Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ике ғүмергә – дүрт йыл...
Ике ғүмергә – дүрт йыл...
Ошо көндәрҙә баш ҡалала Илья Климовҡа ҡарата суд хөкөмө иғлан ителде. Былтыр ноябрҙә ул, иҫерек килеш рулгә ултырып, Өфөнөң Киров һәм Цюрупа урамдары киҫелешендә кеше тапатҡайны. Видеокамералар теркәгән яҙманан күренеүенсә, Климов юл сатында туҡтарға маташмаған да. Ҙур тиҙлектә елгән автомобиль үткәүел буйлап вайымһыҙ ғына атлаған ҡатынды осортоп алып китеп, ҡаршы һыҙатта туҡтаған автобустың алғы тәҙрәһенә ҡуша бәрҙертә. Бер аҙҙан Климовтың янында ултырып барған Эмиль Камалов та дауаханала аңына килә алмай донъя ҡуя.

Ике ғүмергә – дүрт йыл...Был ваҡиға йәмәғәтсе­лектә ҙур шау-шыу тыуҙыр­ҙы. Шуныһы айырыуса иғтибарға алынды: һәләк булған ҡатын – Арбитраж суд судьяһы, ә Климов – бай эшҡыуарҙың улы. Барыһын да “Енәйәт эшенең ахырын аҡса хәл итерме, әллә ғәҙеллек еңерме?” тигән һорау борсоно. Судьяларҙың үҙ хеҙмәттәше намыҫын яҡларына һәм егеткә мөмкин тиклем ҡаты яза бирәсәгенә күптәр ышанғайны.
Кеше тапатыусыларға һуңғы йылдарҙа бындай иғтибар бул­ғаны юҡ ине әле. Суд барышында журналистар һәм камералар күплегенән коридор аша үтерлек тә булманы. Объектив­тарға өйрәнеп бөткәнгәме, әллә үҙ ғәйебен тулыһынса аңлап етмәгәнлектәнме, Илья Климов ултырыштар залына ҡарай ышаныслы йөҙ менән атланы. Аварияла аяғы йәрәхәтләнеүен иҫәпкә алмағанда, йөҙөндә лә, ҡиәфәтендә лә һигеҙ ай изоляторҙа ултырғаны бер нисек тә сағылмай. Быға тиклемге суд ултырыштары киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренән тыш үтте. Һуңғыһында ла журна­листарҙы залға индермәнеләр.
Ике ғүмергә – дүрт йыл...Тәфтишселәр ғәйепләнеүсегә бер нисә осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡайны. Тикшереү барышын ентекле күҙәттек. Ғәҙел­лектең тантана итеренә ышан­дыҡ, әлбиттә. Ултырыштар башлыса ябыҡ шарттарҙа үтһә лә, хөкөм ҡарарын иғлан иткәндә судья хәбәрселәрҙе залға индерҙе.
Хөкөм: дүрт йыл да ун ай... Язаның йомшаҡлығы Илья Климовтың зыян күреүсе яҡҡа аҡсалата ярҙамлашыуы менән аңла­тыла. Бынан тыш, тик­шереү барышында ғәйепләнеүсенең йәш балаһы барлығы асыҡ­ланған. Йәнәһе лә, егет быға тиклем сабыйҙы үҙенеке тип танымаған, ә хәҙер тәүбәһенә килгән. Был “изге” ҡылығы өсөн ул ярлыҡау­ҙа­рын һорай. Суд аталыҡ тойғо­һоноң ҡапыл барлыҡҡа килеүен иҫәпкә алмаған, шулай ҙа тикшереү барышында ике статья төшөрөп ҡалдырылған. Ғәйепләүселәр Климовты биш йылға төрмәгә ултыртыуҙы һораған булһа ла, мәрхүмдәрҙең туғандары менән яза көтөүсенең үҙ-ара килешеүе арҡаһында тағы ла ике статья енәйәт эшенән алып ташланған.
Климовтың үҙ ғәйебен тулыһынса танып, ғәфү үтенеүе лә хәлгә йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Иркенән мәхрүм ителеүҙән тыш, Климов һәләк булған иптәшенең ғаиләһенә 150 мең һум түләргә бурыслы. Әйткәндәй, 4 йыл да 10 ай иҫәбенә изоляторҙа ултырған ваҡыт та инә.

Л. ҒАФАРОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә