Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һынмаҫ рухлы егет
Һынмаҫ рухлы егет
“Ауырлыҡтарға түҙергә, әммә еңергә!” – был һүҙҙәр Паралимпия уйындарында ҡатнашыусыларҙың девизына әүерелгән. Быйыл март айында Сочиҙа үткән Олимпия уйындарында инвалидтар көн һайын миллиондарса кешене үҙҙәренең батырлығы һәм ҡорос ихтыяр көсө менән таң ҡалдырҙы. Һынауҙарға түҙеп, тамашасыларҙы илһамландырып, рекордтар ҡуйып, улар мөмкинлектәрҙең сикһеҙлеген иҫбатланы.


Әлшәй егете Илнур Мөхәрәмов та быны үҙ өлгөһөндә раҫланы. I группа инвалиды иң элек үҙен-үҙе еңеүе менән бик күптәргә яҙмышына төшкән ауырлыҡты йырып сығырға ярҙам итә.
Ҡармыш егетенең тормош юлы башҡалар­ҙыҡынан бер яғы менән дә айырылмаған. Ул һау-сәләмәт, зирәк егет булып үҫә. Тиҫтерҙәре кеүек ауыл урамында велосипедта йөрөргә, футбол уйнарға ярата. Мәктәптә шахмат менән мауыға, гер спортын да яҡын итә. Ҡулына аттестат алғас, Өфөгә юллана. Техника менән мауыҡҡан егет радиотехника колледжына инергә хыяллана һәм ошо уҡыу йортона документтарын тапшыра. Үкенескә ҡаршы, тейешле балдары етмәү сәбәпле, Илнурға студент булырға яҙмай.
Шәкәр заводында бер нисә ай эшлә­гәндән һуң уны хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Мотоуҡсылар ғәскәрендә ике йыл уңышлы хеҙмәт итеп, тыуған яғына ҡайта һәм тағы ла Өфөгә юл тота. Баш ҡала был юлы ла Илнурҙы һалҡын ҡаршы ала. Ул эшкә урынлашҡан ойошманы бөтөрәләр, һәм егет төҙөлөшкә китә. 2003 йылдың ҡояшлы сентябре 21 йәшлек егет өсөн иң фажиғәле көн була. 4-се ҡаттан йығылып төшөп, көс-ҡеүәте ташып торған, киләсәккә бик күп пландар ҡорған Илнур инвалидҡа әйләнә. Табиптар уның ғү­мерен ҡотҡа­рып ҡала, әм­мә ҡасан да булһа аяғына баҫырына өмөтлән­дермәй.
Умыртҡа һөйәгенең ауыр йәрәхәтләнеүе арҡаһында Илнур алты ай урынынан тора алмай ята.
— Был аяныслы көндәр, аҙналар, айҙар мәңге дауам итер кеүек ине, — ти егет, шул фажиғәле ваҡиғаларға әйләнеп ҡайтып. – Башҡа төрлө ауыр уйҙар килә. Әммә мине яҡындарым – әсәйем, атайым, апайым, ағайҙарым — ярҙамһыҙ ҡалдырманы, һәр ваҡыт эргәмдә булды.
Хәҙер инде егеткә яңы халәтенә өйрәнергә, инвалид креслоһында ултырып та йәшәп булыуына ышанырға кәрәк. “Тормош дауам итә...” Ирендәре ошо һүҙҙәрҙе мең тапҡыр ҡабатлаһа ла, аҡылы уларҙы ҡабул итеүҙән баш тарта. Шулай ҙа берҙән-бер көндө егет был психологик кәртәне еңеп сыға.
Бөгөн Илнур — үҙ-үҙенә ышанған, көслө рухлы, теләктәренең мөмкинлектәренә тап килеүен самалай белгән, тормоштоң ҡәҙерен аңлаған, мохтаждарға һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер торған ир-егет. Ошо 11 йыл эсендә ул күп нәмәгә өйрәнгән, атай йортон яңыртып төҙөгән, бөтә уңайлыҡтары һәм ҡаралты-ҡуралары ла бар унда. Оҫта ҡулдары менән үҙ аҡсаһына һалған йортта Илнур әсәһе менән йәшәй. Йәшлегендә хыялланғанса, компьютер программалары урынлаштырып аҡса эшләй ул. Техниканың бөтә нескәлектәрен белгән егеттең ҡулынан килмәгән эш юҡ, бензинда эшләүсе бысҡыларҙан башлап двигателдәргә тиклем барыһын да тиерлек ремонтлай. Оҫтаға кәңәш, ярҙам һорап йыш киләләр.
— Әле йөрөткән машинам инде бишенсеһе. Дүртәүһен үҙ аҡсама һатып алдым. Кәрәк булһа, үҙем ремонтлайым, — тип йылмая Илнур.
Әйткәндәй, күптән түгел ул тағы ла ауылдаштарын таң ҡалдырған: инвалидтарҙың пауэрлифтинг буйынса VI республика спар­та­киадаһында бронза миҙал яулаған. Аяҡ-ҡулы зарарланған спортсылар араһында 72 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә ярышып, 80 килограмлыҡ штанганы күтәргән Илнур.
Асыҡ йөҙлө, ихлас егет менән әңгәмә­ләш­кәндә алдыңда I группа инвалиды ултырыуын онотаһың. Йөҙөнән йылмайыу китмәй, һәр яңылыҡ менән ҡыҙыҡһына, бер нәмәгә лә битараф түгел. Ул бигерәк тә Тыуған илебеҙҙең именлеге, яратҡан ауылының киләсәге өсөн борсола.
— Беҙҙән башҡа кем дәүләттең артабанғы яҙмышы, тыуған яғыбыҙ киләсәге тураһында хәстәрлек күрер?! Бында бер ниндәй айырма юҡ: һау-сәләмәтһеңме, йәиһә физик мөмкинлек­тәрең сикләнгәнме. Минең бер һайлауҙа ла ҡатнашмай ҡалғаным юҡ, өйгә киләләр. Күптән түгел Ҡармыш ауыл Советы хакимиәте бинаһы алдына пандус ҡуйҙылар, бәлки, быйыл республика башлығын ауылдаштарым менән бергә һайлармын әле, — ти көслө рухлы егет.
Тап Илнур Мөхәрәмов кеүектәр мөмкин булмағандың да мөмкинлеген раҫлап, беҙҙе, һау-сәләмәт кешеләрҙе, тормош ауырлыҡтарын еңергә өйрәтә. Улар башҡаларҙы ла үҙ артынан эйәртергә һәләтле. Эйе, шағир хаҡлы: “Рух һәм намыҫ көслө итә ирҙәрҙең аҫылдарын. Уларға ҡара ла аңла йәшәүҙең асылдарын”.


Автор: Фәнүзә СУФИЯНОВА. Район: Әлшәй районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә