Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яҙмышы мең балҡышлы
Яҙмышы мең балҡышлыБер нәмә лә мәңгелек түгел. Ошо һүҙҙәрҙе инҡар итеп, мәңгелек ҡосағына һыйынған төшөнсәләргә миҫал килтермәксемен. Донъя, кешелек, изгелек, хис-тойғолар, Йыһан һәм тағы байтаҡ нәмәләр мәңгелек түгелме ни? Был исемлеккә хәтер төшөнсәһен дә өҫтәр инем. Юғиһә арабыҙҙан киткәндәрҙең әле һаман халыҡ телендә, хәтерендә йәшәүен нисек аңлатырға? Уларҙың яҡты иҫтәлеге мәңгелек даръяһына тоташып, бөгөнгәсә күңелдәрҙе нурлай бит.
Үҙенең ҡабатланмаҫ яҙмышы, сәхнә тормошонда иҫ киткес ролдәр тыуҙырыуы менән замандаштары араһында оло танылыу яулаған, шуның менән үҙенә үҙе һәйкәл ҡойған олуғ шәхес — БАССР-ҙың халыҡ артисы Тәлиғә Бикташеваның тыуыуына 100 йыл тулып үтте.
Тәлиғә Миңлевәли ҡыҙы 1911 йылдың 28 июлендә Өфө губернаһының Өфө өйәҙе Арыҫлан ауылында (хәҙерге Шишмә районы) тыуған. 1932 йылда сәнғәт техникумын тамамлай. 1930 йылдан ғүмеренең аҙағына тиклем М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уйнай. Академтеатр сәхнәһендә ул сағыу, үҙенсәлекле ролдәр тыуҙырыуға өлгәшә: Ҡарлуғас (“Ҡарлуғас”, Б. Бикбай), Көнбикә (“Бисәкәй”, А. Мөбәрәков), Мәрзиә (“Ул ҡайтты”, Ә. Атнабаев), Илбикә (“Әсә хөкөмө”, Ә. Атнабаев), Ксения (“Борис Годунов”, А. Пушкин), Мәстүрә (“Йырланмаған йыр”, М. Кәрим) һәм башҡалар. Актрисаның хеҙмәте 1955 йылда Мәскәүҙә уҙғарылған Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында юғары баһаға лайыҡ була. Ошо уҡ йылда Тәлиғә Бикташева – Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, ә 1969 йылда “Почет Билдәһе” ордены менән бүләкләнә.
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Баязит Бикбайҙың музыкаль комедияһы буйынса әҙерләнгән “Ҡоҙаса” спектаклен тап уның яҡты иҫтәлегенә бағышлай, хәтер кисәһе 29 ғинуарҙа уҙғарыла. Замандаштары әйтеүенсә, Тәлиғә Бикташеваның яҙмышы ла, йыр-моң менән үрелеп барған ошо спектакль кеүек, сағыу, мең балҡышлы булған бит.
Рита ХӘСӘНОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә