“Ауырлыҡтарға түҙергә, әммә еңергә!” – был һүҙҙәр Паралимпия уйындарында ҡатнашыусыларҙың девизына әүерелгән. Быйыл март айында Сочиҙа үткән Олимпия уйындарында инвалидтар көн һайын миллиондарса кешене үҙҙәренең батырлығы һәм ҡорос ихтыяр көсө менән таң ҡалдырҙы. Һынауҙарға түҙеп, тамашасыларҙы илһамландырып, рекордтар ҡуйып, улар мөмкинлектәрҙең сикһеҙлеген иҫбатланы.
Әлшәй егете Илнур Мөхәрәмов та быны үҙ өлгөһөндә раҫланы. I группа инвалиды иң элек үҙен-үҙе еңеүе менән бик күптәргә яҙмышына төшкән ауырлыҡты йырып сығырға ярҙам итә.
Ҡармыш егетенең тормош юлы башҡаларҙыҡынан бер яғы менән дә айырылмаған. Ул һау-сәләмәт, зирәк егет булып үҫә. Тиҫтерҙәре кеүек ауыл урамында велосипедта йөрөргә, футбол уйнарға ярата. Мәктәптә шахмат менән мауыға, гер спортын да яҡын итә. Ҡулына аттестат алғас, Өфөгә юллана. Техника менән мауыҡҡан егет радиотехника колледжына инергә хыяллана һәм ошо уҡыу йортона документтарын тапшыра. Үкенескә ҡаршы, тейешле балдары етмәү сәбәпле, Илнурға студент булырға яҙмай.
Шәкәр заводында бер нисә ай эшләгәндән һуң уны хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Мотоуҡсылар ғәскәрендә ике йыл уңышлы хеҙмәт итеп, тыуған яғына ҡайта һәм тағы ла Өфөгә юл тота. Баш ҡала был юлы ла Илнурҙы һалҡын ҡаршы ала. Ул эшкә урынлашҡан ойошманы бөтөрәләр, һәм егет төҙөлөшкә китә. 2003 йылдың ҡояшлы сентябре 21 йәшлек егет өсөн иң фажиғәле көн була. 4-се ҡаттан йығылып төшөп, көс-ҡеүәте ташып торған, киләсәккә бик күп пландар ҡорған Илнур инвалидҡа әйләнә. Табиптар уның ғүмерен ҡотҡарып ҡала, әммә ҡасан да булһа аяғына баҫырына өмөтләндермәй.
Умыртҡа һөйәгенең ауыр йәрәхәтләнеүе арҡаһында Илнур алты ай урынынан тора алмай ята.
— Был аяныслы көндәр, аҙналар, айҙар мәңге дауам итер кеүек ине, — ти егет, шул фажиғәле ваҡиғаларға әйләнеп ҡайтып. – Башҡа төрлө ауыр уйҙар килә. Әммә мине яҡындарым – әсәйем, атайым, апайым, ағайҙарым — ярҙамһыҙ ҡалдырманы, һәр ваҡыт эргәмдә булды.
Хәҙер инде егеткә яңы халәтенә өйрәнергә, инвалид креслоһында ултырып та йәшәп булыуына ышанырға кәрәк. “Тормош дауам итә...” Ирендәре ошо һүҙҙәрҙе мең тапҡыр ҡабатлаһа ла, аҡылы уларҙы ҡабул итеүҙән баш тарта. Шулай ҙа берҙән-бер көндө егет был психологик кәртәне еңеп сыға.
Бөгөн Илнур — үҙ-үҙенә ышанған, көслө рухлы, теләктәренең мөмкинлектәренә тап килеүен самалай белгән, тормоштоң ҡәҙерен аңлаған, мохтаждарға һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер торған ир-егет. Ошо 11 йыл эсендә ул күп нәмәгә өйрәнгән, атай йортон яңыртып төҙөгән, бөтә уңайлыҡтары һәм ҡаралты-ҡуралары ла бар унда. Оҫта ҡулдары менән үҙ аҡсаһына һалған йортта Илнур әсәһе менән йәшәй. Йәшлегендә хыялланғанса, компьютер программалары урынлаштырып аҡса эшләй ул. Техниканың бөтә нескәлектәрен белгән егеттең ҡулынан килмәгән эш юҡ, бензинда эшләүсе бысҡыларҙан башлап двигателдәргә тиклем барыһын да тиерлек ремонтлай. Оҫтаға кәңәш, ярҙам һорап йыш киләләр.
— Әле йөрөткән машинам инде бишенсеһе. Дүртәүһен үҙ аҡсама һатып алдым. Кәрәк булһа, үҙем ремонтлайым, — тип йылмая Илнур.
Әйткәндәй, күптән түгел ул тағы ла ауылдаштарын таң ҡалдырған: инвалидтарҙың пауэрлифтинг буйынса VI республика спартакиадаһында бронза миҙал яулаған. Аяҡ-ҡулы зарарланған спортсылар араһында 72 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә ярышып, 80 килограмлыҡ штанганы күтәргән Илнур.
Асыҡ йөҙлө, ихлас егет менән әңгәмәләшкәндә алдыңда I группа инвалиды ултырыуын онотаһың. Йөҙөнән йылмайыу китмәй, һәр яңылыҡ менән ҡыҙыҡһына, бер нәмәгә лә битараф түгел. Ул бигерәк тә Тыуған илебеҙҙең именлеге, яратҡан ауылының киләсәге өсөн борсола.
— Беҙҙән башҡа кем дәүләттең артабанғы яҙмышы, тыуған яғыбыҙ киләсәге тураһында хәстәрлек күрер?! Бында бер ниндәй айырма юҡ: һау-сәләмәтһеңме, йәиһә физик мөмкинлектәрең сикләнгәнме. Минең бер һайлауҙа ла ҡатнашмай ҡалғаным юҡ, өйгә киләләр. Күптән түгел Ҡармыш ауыл Советы хакимиәте бинаһы алдына пандус ҡуйҙылар, бәлки, быйыл республика башлығын ауылдаштарым менән бергә һайлармын әле, — ти көслө рухлы егет.
Тап Илнур Мөхәрәмов кеүектәр мөмкин булмағандың да мөмкинлеген раҫлап, беҙҙе, һау-сәләмәт кешеләрҙе, тормош ауырлыҡтарын еңергә өйрәтә. Улар башҡаларҙы ла үҙ артынан эйәртергә һәләтле. Эйе, шағир хаҡлы: “Рух һәм намыҫ көслө итә ирҙәрҙең аҫылдарын. Уларға ҡара ла аңла йәшәүҙең асылдарын”.