Ҡыйыу ханым23.11.2011
– Өлгөрбай ағай, үҙегеҙ килеп сығып ҡалай йәтеш иттегеҙ әле!
Мәсетле районына килеп төшөү менән мине барса халыҡ уратып алды ла кем уҙарҙан үпкәләре тураһында һөйләй башланы.
– Беҙҙең яҡтарҙы оноттоғоҙ, хәлдәребеҙҙе белмәйһегеҙ, гәзиткә маҡтап яҙырҙай шәп кешеләребеҙ бар.
– “Ҡарағай” шифаханаһының директоры Розалия Солтанова үҙе генә ни тора!
– Шулай шул! Ҡыйыулығына шаҡ ҡатабыҙ. Әзмәүерҙәй ирҙәрең йөрьәт итмәҫ эштәргә тотоноуына иҫ-аҡылыбыҙ китә.
– Йомартлығын әйт әле!
– Ә үҙе шундай баҫалҡы, бер ҙә кәперәйеп, мин шуны эшләнем, быны эшләнем, тип һис һөйләнеп йөрөмәҫ.
Ваҡыт яғы бик тығыҙ булһа ла, киттем шифаханаға. Барайым, күрәйем.
Был донъяла ниндәй генә ғәжәп хәлдәр булмай. Берәүҙәрҙең, имеш, йәшен атып иҫән ҡалғандан һуң өсөнсө күҙе асыла ла халыҡты табиптарҙың да көсө, зиһене етмәҫ ауырыуҙарҙан имләргә тотона. Һөнәре буйынса балалар табибы булған Розалия ханым Солтанова, әлбиттә, ундай хәлгә тарымай. Шулай ҙа тормош иптәше район хакимиәте башлығы булғанда уны “Ҡарағай”ҙың директоры итеп ҡуйғас, ул үҙендә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ көс тоя башлай, ти.
Шифахана үҙ ҡоролмаһында минераль һыу сығара. Бер көндө ҡыйыу ханымдың башына елле фекер килә:
– Йүнләп файҙа килтермәгән нәмәне нишләп тотам әле, – тип уны ни бары 205 865 һумға “Ҡарағай” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә осора. Ваҡланып, махсус баһалау ойошмаларын саҡырып та хитланмай. Оло йөрәкле ханым аҙаштарын яфаландырып, ситкә ебәреп йонсота буламы! Күңел етһә, аш етә тигәндәй, үҙенең ҡанаты аҫтына һыйындыра – шифаханалағы бер мөйөштән урын таба. Лицензия юллатып та толландырмай.
-– Ана, беҙҙеке лә ярап торор. Моғайын, изгелекте онотмаҫһығыҙ әле!
– Килештек! – Ана шулай 2010 йылдың 1 июнендә серле һәләткә эйә ҡатын әлегә булмаған ойошма менән килешеү төҙөп ҡуя. Эйе, эйе, тап шулай. Сөнки “Ҡарағай” ойошмаһы үҙе ошо йылдың 10 июнендә генә теркәлә. Хатта һыуҙы пластик һауыттарға тултырыу, ярлыҡтар йәбештереү, Өфөгә алып барып һатыу сығымдарын да үҙ өҫтөнә ала.
Әлбиттә, ҡыйыу ханымдың төрлө саҡтары була. Үткән-һүткән һайын Ял үҙәгенең, бассейндың, 6-сы корпустың һерәйеп тороуына кәйефе төшә, асыуы ҡабара. Нишләп файҙа килтермәҫкә тейеш әле? Был биналарҙы асыу өсөн рөхсәт көтә башлаһаң, ахырызаман етер! Сәбәбен дә табалар бит, имеш, янғын һүндереү тигән нәмәләре эшләнмәгән, электр ҡорамалдары ла теүәл түгел. Төҙөлөп бөткән, ҡыйығы бар, тигәндәй...
Изге күңелле ханым ял итеүселәрҙең һаулығы өсөн ифрат ныҡ борсола.
— Ҡуйы, файҙалы ауыл һөтөнә етәме ни ул! — тип кенә ебәрә ул. Хатта аҡты ете-ят әҙәмдәр ҡулынан алырға ла шикләнә. Шуға һөттө үҙенә туған тейешле кеше етәкләгән “Һөт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән генә ала. Был изгелеге өсөн уларға 600 мең һум аҡса ла бүләк итә. Хәҙер бөлгөнлөк һаҙлығына батҡан ойошманан бурысын кире ҡайтарыуы икеле, әлбиттә. Хәйер, быны әллә ни ғәйепләп тә булмайҙыр инде, шул аҡса тип үҙ туғаның менән тәмһеҙләшеп йөрөү килешкән эш түгел инде.
Розалия ханым былай һыҡмыр, ҡаты кеше түгел. Аҙыҡ-түлекте, кәрәк-яраҡты гелән 300 километр алыҫлыҡта ятҡан Өфөнән ҡиммәтерәк хаҡҡа алырға тырышалар.
— Йомартлыҡ – иң аҫыл сифаттарҙың береһе, — тип йыш ҡабатларға ярата ул. Шуға ла теге ярамай, был тыйыла тигән Хөкүмәт ҡарарҙарын, закондарҙы бар тип тә белмәй. “Һандуғас шишмәһе” йәмғиәтенең кеҫәһенә 600 мең һумға яҡын аҡсаны тыға, йәнә лә әллә күпме ойошмаға уңлы-һуңлы тарата. Аҙаҡ:
— Бурысығыҙҙы бирегеҙ, — тип теңкәләренә тейеп тә йонсотмай.
Эш тип янып йөрөп, йүнсел ханым хатта хәтере хөртәйеп киткәнен дә шәйләмәй: гелән генә һалымдарҙы түләргә онота ла ҡуя. Шифаһы теймәҫме икән, тип штраф өҫтөнә штраф сәпәп торалар ҙа һуң, тик файҙаһы ғына тойолмаған...
Мәсетле халҡының үпкәһе дөрөҫ булған икән. Розалия ханымдың батырлығына, йомартлығына мин дә ғәжәп иттем. Хәҙер уның зәһәр эше менән хоҡуҡ һаҡлау органдары ла ҡыҙыҡһына.
Өлгөрбай ТИКТОРМАҪОВ.


Вернуться назад