Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Милли баҫмаға таяналар
Милли баҫмаға таяналар
Ҡаланың 3-сө башҡорт лицей-интернаты республикала алдынғы уҡыу йорттары иҫәбендә. Мәҫәлән, быйыл ил кимәлендә үткәрелгән олимпиада-конференцияларҙа Башҡортостандан ҡатнашҡан уҡыусыларҙың күбеһе тиерлек – ошо белем усағы тәрбиәләнеүселәре. Шул уҡ ваҡытта лицейҙы тамамлағандарҙың һәммәһе лә юғары уҡыу йортона уҡырға инә.

Белеме яғынан ғына түгел, өл­гөлө тәртибе, тормошҡа ҡара­шы менән дә маҡтауға лайыҡ улар. Сер түгел, интернатта тәрбиә эше­нә иғтибар юғары. Хәйер, тәртип юҡ икән, уҡыуҙың да алға барыуы икеле.
– Әлеге заманда шәхес тәр­биәләү еңелдән түгел. Нисек кенә булмаһын, балаларҙың холоҡ-фиғеле формалашыуы көнүҙәк тема булып ҡала, нәҡ ошо принциптан сығып эш итәбеҙ. Мәғлүм булыуынса, беҙҙә малайҙар ғына уҡый. Шуға ҡарамаҫтан, бер-береһен кәмһетеү-рәнйетеү һы­маҡ күренештәр юҡ, сөнки бөтәһе лә коллектив булыуҙарын тойоп йәшәй, юғары класс уҡыусылары “ҡустылары” өсөн яуаплы, — ти Башҡортостан мәғарифы отличнигы, ди­ректорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Розалия Хәкимова.
Әйткәндәй, Розалия Вәли ҡыҙы белем усағында асылған көндән алып уҡыта. Әлбиттә, тәртип булдырыу бер уҡытыусы иңендә генә түгел, интернатта тиҫтәнән ашыу тәрбиәсе эшләй. Тыуған йорттарынан ситтә белем алған үҫ­мер­ҙәргә икенсе әсәй һымаҡ йы­уа­тыусы ла, кәңәшсе лә хәстәрлекле һәм яғымлы апайҙар. Дәрестәре тамамланғандан алып йоҡларға ятҡанға тиклем уҡыусылары янында улар.
— Тәрбиә эшендә киң мәғлүмәт сараларын ҡулланыу отошло. Баш­ҡорт интеллигенцияһының киләсәген тәрбиәләүсе булараҡ, айырыуса милли баҫмаларҙы йыш ҡулланабыҙ. Мәҫәлән, “Баш­ҡортостан” гәзитен класс менән уҡыйбыҙ: яңы­лыҡтар, республика­лағы хәлдәр менән танышабыҙ, — ти тәрбиәселәр. Әйткәндәй, улар “Башҡортостан” гәзитенә йылдың-йылы ихлас яҙыла.
Милләтебеҙ киләсәген аңлап эш иткән был мөләйем ҡатын-ҡыҙға “Афарин!” тиеүҙән башҡа һүҙ юҡ.


Автор: Рәмил МАНСУРОВ, Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә