Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һөнәрле һәм эшле булам тиһәң...
Һөнәрле һәм эшле булам тиһәң...
Мораҡ ауылындағы 90-сы һөнәрселек лицейы бына 65 йылдан ашыу инде эшсе кадрҙар әҙерләй. Ошо дәүерҙә ул 27 меңдән ашыу умартасы, ЭВМ операторы, һатыусы, шофер, тракторсы, слесарь, иретеп йәбештереүсе, умартасы, һатыусы-оператор, ашнаҡсы һәм башҡа белгес әҙерләп сығарған.


Бында белем алған һәм сынығыу мәктәбен үткән йәш быуын вә­килдәре оло тормошта үҙ һуҡмағын таба. Улар араһында хеҙмәте менән дан ҡаҙанған механизаторҙар, ху­жалыҡ етәкселәре, ауыл хакимиәте башлыҡтары бар. Абруйлы уҡыу йортонда сифатлы белгестәр әҙерләү өсөн ныҡлы матди-техник база, уңайлы көнкүреш шарттары булдырылған. Лицейҙың ике йыл элек “Башҡортостандың иң яҡшы башланғыс һөнәри белем биреү учреждениеһы” дипломын яулауы ла юҡҡа түгел. Бында бөгөн 230 ҡыҙ һәм егет уҡый. Араларында Күгәрсен, Йылайыр, Бөрйән, Ейән­сура райондарынан, Ырымбур өлкәһенән килгәндәр ҙә бар. Шуныһы уңайлы: уҡырға алыу Яңы йыл байрамына тиклем дауам итә.
Хеҙмәт баҙарындағы ихтыяжды иҫәпкә алып, бер юлы ике-өс йүнәлештә һөнәр алыу мөмкинлеге бирелгән. IX кластан һуң да, урта белем менән дә ҡабул итеп, ун төрлө һөнәргә өйрәтәләр. Мәҫәлән, умартасы, тракторсы, ЭВМ операторы, электр монтеры, ауыл хужалығы машиналарын йүнәтеүсе слесарь, йәшелсәсе, ашнаҡсы, хисапсы...
Һөнәрле һәм эшле булам тиһәң...Был уҡыу йортонда матди яҡтан ауырлыҡ кисергән, етем ҡалған йә иһә күп балалы ғаиләлә үҫкән, ҡанат нығытҡан осорҙа ярҙамға мохтаж үҫмерҙәр оло хәстәрлек менән солғап алына. Ғөмүмән, лицей социаль яҡлау ойошмаһы булып та хеҙмәт итә: йәштәрҙе урам йоғонтоһонан һаҡлап алып ҡалып, киләсәккә ҡыйыу юл ярырға мөмкинлек бирә. Көнөнә өс тапҡыр бушлай туҡланыу, түләүһеҙ йәшәү, стипендия алыу — ҙур ярҙам, әлбиттә. Әле лицейҙа тиҫтәгә яҡын етем бала иҫәпләнә.
Егеттәрҙең күбеһе уҡыуын тамамлағандан һуң армияға бара. Һөнәр алып киткәндәр хеҙмәт иткән ерендә һынатмай, йыш ҡына командирҙарынан рәхмәт хаты килә.
Уҡыу осоронда дәрестәр тәжрибә туплау менән бергә үрелеп бара. Бындағы етештереү базаһы бай ғына: 1300 гектар һөрөнтө ер, 252 баш һыйыр малы (шуның 100-ө — һауын һыйыры), 27 баш йылҡы, 18 умарта бар. Бойҙай, һоло, арпа, ҡа­рабойҙай, кукуруз баҫыуҙары гөрләп тора. Йәшелсәне ҡыш буйына етерлек итеп әҙерләйҙәр, шуға ла ашханала балаларҙы төрләндереп бе­шерелгән сифатлы, тәмле ризыҡ менән һыйлайҙар.
Ҙур тырышлыҡ һөҙөмтәһендә килгән табыш бушлай туҡланыуға, ихата-биналарҙы төҙөкләндереүгә тотола.
Уҡыу йорто директоры Александр Игнатьев Күгәрсен районында тыуып үҫкән, урта мәктәптә директор вазифаһында оҙаҡ йылдар тәжрибә туплаған. 90-сы лицейға етәкселек итеүенә — ун йыл. Хеҙмәте “Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы” тигән юғары исем менән баһаланған. Тап Александр Федорович етәкселек иткән осорҙа уҡыу йорто йылдам үҫеш кисерә, төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүленә. 2011 йылда инновацион белем биреү программаларын индереүсе башланғыс һөнәри һәм урта һөнәри дәүләт мәғариф учреждениелары араһындағы конкурста еңеп сыҡҡан лицей Башҡортостан Хөкүмәтенең тос ярҙамын алған — 18 миллион һумлыҡ грант отҡан. Ошо аҡсаға матди-техник база нығытылған, яңы техника алынған, компьютер кластары, лаборатория йыһазландырылған.
Белем һәм тәрбиә биреүҙең һөҙөмтәләре яҡшы. Район, республика бәйгеләрендә үҫмерҙәр даими рәүештә тәүге урындарҙы ала, лицейҙың данын күтәрә. Улар һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә — республика олимпиадаһында — “Иң яҡшы тракторсы” һәм “Иң яҡшы умартасы” номинациялары буйынса яҡшы баһаға өлгәшкән.
Лицей биләмәһенә килеп ингәндә һәр ерҙәге тәртип, бөхтәлек иғ­тибарҙы йәлеп итә. Был да уҡыу­сылар өсөн бик мөһим — хужаның йорто тупһаһынан билдәле, тиҙәр бит.


Автор: Лилиә ФӘЙЗУЛЛИНА. Район: Күгәрсен районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә