Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
– Өлгөрбай ағай, үҙегеҙ килеп сығып ҡалай йәтеш иттегеҙ әле!
Мәсетле районына килеп төшөү менән мине барса халыҡ уратып алды ла кем уҙарҙан үпкәләре тураһында һөйләй башланы.
– Беҙҙең яҡтарҙы оноттоғоҙ, хәлдәребеҙҙе белмәйһегеҙ, гәзиткә маҡтап яҙырҙай шәп кешеләребеҙ бар.
– “Ҡарағай” шифаханаһының директоры Розалия Солтанова үҙе генә ни тора!
– Шулай шул! Ҡыйыулығына шаҡ ҡатабыҙ. Әзмәүерҙәй ирҙәрең йөрьәт итмәҫ эштәргә тотоноуына иҫ-аҡылыбыҙ китә.
– Йомартлығын әйт әле!
– Ә үҙе шундай баҫалҡы, бер ҙә кәперәйеп, мин шуны эшләнем, быны эшләнем, тип һис һөйләнеп йөрөмәҫ.
Ваҡыт яғы бик тығыҙ булһа ла, киттем шифаханаға. Барайым, күрәйем.
Был донъяла ниндәй генә ғәжәп хәлдәр булмай. Берәүҙәрҙең, имеш, йәшен атып иҫән ҡалғандан һуң өсөнсө күҙе асыла ла халыҡты табиптарҙың да көсө, зиһене етмәҫ ауырыуҙарҙан имләргә тотона. Һөнәре буйынса балалар табибы булған Розалия ханым Солтанова, әлбиттә, ундай хәлгә тарымай. Шулай ҙа тормош иптәше район хакимиәте башлығы булғанда уны “Ҡарағай”ҙың директоры итеп ҡуйғас, ул үҙендә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ көс тоя башлай, ти.
Шифахана үҙ ҡоролмаһында минераль һыу сығара. Бер көндө ҡыйыу ханымдың башына елле фекер килә:
– Йүнләп файҙа килтермәгән нәмәне нишләп тотам әле, – тип уны ни бары 205 865 һумға “Ҡарағай” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә осора. Ваҡланып, махсус баһалау ойошмаларын саҡырып та хитланмай. Оло йөрәкле ханым аҙаштарын яфаландырып, ситкә ебәреп йонсота буламы! Күңел етһә, аш етә тигәндәй, үҙенең ҡанаты аҫтына һыйындыра – шифаханалағы бер мөйөштән урын таба. Лицензия юллатып та толландырмай.
-– Ана, беҙҙеке лә ярап торор. Моғайын, изгелекте онотмаҫһығыҙ әле!
– Килештек! – Ана шулай 2010 йылдың 1 июнендә серле һәләткә эйә ҡатын әлегә булмаған ойошма менән килешеү төҙөп ҡуя. Эйе, эйе, тап шулай. Сөнки “Ҡарағай” ойошмаһы үҙе ошо йылдың 10 июнендә генә теркәлә. Хатта һыуҙы пластик һауыттарға тултырыу, ярлыҡтар йәбештереү, Өфөгә алып барып һатыу сығымдарын да үҙ өҫтөнә ала.
Әлбиттә, ҡыйыу ханымдың төрлө саҡтары була. Үткән-һүткән һайын Ял үҙәгенең, бассейндың, 6-сы корпустың һерәйеп тороуына кәйефе төшә, асыуы ҡабара. Нишләп файҙа килтермәҫкә тейеш әле? Был биналарҙы асыу өсөн рөхсәт көтә башлаһаң, ахырызаман етер! Сәбәбен дә табалар бит, имеш, янғын һүндереү тигән нәмәләре эшләнмәгән, электр ҡорамалдары ла теүәл түгел. Төҙөлөп бөткән, ҡыйығы бар, тигәндәй...
Изге күңелле ханым ял итеүселәрҙең һаулығы өсөн ифрат ныҡ борсола.
— Ҡуйы, файҙалы ауыл һөтөнә етәме ни ул! — тип кенә ебәрә ул. Хатта аҡты ете-ят әҙәмдәр ҡулынан алырға ла шикләнә. Шуға һөттө үҙенә туған тейешле кеше етәкләгән “Һөт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән генә ала. Был изгелеге өсөн уларға 600 мең һум аҡса ла бүләк итә. Хәҙер бөлгөнлөк һаҙлығына батҡан ойошманан бурысын кире ҡайтарыуы икеле, әлбиттә. Хәйер, быны әллә ни ғәйепләп тә булмайҙыр инде, шул аҡса тип үҙ туғаның менән тәмһеҙләшеп йөрөү килешкән эш түгел инде.
Розалия ханым былай һыҡмыр, ҡаты кеше түгел. Аҙыҡ-түлекте, кәрәк-яраҡты гелән 300 километр алыҫлыҡта ятҡан Өфөнән ҡиммәтерәк хаҡҡа алырға тырышалар.
— Йомартлыҡ – иң аҫыл сифаттарҙың береһе, — тип йыш ҡабатларға ярата ул. Шуға ла теге ярамай, был тыйыла тигән Хөкүмәт ҡарарҙарын, закондарҙы бар тип тә белмәй. “Һандуғас шишмәһе” йәмғиәтенең кеҫәһенә 600 мең һумға яҡын аҡсаны тыға, йәнә лә әллә күпме ойошмаға уңлы-һуңлы тарата. Аҙаҡ:
— Бурысығыҙҙы бирегеҙ, — тип теңкәләренә тейеп тә йонсотмай.
Эш тип янып йөрөп, йүнсел ханым хатта хәтере хөртәйеп киткәнен дә шәйләмәй: гелән генә һалымдарҙы түләргә онота ла ҡуя. Шифаһы теймәҫме икән, тип штраф өҫтөнә штраф сәпәп торалар ҙа һуң, тик файҙаһы ғына тойолмаған...
Мәсетле халҡының үпкәһе дөрөҫ булған икән. Розалия ханымдың батырлығына, йомартлығына мин дә ғәжәп иттем. Хәҙер уның зәһәр эше менән хоҡуҡ һаҡлау органдары ла ҡыҙыҡһына.
Өлгөрбай ТИКТОРМАҪОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 25.11.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров башҡорт теленең һанлы платформаһы хаҡында һөйләне
Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙы дәүләт наградалары менән бүләкләне
Яҡташтарыбыҙ «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булды

Яҡташтарыбыҙ «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булды 24.11.2026 // Йәмғиәт

Яҡташтарыбыҙ «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булды...

Тотош уҡырға 3

Торатауҙа Ҡыш бабай тирмәһе асыла

Торатауҙа Ҡыш бабай тирмәһе асыла 24.11.2026 // Йәмғиәт

Торатауҙа Ҡыш бабай тирмәһе асыла...

Тотош уҡырға 3

Республикала боҙло ямғыр яуыуы көтөлә

Республикала боҙло ямғыр яуыуы көтөлә 24.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала боҙло ямғыр яуыуы көтөлә...

Тотош уҡырға 2

26 декабрҙә Өфөлә Ҡыш бабай резиденцияһы асыла

26 декабрҙә Өфөлә Ҡыш бабай резиденцияһы асыла 24.11.2026 // Йәмғиәт

26 декабрҙә Өфөлә Ҡыш бабай резиденцияһы асыла...

Тотош уҡырға 5

Өфөлә Гордеевтар ғаиләһендә унынсы бала донъяға килгән

Өфөлә Гордеевтар ғаиләһендә унынсы бала донъяға килгән 23.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Гордеевтар ғаиләһендә унынсы бала донъяға килгән...

Тотош уҡырға 4

Республика перинаталь үҙәгендә бер аҙнала өс ғаиләлә игеҙ балалар тыуған

Республика перинаталь үҙәгендә бер аҙнала өс ғаиләлә игеҙ балалар тыуған 23.11.2026 // Йәмғиәт

Республика перинаталь үҙәгендә бер аҙнала өс ғаиләлә игеҙ балалар тыуған...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә сабыйҙарҙың ата-әсәләре шәхси балалар баҡсаһына сертификат алырға мөмкин

Өфөлә сабыйҙарҙың ата-әсәләре шәхси балалар баҡсаһына сертификат алырға мөмкин 23.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә сабыйҙарҙың ата-әсәләре шәхси балалар баҡсаһына сертификат алырға мөмкин...

Тотош уҡырға 3

Стәрлетамаҡтан Зәкиә Йосопова 100 йәшлек юбилейын билдәләне

Стәрлетамаҡтан Зәкиә Йосопова 100 йәшлек юбилейын билдәләне 20.11.2026 // Йәмғиәт

Уның өс балаһы, 9 ейән-ейәнсәре һәм 12 бүлә-бүләсәре бар. Стәрлетамаҡтан Зәкиә Шәйғәрҙән ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы көсәйтелгән эш режимына күсә

Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы көсәйтелгән эш режимына күсә 20.11.2026 // Йәмғиәт

Был рейдтар – штраф һалыу ғына түгел, ә юлдарҙы хәүефле ҡағиҙә боҙоусыларҙан таҙартыу буйынса ......

Тотош уҡырға 5


  1. Ләйлә Нурыева
    Ләйлә Нурыева от 25.11.2011, 14:23
    Инде күптән сүбәген сәйнәп ташлағас, яҙаһығыҙ, актуаль мәлендә бер-ике йыл элек ҡайҙа булдығыҙ?

Комментарий өҫтәргә