Бер нәмә лә мәңгелек түгел. Ошо һүҙҙәрҙе инҡар итеп, мәңгелек ҡосағына һыйынған төшөнсәләргә миҫал килтермәксемен. Донъя, кешелек, изгелек, хис-тойғолар, Йыһан һәм тағы байтаҡ нәмәләр мәңгелек түгелме ни? Был исемлеккә хәтер төшөнсәһен дә өҫтәр инем. Юғиһә арабыҙҙан киткәндәрҙең әле һаман халыҡ телендә, хәтерендә йәшәүен нисек аңлатырға? Уларҙың яҡты иҫтәлеге мәңгелек даръяһына тоташып, бөгөнгәсә күңелдәрҙе нурлай бит.
Үҙенең ҡабатланмаҫ яҙмышы, сәхнә тормошонда иҫ киткес ролдәр тыуҙырыуы менән замандаштары араһында оло танылыу яулаған, шуның менән үҙенә үҙе һәйкәл ҡойған олуғ шәхес — БАССР-ҙың халыҡ артисы Тәлиғә Бикташеваның тыуыуына 100 йыл тулып үтте.
Тәлиғә Миңлевәли ҡыҙы 1911 йылдың 28 июлендә Өфө губернаһының Өфө өйәҙе Арыҫлан ауылында (хәҙерге Шишмә районы) тыуған. 1932 йылда сәнғәт техникумын тамамлай. 1930 йылдан ғүмеренең аҙағына тиклем М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уйнай. Академтеатр сәхнәһендә ул сағыу, үҙенсәлекле ролдәр тыуҙырыуға өлгәшә: Ҡарлуғас (“Ҡарлуғас”, Б. Бикбай), Көнбикә (“Бисәкәй”, А. Мөбәрәков), Мәрзиә (“Ул ҡайтты”, Ә. Атнабаев), Илбикә (“Әсә хөкөмө”, Ә. Атнабаев), Ксения (“Борис Годунов”, А. Пушкин), Мәстүрә (“Йырланмаған йыр”, М. Кәрим) һәм башҡалар. Актрисаның хеҙмәте 1955 йылда Мәскәүҙә уҙғарылған Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында юғары баһаға лайыҡ була. Ошо уҡ йылда Тәлиғә Бикташева – Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, ә 1969 йылда “Почет Билдәһе” ордены менән бүләкләнә.
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Баязит Бикбайҙың музыкаль комедияһы буйынса әҙерләнгән “Ҡоҙаса” спектаклен тап уның яҡты иҫтәлегенә бағышлай, хәтер кисәһе 29 ғинуарҙа уҙғарыла. Замандаштары әйтеүенсә, Тәлиғә Бикташеваның яҙмышы ла, йыр-моң менән үрелеп барған ошо спектакль кеүек, сағыу, мең балҡышлы булған бит.
Рита ХӘСӘНОВА.