Ҡаланың 3-сө башҡорт лицей-интернаты республикала алдынғы уҡыу йорттары иҫәбендә. Мәҫәлән, быйыл ил кимәлендә үткәрелгән олимпиада-конференцияларҙа Башҡортостандан ҡатнашҡан уҡыусыларҙың күбеһе тиерлек – ошо белем усағы тәрбиәләнеүселәре. Шул уҡ ваҡытта лицейҙы тамамлағандарҙың һәммәһе лә юғары уҡыу йортона уҡырға инә.
Белеме яғынан ғына түгел, өлгөлө тәртибе, тормошҡа ҡарашы менән дә маҡтауға лайыҡ улар. Сер түгел, интернатта тәрбиә эшенә иғтибар юғары. Хәйер, тәртип юҡ икән, уҡыуҙың да алға барыуы икеле.
– Әлеге заманда шәхес тәрбиәләү еңелдән түгел. Нисек кенә булмаһын, балаларҙың холоҡ-фиғеле формалашыуы көнүҙәк тема булып ҡала, нәҡ ошо принциптан сығып эш итәбеҙ. Мәғлүм булыуынса, беҙҙә малайҙар ғына уҡый. Шуға ҡарамаҫтан, бер-береһен кәмһетеү-рәнйетеү һымаҡ күренештәр юҡ, сөнки бөтәһе лә коллектив булыуҙарын тойоп йәшәй, юғары класс уҡыусылары “ҡустылары” өсөн яуаплы, — ти Башҡортостан мәғарифы отличнигы, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Розалия Хәкимова.
Әйткәндәй, Розалия Вәли ҡыҙы белем усағында асылған көндән алып уҡыта. Әлбиттә, тәртип булдырыу бер уҡытыусы иңендә генә түгел, интернатта тиҫтәнән ашыу тәрбиәсе эшләй. Тыуған йорттарынан ситтә белем алған үҫмерҙәргә икенсе әсәй һымаҡ йыуатыусы ла, кәңәшсе лә хәстәрлекле һәм яғымлы апайҙар. Дәрестәре тамамланғандан алып йоҡларға ятҡанға тиклем уҡыусылары янында улар.
— Тәрбиә эшендә киң мәғлүмәт сараларын ҡулланыу отошло. Башҡорт интеллигенцияһының киләсәген тәрбиәләүсе булараҡ, айырыуса милли баҫмаларҙы йыш ҡулланабыҙ. Мәҫәлән, “Башҡортостан” гәзитен класс менән уҡыйбыҙ: яңылыҡтар, республикалағы хәлдәр менән танышабыҙ, — ти тәрбиәселәр. Әйткәндәй, улар “Башҡортостан” гәзитенә йылдың-йылы ихлас яҙыла.
Милләтебеҙ киләсәген аңлап эш иткән был мөләйем ҡатын-ҡыҙға “Афарин!” тиеүҙән башҡа һүҙ юҡ.