтар тураһында ла әсенеп бәйән итте...
Совхоз ваҡытынан хужаһыҙ ҡалған быуаны тәртипкә килтереп, эргәһенә яңыһын яһап, уларҙа һаҙан, карп, аҡ амур һәм толстолобик кеүек балыҡтар үрсетеүҙе яйға һалып йөрөй икән. Селбәрәне, йыраҡ араны яҡын итеп, Яңауыл районындағы Ҡарман балыҡ хужалығынан алып ҡайтҡан.