Мораҡ ауылындағы 90-сы һөнәрселек лицейы бына 65 йылдан ашыу инде эшсе кадрҙар әҙерләй. Ошо дәүерҙә ул 27 меңдән ашыу умартасы, ЭВМ операторы, һатыусы, шофер, тракторсы, слесарь, иретеп йәбештереүсе, умартасы, һатыусы-оператор, ашнаҡсы һәм башҡа белгес әҙерләп сығарған.
Бында белем алған һәм сынығыу мәктәбен үткән йәш быуын вәкилдәре оло тормошта үҙ һуҡмағын таба. Улар араһында хеҙмәте менән дан ҡаҙанған механизаторҙар, хужалыҡ етәкселәре, ауыл хакимиәте башлыҡтары бар. Абруйлы уҡыу йортонда сифатлы белгестәр әҙерләү өсөн ныҡлы матди-техник база, уңайлы көнкүреш шарттары булдырылған. Лицейҙың ике йыл элек “Башҡортостандың иң яҡшы башланғыс һөнәри белем биреү учреждениеһы” дипломын яулауы ла юҡҡа түгел. Бында бөгөн 230 ҡыҙ һәм егет уҡый. Араларында Күгәрсен, Йылайыр, Бөрйән, Ейәнсура райондарынан, Ырымбур өлкәһенән килгәндәр ҙә бар. Шуныһы уңайлы: уҡырға алыу Яңы йыл байрамына тиклем дауам итә.
Хеҙмәт баҙарындағы ихтыяжды иҫәпкә алып, бер юлы ике-өс йүнәлештә һөнәр алыу мөмкинлеге бирелгән. IX кластан һуң да, урта белем менән дә ҡабул итеп, ун төрлө һөнәргә өйрәтәләр. Мәҫәлән, умартасы, тракторсы, ЭВМ операторы, электр монтеры, ауыл хужалығы машиналарын йүнәтеүсе слесарь, йәшелсәсе, ашнаҡсы, хисапсы...
Был уҡыу йортонда матди яҡтан ауырлыҡ кисергән, етем ҡалған йә иһә күп балалы ғаиләлә үҫкән, ҡанат нығытҡан осорҙа ярҙамға мохтаж үҫмерҙәр оло хәстәрлек менән солғап алына. Ғөмүмән, лицей социаль яҡлау ойошмаһы булып та хеҙмәт итә: йәштәрҙе урам йоғонтоһонан һаҡлап алып ҡалып, киләсәккә ҡыйыу юл ярырға мөмкинлек бирә. Көнөнә өс тапҡыр бушлай туҡланыу, түләүһеҙ йәшәү, стипендия алыу — ҙур ярҙам, әлбиттә. Әле лицейҙа тиҫтәгә яҡын етем бала иҫәпләнә.
Егеттәрҙең күбеһе уҡыуын тамамлағандан һуң армияға бара. Һөнәр алып киткәндәр хеҙмәт иткән ерендә һынатмай, йыш ҡына командирҙарынан рәхмәт хаты килә.
Уҡыу осоронда дәрестәр тәжрибә туплау менән бергә үрелеп бара. Бындағы етештереү базаһы бай ғына: 1300 гектар һөрөнтө ер, 252 баш һыйыр малы (шуның 100-ө — һауын һыйыры), 27 баш йылҡы, 18 умарта бар. Бойҙай, һоло, арпа, ҡарабойҙай, кукуруз баҫыуҙары гөрләп тора. Йәшелсәне ҡыш буйына етерлек итеп әҙерләйҙәр, шуға ла ашханала балаларҙы төрләндереп бешерелгән сифатлы, тәмле ризыҡ менән һыйлайҙар.
Ҙур тырышлыҡ һөҙөмтәһендә килгән табыш бушлай туҡланыуға, ихата-биналарҙы төҙөкләндереүгә тотола.
Уҡыу йорто директоры Александр Игнатьев Күгәрсен районында тыуып үҫкән, урта мәктәптә директор вазифаһында оҙаҡ йылдар тәжрибә туплаған. 90-сы лицейға етәкселек итеүенә — ун йыл. Хеҙмәте “Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы” тигән юғары исем менән баһаланған. Тап Александр Федорович етәкселек иткән осорҙа уҡыу йорто йылдам үҫеш кисерә, төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүленә. 2011 йылда инновацион белем биреү программаларын индереүсе башланғыс һөнәри һәм урта һөнәри дәүләт мәғариф учреждениелары араһындағы конкурста еңеп сыҡҡан лицей Башҡортостан Хөкүмәтенең тос ярҙамын алған — 18 миллион һумлыҡ грант отҡан. Ошо аҡсаға матди-техник база нығытылған, яңы техника алынған, компьютер кластары, лаборатория йыһазландырылған.
Белем һәм тәрбиә биреүҙең һөҙөмтәләре яҡшы. Район, республика бәйгеләрендә үҫмерҙәр даими рәүештә тәүге урындарҙы ала, лицейҙың данын күтәрә. Улар һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә — республика олимпиадаһында — “Иң яҡшы тракторсы” һәм “Иң яҡшы умартасы” номинациялары буйынса яҡшы баһаға өлгәшкән.
Лицей биләмәһенә килеп ингәндә һәр ерҙәге тәртип, бөхтәлек иғтибарҙы йәлеп итә. Был да уҡыусылар өсөн бик мөһим — хужаның йорто тупһаһынан билдәле, тиҙәр бит.